Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 65


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЫЖЫУ
завывать (о ветре). Көслө ел ыжғыра ла ыжғыра. ■ Тышта ел ыжғырҙы, һыуыҡтан ярмаланған ҡар бөртөктәрен шаптырлатып тәҙрәгә килтереп бәрҙе. Н. Мусин. Көҙгө зәһәр ел, .. ауыл өйҙәренең ҡыйыҡтарына ташланып, мөрйәләренә инеп ыжғыра, олой. Б. Хәсән.
2. диал. Зәһәр сәсеп, ярһып екереү, ҡурҡыныс итеп ҡысҡырыу, ажғырыу. □ Разъяряться, бушевать, неистовствовать. Тулҡындар ыжғыра. ■ Һыу, асыулы йыртҡыс һымаҡ ыжғырып, күбектәрен сәсеп, бүрәнәләр өҫтөнә ташлана. И. Насыри. Ерҙә танкылар, күктә самолёттар ыжғырырынан сыҡҡан тауыш һалдаттарҙың ҡолағына сатнатып килтереп һуға. С. Поварисов. Ҙур снарядтары беҙҙең окоптарҙың артына, урманға, ауылға ҡарай ыжғырып үтәләр ҙә, ярылып, ерҙе һелкетәләр. А. Таһиров.
ЫЖҒЫРЫШЫУ (ыжғырыш ) (Р.: кричать; И.: bawl out; T.: bağırmak) ҡ. диал. ҡар. аҡырышыу.
Яман тауыш менән ҡысҡырышыу. □ Кричать, орать друг на друга. Ыжғырышып бөтөү. Йәштәр ыжғырыша.
ЫЖ-Ж (Р.: подражание завыванию, свисту; И.: imitation of howling, whistling; T.: viz) оҡш. диал.
Көслө ел иҫкәндә йәки берәй ҙур бөжәк осҡанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание завыванию, свисту. Ыж-ж итеү. Ыж-ж килеү.
ЫЖЛАТЫУ (ыжлат ) ҡ. диал. йөкм. ҡар. ыжлау, понуд. от ыжлау. Нисек ыжлатыр-һың икән, тырышып ҡара.
ЫЖЛАУ (ыжла-) (Р.: реагировать; И.: react; T.: tepki vermek) ҡ. ғәҙәттә юҡл.
Нимәгәлер иғтибар итеп, уны иҫәпкә алып, уға үҙ мөнәсәбәтеңде белдереү. □ Реагировать. Ыжларға ла уйламау. ■ Төйлөгән тыныс ҡына ултыра бирҙе, .. бесәй-маҙарға ул ыжламай ҙа. Ә. Бикчәнтәев. Тир түгеп эшләп тапҡан аҡсаһын аласағына ныҡ ышанған Батыр ҡурҡыу түгел, ыжламаны ла. И. Ғиззәтуллин. Мәғфүрә уларҙы ҡабаландырһа ла, Хәмдиә менән Бәҙи ыжламанылар ҙа. Һ. Дәүләтшина.
ЫЖЫҠА I (Р.: брюзга; И.: grumbler; T.: dırdırcı) и. диал. ҡар. мыжыҡ.
Гел мыжып, ыжып тора торған кеше. □ Брюзга, ворчун. Ыжыҡаның һөйләнеүе. Әбей ҡартайғас, ыжыҡаға әйләнде.
ЫЖЫҠА II (Р.: ворчливый; И.: grumbling; T.: dırdır) с. диал. ҡар. мыжыҡ.
Ризаһыҙлыҡ, ҡәнәғәтһеҙлек менән һөй-ләнеүсән. □ Ворчливый. Ыжыҡа кеше. Ыжыҡа ҡарсыҡ.
ЫЖЫҠТАУ (ыжыҡта-) (Р.: ворчать; И.: grumble; T.: dırdır etmek) ҡ. диал. ҡар. мыжыу.
Юҡ-барҙан ғәйеп табып, ризаһыҙланып һөйләнеү. □ Ворчать. Ыжыҡтап эшләтеү. Йыш ыжыҡтау.
ЫЖЫЛДАУ (ыжылда-) (Р.: свистеть; И.: hoot; T.: vızıldamak) ҡ.
Ыж-ж итеү, ыж-ж иткән тауыш сығарыу. □ Свистеть, выть, гудеть. // Свист, вой, гудение. Буран ыжылдай. V Әсе ел дә, һыҙғырып, ыжылдап, ямғыр тамсыларын уларҙың [Кы-ҙырас менән Тарифтың] биттәренә бәрҙе.
3. Биишева. Елдәр һалҡын ҡарҙарҙы көс менән йөҙгә килтереп бәрәләр, үҙҙәре бер туҡтауһыҙ шомло ыжылдайҙар. А. Карнай. • Байтирәктең ҡыҙығын ыжылдаған ел күрә, айҙай күлдең ҡыҙығын ҡаңғылдаған ҡаҙ күрә. Әйтем.
ЫЖЫУ I (ыжы-) (Р.: надоедливо повторять одно и то же; И.: repeat annoyingly; T.: durmadan bir şeyi tekrarlamak) ҡ.
1. Урынлы-урынһыҙға өҙлөкһөҙ өйрәтеү, киҫәтеү йәки шелтәләү. □ Надоедливо повторять одно и то же; приставать с упрёками к кому. Ыжып йөрөү. М Аҙаҡ ниндәй генә ауыр саҡтарҙа ла зарлана белмәне Сәмиға, ҡайһы бер ҡатындар һымаҡ, ҡолаҡ төбөндә ыжыманы. Ш. Янбаев. Ә тегеләр [мәскәүҙәр] ыжыны, партбилетын тартып алыу менән янаны. Д. Бүләков.
2. Юҡ-барҙан ғәйеп табып, ризаһыҙланып һөйләнеү, мыжыу. □ Ворчать. // Ворчание. Оло кешенең ыжыуы. Ваҡыты-ваҡыты менән ыжыу.
65