Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 584


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

АВТОТҮҢӘРӘК
2. Йәйәүле кешенең үткен машиналарҙа бушлай хәрәкәт итеүе. □ Автостоп (использование туристами попутных машин для преодоления части пути). Автотуҡтатҡыс ярҙамында сәйәхәт итеу. Автотуҡтатҡыс менән Мәскәугә барыу.
АВТОТҮҢӘРӘК (автотүңәрәге) (Р.: автокружок; И.: driving club; T.: sürücüler kulübü) и.
Автомобилдәрҙе, уларҙың деталдәрен өйрәнеү буйынса эшләгән махсус ойошма. □ Автокружок. Автотуцәрәк ойоштороу. Балалар автотуцәрәге. Автотуцәрәккә йөрөу.
АВТОҺАБАН (Р.: автоплуг; И.: selfpropelled plough; T.: otomatik pulluk) и.
Эске яныу газ двигателе менән эшләгән үҙйөрөшлө һабан. □ Автоплуг. Биш төрәнле автоһабан. Автоһабан менән баҫыуҙы һөрөу.
АВТОҺАУҒЫС и. һөйл. ҡар. һауғыс. Автоһауғыстар ҡуйыу. Автоһауғыстар менән һауыу. ■ Колхоз фермаларында һыйырҙы заманса автоһауғыстар менән гөрләтеп һауалар. Й. Солтанов.
АВТОЭЛӘКТЕРГЕС (Р.: автосцепка; И.: coupler; T.: bağlama kolu) и.
Вагондарҙы һәм локомотивтарҙы автоматик тағыу яйланмаһы. □ Автосцепка. Авто-эләктергес ҡулланыу. Вагон автоэләктергесе. Автоэләктергес тағыу.
АГАВА [бор. гр. Агава ‘Алиһә исеме’] (Р.: агава; И.: agave; T.: sabır otu) и. бот.
Үҫешендә бер генә ҡабат сәскә атыусы һәм емештәре өлгөргәндән һуң ҡороусы йылы яҡ үҫемлеге. □ Агава (лат. Agave). Агава сәскәһе. Агава һуты. Агава уҫемлеген халыҡ медицинаһында ла ҡулланалар.
АГИТАЦИОН (Р.: агитационный; И.: agitational; T.: çalkalama) с.
Агитация маҡсатына йүнәлешле, агитацияға мөнәсәбәтле. □ Агитационный. Агитацион эш. ■ һуғыштың тәуге йылдарындағы шиғырҙар ялҡынлы патриотизм тойғоһо менән һуғарылған агитацион шиғырҙар ине. Ә. Харисов.
АГИТАЦИЯЛАУ (агитацияла-) (Р.: агитировать; И.: agitate for; T.: propaganda yapmak) ҡ. ҡар. өгөтләү.
Агитация эшмәкәрлеген алып барыу. □ Агитировать. Әуҙем агитациялау. Һайлау алдынан агитациялау. Агитациялап йөрөу.
АГИТБРИГАДА [рус.] (Р.: агитбригада; И.: team of propagandists; T.: propaganda yapan takım) u.
Агитациялау бригадаһы. □ Агитбригада. Агитбригада етәксеһе. Агитбригада ойоштороу. Агитбригада сығышы. ■ [Рабиға:] Взностар йыябыҙ, йыйылыштар уткәрәбеҙ. Район Мәҙәниәт йорто менән берлектә агитбригадалар ойошторабыҙ. Ф. Әсәнов.
АГИТКА [рус.] (Р.: агитка; И.: leaflet; Т.: kitapçık) и. һөйл.
Нимәгәлер өндәү маҡсатында яҙылған ҙур булмаған публицистик мәҡәлә. □ Агитка. Агитка сығарыу. Агитка яҙыу. Агиткала уҡыу.
АГРОХИМИЯ [рус.] (Р.: агрохимия; И.: horticochemistry; T.: zirai kimya) и.
Юғары тотороҡло уңыш алыу маҡсатында үҫемлектәрҙе аҙыҡландырыу, ашламалар һәм уларҙы химик юл менән һаҡлауҙы ҡулланыу тураһындағы фән. □ Агрохимия. / Агрохимический. Агрохимия - ауыл хужалығын химиялаштырыуҙы өйрәнеусе фән. Агрохимия форумы. Агрохимияла ҡулланыу.
АҒАС ҠАМЫТ (Р.: ярмо; И.: yoke; oxbow; T.: boyunduruk) и. диал.
1. Үгеҙ ҡамыты. □ Ярмо. Ағас ҡамыт эшләтеу. Ағас ҡамыт яһау. Ағас ҡамыт кейҙереу.
2. кусм. Ҡоллоҡ, йөк. □ Тяжесть, бремя. Ағас ҡамытын кейҙереу. Тормоштоц ағас ҡамыты. Ағас ҡамыттан ҡотолоу.
АҒАС МАЙЫ (Р.: самый низкий сорт оливкового масла; И.: inferiour quality olive oil; T.: kalitesiz zeytinyağı) и. диал.
Зәйтүн майының түбәнге сорты. □ Самый низкий сорт оливкового масла. Ағас майын алыу. Ағас майын ҡулланыу. Ағас майында ҡурыу.
АДАЖИО [ит. adagio ‘яй, тыныс’] (Р.: адажио; И.: adagio; Т.: adagio) и. муз.
584