АВТОТУҠТАТҠЫС
Мотор менән йөрөй торған вагонетка. □ Автокар. Автокар менән ташыу. Йөктө автокар менән йөрөтөү.
АВТОКОЛОННА [рус.] (Р.: автоколонна; И.: road train; transport column; T.: araba korteji) и.
Бер төрлө машиналарҙың йәки бер тәғәйенләнештә булған машиналар теҙеме. □ Автоколонна. Хәрби автоколонна. Автоколонна теҙелгән. Автоколонна ҡуҙғалды.
АВТОЛИТОГРАФИЯ [авто... + litho ^гаш’ һәм grapho ‘яҙамын’] (Р.: автолитография; И.: lithography drawn on plate; T.: taş baskı) и.
Ташҡа автор үҙе һүрәт төшөргән литография. □ Автолитография. Автолитогра-фиялар күргәҙмәһе. Рәссамдың автолито-графияһы.
АВТОМАШИНА [рус.] (Р.: автомашина; И.: car; T.: araba) и.
Рельсһыҙ юлдарҙа йөк һәм кеше ташый торған эске яныулы машина. □ Автомашина. Автомашинаны иҫәпкә ҡуйыу. Автомашинаны йыуыу. М [Инсафтың] балҡып торған күҙҙәренә ҡарап, Харис менән автомашиналар ремонтлау оҫтаханаһы асырға рөхсәт алып сыҡҡан көндө күҙ алдына килтерҙе Дилбәр. Г. Ғиззәтуллина. Автомашиналарға ваҡытында техник хеҙмәтләндереү үткәрелеп, майҙары, деталдәре алыштырылып торола. «Башҡортостан», 25 октябрь 2014.
АВТОМӘКТӘП (автомәктәбе) (Р.: автошкола; И.: driving school; T.: sürücü kursu) и.
Автомобиль йөрөтөүселәрҙе әҙерләү өсөн махсус белем биреүсе уҡыу йорто. □ Автошкола. Автомәктәп инструкторы. Авто-мәктәптә уҡыу. Автомәктәп таныҡлығы. ■ Автомәктәптән әҙер автоһэүәҫкәр булып сыҡҡың килһә, кәм тигәндә ярты йыл ваҡыт кәрәк. «Башҡортостан», 6 ноябрь 2015.
АВТОНАСОС [рус.] (Р.: автонасос; И.: automatic pump; T.: otomatik lastik şişirme pompası) u.
Автомат насос (автоөрҙөргөс менән шинды тултырыу). □ Автонасос. Автонасос ҡулланыу. Автонасос менән тултырыу.
АВТОНОМЛЫҠ (автономлығы) (Р.: автономность; И.: self-dependence; T.: özerklik) и.
Идара итеү эштәрен үҙ аллы хәл итеү; үҙидаралыҡ. □ Автономность. Автоном-лыҡҡа хоҡуҡ. ■ Автономлыҡ тәү сиратта бюджеттан бүленгән финанс сығымдарын үҙ аллы тотонорға мөмкинлек бирә. «Башҡортостан», 27 декабрь 2011.
АВТОПАРК [рус.] (Р.: автопарк; И.: car fleet; motor-vehicle pool; T.: otopark) и.
Автомобилдәр паркы. □ Автопарк. Бәләкәй автопарк. Автопаркҡа ҡуйыу. Автопаркты төҙөкләндереү. Автопаркҡа түләү. М Һуңғы йылдарҙа үҙәк район дауаханаһы автопаркы заманса техника менән тулыланып тора. «Табын», 6 март 2013. [Халиҡов:] Техниканың үҙен генә оҙаҡҡа арендаға биргәс, автопарктан яуаплылыҡ төшә. Ғ. Хисамов.
АВТОРҘАШЛЫҠ (авторҙашлысы) и. ҡар. авторҙаш. Авторҙашлыҡ булыу. Автор-ҙашлыҡ рәүешендә баҫылған китап.
АВТОРЕМОНТ [рус.] (Р.: авторемонт; И.: car repairs; T.: araba tamiri) и.
Автомобилдәрҙе йүнәтеү. □ Авторемонт. Авторемонт эше. Авторемонт яһау. Авторемонт оҫтаханаһы.
АВТОТРАССА [рус.] (Р.: автотрасса; И.: highway; T.: otomobil yolu) и.
Автомобиль трассаһы. □ Автотрасса. Автотрасса төҙөү. Автотрассанан елдереү. ■ М-5 «Урал» һәм М-7 «Волга» автотрас-салары участкаларын этаплы реконструкциялау эштәре алып барыла, заманса «юл сиселештәре», электр яҡтыртыуы, барьер сикләүҙәре төҙөләсәк. «Башҡортостан», 20 октябрь 2012.
АВТОТУҠТАТҠЫС (Р.: автостоп; И.: automatic train stop; T.: otostop) и.
1. Китеп барған поезды автоматик рәүештә туҡтата торған прибор. □ Автостоп (устройство, обеспечивающее автоматическое торможение и автоматическую остановку поезда). Автотуҡтатҡыс менән туҡтатыу.
583