ӨҪТӘМӘ ҺҮҘҘӘР
ДОПОЛНИТЕЛЬНЫЕ СЛОВА
АБОРТИВ (Р.: абортивный; И.: feticidal; T.: abortif) с.
1. мед. Ауырыу барышын, ниндәйҙер процестың үҫешен киҫкен үҙгәрткән. □ Абортивный. Дауалауҙың абортив юлы. Абортив сара. Абортив ысул.
2. биол. Тейешле үҫеш кимәленә етмәгән; етлекмәгән. □ Абортивный. Үҫемлектәрҙең абортив юлы. Абортив органдар.
АБРУЙЛЫЛЫҠ (абруйлылығы) (Р.: авторитетность; И.: authoritativeness; Т.: yetkililik) и.
Халыҡ алдында ҡаҙанған ихтирамлыҡ, дәрәжәлелек. □ Авторитетность. Ата-әсәнең абруйлылығы. Өлкәндәрҙең абруйлылығы. Абруйлылыҡ һиҙелеу.
АБСОЛЮТЛЫҠ (абсолютлығы) и. ҡар. абсолют I, 2. Дәумәл абсолютлығы. Арауыҡ һам ваҡыт абсолютлығы.
АБЫЖУК (абыжугы) [рус. обжиг] (Р.: печь для варки дёгтя; И.: kind of stove; T.: katran kaynatma sobası) и. диал.
1. Дегет ҡайнатыу мейесе. □ Печь для варки дёгтя. Ҡыҙыу абыжук. Абыжукта ҡайнатыу.
2. Ярылған туғынды һығып торған ҡулса. □ Железный обруч вокруг обода колеса. Абыжук богоу. Абыжук кейҙереу. Абыжукты һыҡтырыу.
АВИАМОТОР [лат. avis ‘ҡош’ + motor ‘йөрөтөүсе’] (Р.: авиамотор; И.: air-engine; T.: hava motoru) и.
Осоу аппаратының моторы. □ Авиамотор. Авиамоторҙар заводы. Авиамоторҙар
төҙөу. ■ Өфө авиамоторҙар эшләу производство берекмәһе - .. Рәсәйҙең авиация двигателдәрен эшләуҙең барлыҡ төп программаларында ла тиерлек ҡатнашыусы инновация предприятиеһы. «Башҡортостан», 17 июль 2015.
АВИАНОСЕЦ [лат. avis ‘ҡош’ + рус. носить] (Р.: авианосец; И.: aircraft carrier; T.: uçak gemisi) и.
Самолёттар ултыра һәм осоп китә торған майҙаны булған ҙур хәрби карап. □ Авианосец. / Авианосный. Авианосецта хеҙмәт итеу.
АВТОБЛОКИРОВКА [рус ] (Р.: авто блокировка; И.: automatic blocking; T.: otomatik tren koruma sistemi) и.
Поездарҙың станциялар араһында йөрөү-ҙәрен көйләй торған автоматик аппараттар системаһы. □ Автоблокировка (автоматическая система регулирования движения поездов). Автоблокировка системаһы. Автоблокировка сигналы.
АВТОИНСПЕКТОР [рус ] (Р.: автоин спектор; И.: speed-cop; T.: trafik müfettişi) и.
Автомобилдәр хәрәкәтен күҙәтеп, тикшереп, контроль яһаусы инспектор. □ Автоинспектор. Республика автоинспекторҙары. Автоинспектор тикшереуе. Юлдағы автоинспекторҙар. ■ Юл ҡағыҙын, тормоздарын, сигналдарҙы ҡарағандан һуң, автоинспектор ватыҡ фараға иғтибар итте. Р. Кинйәбаев.
АВТОКАР [авто... + ингл. car ‘арба’] (Р.: автокар; И.: self-propelled cart; T.: otokar) и.
582