Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 586


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

АЙ ШАҢДАҒЫ
пийский (лат. Polygonum alpinum). Йәш айранныҡ. Айранныҡ йыйыу. Айранныҡ тәмләу.
АЙ ШАҢДАҒЫ (Р.: гало; И.: halo; Т.: ağıl) и. диал.
Ай тирәһендәге яҡтылыҡ ҡаймаһы. □ Гало (луны). Ай шаңдағы төшөу. Ай шаңдағы таралыу. Ай шаңдағы тоноҡланыу.
АЙЫҠ III (Р.: ясный; И.: fair; T.: açık) с. диал.
Асыҡ, болотһоҙ (һауа торошона ҡарата). □ Ясный (о погоде). Салт айыҡ көн. Айыҡ кук. Көндәр айыҡҡа китә торғандыр инде!
АЙЫЛҒОЙРОҠ (айылғойроғо) и. диал. ҡар. энәғараҡ. Һыу өҫтөндә айылғойроҡ оса. Айылғойроҡ тотоу. Айылғойроҡто ҡыуыу.
АЙЫРТҠЫ (Р.: обрат; И.: skim milk; T.: yağsız süt) и. диал.
Айыртылған һөт. □ Обрат. Айыртҡыны ойотоу. Айыртҡы ҡайнатыу. Кум-кук айыртҡы.
АЙЫРЫБАШ (Р.: келерия; И.: koeleria;
T.: kırnal) и. диал. ҡар. еҙүлән.
Башаҡҡа оҡшаш, нәҙек ҡыяҡлы күп йыллыҡ үлән. □ Келерия (лат. Koeleria). Айырыбаш - куп йыллыҡ улән. Өйкөм генә айырыбаш. Туғайҙа айырыбаш уҫә.
АЙЫРЫҠОРТ и. диал. ҡар. айрығойроҡ
1. Дымлы ерҙә айырыҡорт урсегән.
АЙЫРЫПӘЛӘК (айырыпәләге) и. диал. ҡар. айрығойроҡ 1. Имәнес айырыпәләк.
АЙЫРЫСА и. диал. ҡар. айрығойроҡ 1.
Айырыса урсеу.
АЙЫРЫТҠАН (Р.: обрат; И.: skim milk; T.: yağsız süt) и. диал.
1. Сепараттан үткәрелгән һөт. □ Обрат. Айырытҡанды ҡайнатыу. Айырытҡанды ойотоу. Айырытҡандан эремсек яһау.
2. Быҡтырылған бал. □ Мёд, пропущенный через медогонку. Айырытҡан ашау. Күстәнәскә айырытҡан һалыу.
АЙЫУ БАШЫ (Р.: притужальник; И.: detail of a loom; T.: dokuma tezgâhının bir detayı) и. диал. ҡар. тыйғыса 1.
Борғосаны нығытып ҡуйған тимер таяҡ; борғоса таяғы. □ Притужальник (деталь
домашнего ткацкого станка). Айыу башы яһау. Айыу башы әҙерләу.
АЙЫУГҮТ I (Р.: двуколка; И.: sulky; Т.: iki tekerlekli at arabası) и. диал.
Ике тәгәрмәсле арба. □ Двуколка. Айыугут егеу. Ишек алдында айыугут тора. Айыугут яһап алыу.
АЙЫУГҮТ II (Р.: суслон из семи снопов; И.: stack of sheaves; T.: yedi demetten oluşan yığın) и. диал.
Ете көлтәнән ултыртылған һоҫлан. □ Суслон из семи снопов. Айыугут ҡуйыу. Айыугут ултыртыу. Арыш айыугуте.
АЙЫУҒУРАЙ (Р.: дягиль лекарственный; И.: garden angelica; T.: melekotu) и. диал. ҡар. айыу көпшәһе.
Дымлы йылға буйҙарында һәм һаҙлыҡлы урындарҙа үҫкән, һарғылт йәшел сәскәле ике йәки күп йыллыҡ үҫемлек. □ Дягиль лекарственный или дудник обыкновенный (лат. Archangelica officinalis). Айыуғурай дымлы ерҙә уҫә. Айыуғурай - файҙалы уҫемлек. Айыуғурай сәскә атҡан.
АЙЫУШОМОРТ (Р.: крушина слабительная; И.: purging buckthorn; T.: ak diken) и. диал. ҡар. эт муйылы.
Сәнскеле, ҡара ҡабыҡлы, йомшаҡ ҡара емешле туғай ағасы. □ Крушина слабительная (лат. Rhamnus cathartica). Айыушоморт ҡыуағы. Айыушоморт емешләнгән. Йылға буйлап айыушоморт уҫкән.
АКСЕЛЬБАНТ [нем. Achselband < Achsel ‘яурын’ һәм Band ‘таҫма’] (Р.: аксельбант; И.: aiguillette; T.: yaver kordonu) и.
1. Элекке рус армияһында, хәҙерге ҡайһы бер сит ил армияларында парад формаһының иңбашына һалына торған остары металл суҡ. □ Аксельбант. Аксельбант тағыу. Аксельбант менән биҙәлгән мундир. Суҡлы аксельбант. ■ Генерал мундиры, баулы аксельбанты, ялтыр погондары, сал ингән бакенбардалары менән ҡалай мөһабәт һынлы икән Неплюев. Ғ. Хөсәйенов.
2. Лакейҙар кейеменең яурынына тегелгән туҡыма. □ Аксельбант. Аксельбант һалыу. Аксельбант тегеу.
586