АЙРАННЫҠ
Яй темпта башҡарылған музыка әҫәре йәки уның бер өлөшө. □ Адажио. Адажио башҡарыу. Балеттан адажио. Адажиола композиторҙың оҫталығы сағыла.
АДЕКВАТЛЫҠ (адекватлығы) (Р .: адекватность; И.: adequateness; T.: yeterlilik) и.
Нормаға тура килгәнлек, тәңгәллек. □ Адекватность. Төшөнсәләрҙең адекватлығы. Адекватлыҡҡа иғтибар. Фекерләуҙең адекватлығы.
АДЖАР (Р.: аджарец; И.: Adzharian; Т.: Acara) и. этн.
Аджарстанда йәшәгән халыҡ һәм шул халыҡтың кешеһе. □ Аджарец. / Аджарский. Аджар халҡы. Аджар ҡатыны. Аджар теле.
АДЪЮТАНТ [лат. adjutants ‘ярҙам итеүсе’] (Р.: адъютант; И.: aid-de-camp; T.: yaver) и. хәрби.
Юғары дәрәжәләге хәрби начальник янында ярҙамсы булған йәки штаб эшен башҡарған офицер. □ Адъютант. Генералдың адъютанты. Адъютант хеҙмәте. Адъютантты саҡырыу. Я Тағанов уҙе адъютанты килтергән атҡа һикереп менде лә әлеге аҡланды бикләп ятҡан роталар янына елдерҙе. Р. Байымов.
АҘАҠҠЫ КӨН (Р.: конец света; И.: Doomsday; T.: kıyamet günü) и. диал. ҡар. ҡиәмәт көн.
Ышаныуҙар буйынса, донъя бөткән көн. □ Конец света. Аҙаҡҡы көн етеу. Аҙаҡҡы көн яҡынлашыу. Аҙаҡҡы көндә яуап тотоу.
АҘАРАНЫУ (аҙаран-) (Р.: раскаиваться в чём-л:, И: repent; T.: pişman olmak) ҡ. диал. ҡар. үкенеү.
Ниндәйҙер эш-хәлдең булған йәки булмағанына ҡарата риза булмау; бошоноу. □ Раскаиваться в чём-л:, жалеть, сожалеть о чём-л. // Раскаяние; сожаление. Бик ныҡ аҙарыныу. Яҙмышҡа аҙарыныу. Йылдар уткәс аҙарыныу.
АЖАУ СЕБЕНЕ (Р.: подёнка; И.: day-fly; T.: birgün sineği) и. диал.
Дымлы урында була торған ваҡ ҡына бер көнлөк себен; һыу мыры. □ Подёнка. Кул буйында ажау себене куп. Ямғырҙан һуң ажау себене кубәйгән.
АЖАУСЫҠ (ажаусығы) (Р.: мальки голавля; И.: chub fish fry; T.: yayın balığı yavrusu) и. диал.
Ажау балаһы. □ Мальки голавля. Ажаусыҡ эләгеу. Селәусенгә ажаусыҡ тоттом. Селбәрә араһында ажаусыҡ та бар.
АЙБАШ II (Р.: лысый; И.: bald; Т.: dazlak) с. диал. ҡар. пеләш II.
Сәсе ҡойолған, ялтыр. □ Плешивый, лысый. Айбаш тубә. Айбаш ир. Айбашты һыпырыу.
АЙҒЫР АНДЫҘ и. диал. ҡар. ата андыҙ. Айғыр андыҙ тамырын киптереу. Айғыр андыҙ тамырын ҡайнатып эсеу.
АЙДУР (Р.: дроги; И.: dray; T.: yük arabası) и. диал.
Оҙон арба. □ Дроги. Айдур егеу. Айдурға тейәу. Айдур менән килеп туҡтау.
АЙҘЫНДЫ I (Р.: совершеннолетний ребёнок; И.: grown-up child; T.: erişkin) и. диал.
Үҫеп еткән бала. □ Совершеннолетний ребёнок. Айҙындыға кәңәш биреу. Айҙын-дыны ҡеуәтләп тороу. Рухлы айҙынды.
АЙҘЫНДЫ II (Р.: полный, здоровый (о ребёнке)’, И.: stout baby; T.: dinç) с. диал.
Ҙур, алаптай, мыҡты кәүҙәле. □ Полный, здоровый (о ребёнке). Айҙынды бала. Айҙынды баланы кутәреу.
АЙҠЫРЫ ЮРҒАН (Р.: узкая стёганая подстилка на нарах; И.: kind of rag; T.: kapitone döşek) и. диал. ҡар. түрьюрған.
Урындыҡ түренә буйлатып йәйгән тар ғына ҡорама юрған. □ Узкая стёганая подстилка на нарах. Айҡыры юрған тушәу. һырыған айҡыры юрған. Айҡыры юрған ябыныу.
АЙМАҠ III (аймағы) (Р.: улица; И.: street; T.: sokak) и. диал. ҡар. урам I, 1.
Ике рәт булып теҙелеп ултырған өйҙәр аралығының һуҙымы. □ Улица. Киң аймаҡ. Аймаҡ буйлап. Аймаҡҡа сығыу.
АЙРАННЫҠ (айраннығы) (Р.: горец альпийский; И.: Alpine knotweed; T.: afyon madımağı) и. диал. ҡар. ҡымыҙлыҡ II.
Ваҡ өлпө сәскәле, тал япраҡлы, быуынтыҡ һабаҡлы әскелтем үлән. □ Горец аль-
585