ЫҘМА
сәскәндәр. С. Шәрипов. Тауыҡ кетәге кеүек ыҙмалар нигеҙенән һүтеп ташланған. М. Ғафури.
ЫҘМА II (Р.: подпруга; И.: girth; Т.: kolan) и. диал. ҡар. айыл.
Ыңғырсаҡты бауыр аҫтынан тарттырып нығыта торған яҫы бау. □ Подпруга. Ҡайыш ыҙма. Алғы ыҙма.
ЫҘМА ЕЛӘК (еләге) (Р.: клубника (дикая)', И.: strawberry; T.: çilek) и. диал.
Роза сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған, тамырынан сыҡҡан мыйыҡтары ярҙамында үрсей торған аҡ сәскәле, һутлы, тәмле ҡыҙыл емешле ҡырағай үҫемлек һәм уның емеше. □ Клубника (дикая). / Клубничный. Ыҙма еләктән ҡаҡ ҡойоу. Ыҙма еләк йыйыу. Ыҙма еләк уңған.
ЫҘМЫҠ (ыҙмығы) (Р.: болтушка; И.: kind of broth; T.: çorba) и. диал. ҡар. боламыҡ.
Һыуға ондо, борсаҡ онон йәки һөткә болғап бешерелгән шыйыҡ бутҡа. □ Болтушка (еда). Ыҙмыҡ яһау. Ыҙмыҡ бешереү. Ыҙмыҡ тәме.
ЫҘЫРАТЫУ (ыҙырат-) (Р.: мять; И.: rumple; T.: ezmek) ҡ. диал. ҡар. онтаҡлау.
Йомшаҡ хәлгә килгәнсе иҙеү, ҡаты нәмәне төйгөләп, баҫҡылап ваҡлау. □ Мять, измельчать, раздавливать. Тапап ыҙыратыу. Ыҙыратып бөтөү.
ЫҘЫРАУ (ыҙыра-) (Р.: развариться; И.: be boiled soft; T.: fazla haşlanmak) ҡ. диал.
1. Оҙаҡ бешеп иҙелеү. □ Развариться. Картуфы ыҙырап бөткән. ■ [Байназаров -тың] танауына ыҙырап бешкән тары бутҡаһы еҫе бәрелде. М. Кәрим.
2. диал. ҡар. сейләнеү. Аяғы сейләнеп ыҙырап тора.
ЫҘЫР-МЫҘЫР (Р.: возражение; И.: objection; T.: itiraz) и. диал.
Кешенең ниәтенә, теләгенә ҡарата булған кире мөнәсәбәт; ризаһыҙлыҡ, ҡаршылыҡ. □ Возражение. Ыҙыр-мыҙырына ҡуймай, һайлап ҡуйыу. ■ [Котлояр:] Ни һин, Айбулат, шуларҙың [Үмәр ҡарттарҙың] ыҙыр-мыҙырына ҡарайһың? Кыҙҙы ал да ҡас. Һ. Дәүләтшина.
ЫҘЫС (Р.: посуда; И.: plates and dishes; T.: kapkacak) и. диал. ҡар. һауыт-һаба.
Аш-Һыу әҙерләү, һаҡлау һ. б. өсөн ҡулланылған төрлө һауыт; ҡашығаяҡ. □ Посуда. Ялт итеп торған ыҙыс. ■ Көрпөлдәп ятҡан яңы көл, .. ел көслө булһа, аш-һыу тора торған ыҙыстарға тулып бөтә. Ғ. Дәүләтшин.
ЫҘЫ-СЫУЫ ТӨШӨҮ (ыҙы-сыуы төш-) ҡ. диал. ҡар. ығы-зығы килеү. Ыҙы-сыуы төшөп ҡысҡырыныу. Ыҙы-сыуы төшөп эшләү.
ЫЖА (Р.: пила; И.: saw; T.: bıçkı) и. иҫк. ҡар. бысҡы.
Ағас, тимер, таш ҡырҡа торған тешле-тешле үткер ҡорал. □ Пила. Ыжа бораһы. Ыжа һабы.
ЫЖБАЙЫУ (ыжбай-, ыжбая) (Р.: дуться; И.: sulk; T.: öfkelenmek) ҡ. диал. ҡар. турһайыу.
Асыу, үпкә белдереү, иренде ҡабартыу. □ Дуться. Бушҡа ыжбайыу. Ыжбайып ултырыу. Ыжбайып йөрөү.
ЫЖБАН [рус. жбан] (Р.: жбан; И.: сап; T.: güğüm) и. диал.
1. Оҙон муйынлы һөт көршәге. □ Жбан. Ыжбанда һаҡлау. Ыжбанға һөт ҡойоу.
2. диал. Хужалыҡта төрлө кәрәк-яраҡ һалыу өсөн ҡулланыла торған бейек булмаған киң ағас һауыт, сапсаҡ. □ Кадка. Ыжбанға тултырыу. Ыжбандағы ҡатыҡ.
3. диал. Быяла банка. □ Стеклянная банка. Ҙур ыжбан. Ыжбандағы бал.
ЫЖҒЫР I (Р.: мороз; И.: frost; T.: çok soğuk) и.
Үҙәккә үтерлек әсе, бик ҡаты һыуыҡ. □ Мороз, холод. Ыжғыр осоро. ■ Мал ҡаралтылары йылы, бурама йә ярғаҡлы — ҡыш ыжғырына бирешмәҫтәй. Ғ. Хөсәйенов.
ЫЖҒЫР II с. ҡар. ыҙғыр. ■ Кайһы саҡта засадала көнө буйы ыжғыр һыуыҡта ятаһың. Р. Низамов. Оҙаҡламай ерҙе аҡ ҡар ҡаплар, ыжғыр ҡыш килер, ә яҙын элекке ауылдың эҙе лә булмаҫ. Б. Ноғоманов. Өҙөп-өҙөп ыжғыр ел иҫә, болоттар ҡуйыра. Ә. Хәкимов.
ЫЖҒЫРЫУ (ыжғыр-) (Р.: выть, завывать (о ветре)', И.: howl; T.: ulumak) ҡ.
1. Үкергән, олоған һымаҡ, яман тауыш сығарыу (елгә, буранға ҡарата). □ Выть,
64