Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 587


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

АҠ БИЛСӘН
АКТЁРЛЫҠ (актёрлығы) (Р.: актёрство; И.: profession of an actor; T.: aktörlük) и.
1. Актёр һәнәре, профессия. □ Актёрство. / Актёрский. Актёрлыҡ һәнәре. Актёр -лыҡ оҫталығы. Актёрлыҡҡа уҡыу.
2. кусм. Кеше алдында уйҙарҙы, хистәрҙе йәшереү, күрһәтмәү оҫталығы; яһалма ҡыланыу. □ Актёрство. Актёрлыҡ һәләте. Актёрлыҡ сифаты.
АҠ АЛА ТУМЫРТҠА (Р.: белоспинный дятел; И.: white-backed woodpecker; T.: ak sırtlı ağaçkakan) и. зоол.
Кәүҙәһенең аҫҡы яғы аҡ, һырты ҡара таплы аҡ, ҡанаттары, ҡойроғо аҡ һыҙыҡлы ҡара төҫтәге тумыртҡа төрө. □ Белоспинный дятел (лат. Dendrocopos leucotos). ■ [Аҡ ала тумыртҡаның] кәуҙәһенең аҫҡы яғы аҡ, һырты ҡара таплы аҡ. Э. Ишбирҙин.
АҠАНАЙ (Р.: беленький; И.: whitish; Т.: akçıl) с. диал.
Аҡ ҡына. □ Беленький. Аҡанай ғына бит әле! Аҡанай ғына бесәй балаһы. Аҡанай ғына бейәләй.
АҠБАЙ (Р.: название родового подразделения башкир; И.: Bashkir clan name; T.: bir Başkurt soyunun adı) и. этн.
Ҡатай ырыуы башҡорттарының аймаҡ исеме. □ Название родового подразделения башкир рода катай. Аҡбайҙар аймағы. Аҡбайҙар шәжәрәһе.
АҠБАУЫР ТУРҒАЙ (Р.: вьюрок; И.: brambling; T.: dağ ispinozu) и. зоол.
Европала һәм Азияла йәшәй торған, ата турғайҙарының төҫө йылтыр ҡара, аҡ һәм ҡыҙыл көрән аралаш ала булған турғай. □ Вьюрок или юрок (лат. Fringilla montifrin-gilla). ■ [Аҡбауыр турғай]алағанат турғайҙан ҡара башы, аҡ ҡорһағы менән айырыла. Ҡайынлы урмандарҙа йәшәй. Э. Ишбирҙин.
АҠБАШ ӨЙРӘК (өйрәге) (Р.: савка;
И.: stiff-tailed duck; T.: dikkuyruk) и. зоол.
Арҡаһы һәм ҡабырғалары ваҡ ҡына ҡара һипкелле һорғолт ерән, башы аҡ, түбәһендә генә ҡара табы булған, төбө йыуан күк төҫтәге суҡышлы өйрәк. □ Савка (лат. Oxyura leucocephala). Аҡбаш өйрәк Ҡыҙыл китапҡа индерелгән. ■ [Аҡбаш өйрәктең] куҙе сағыу һары. Э. Ишбирҙин.
АҠБАШ СЫПҠАЙ (Р.: серощёкая поганка; И.: red-necked grebe; T.: kızıl boyunlu batağan) и. зоол.
Ҡара көрән төҫтә, ҡойроғо ҡара, ҡорһағы аҡ, ҡанаттарында аҡ табы булған өйрәктән бәләкәйерәк һыу ҡошо. □ Серощёкая поганка (лат. Podiceps grisegena). ■ [Аҡбаш сыпҡай] ерҙән атлап йөрөй алмай. Үҫемлектәргә бай кулдәрҙә, ятыуҙарҙа, ҡылыларҙа йәшәй. Э. Ишбирҙин. Республиканың Ҡыҙыл китабына индерелгән һоро ҡаҙ, ҡарағаҙ, көйөлдө, аҡбаш сыпҡай, ышылдаҡ аҡҡош осош ваҡытында Ҡандракулгә ял итергә төшә. «Башҡортостан», 30 май 2017.
АҠБАШ ТУМЫРТҠА (Р: дятел седоголовый; И.: grey-headed woodpecker; T.: küçük yeşil ağaçkakan) и. зоол.
Кәүҙәһе асыҡ йәшел, башы аҡ төҫтә булған тумыртҡа төрө. □ Дятел седоголовый (лат. Picus canus). Аҡбаш тумыртҡа ҡунған. Аҡбаш тумыртҡа ала тумыртҡанан ҙурыраҡ. Ағас башында аҡбаш тумыртҡа туҡылдай.
АҠБАШ ТУРҒАЙ (Р.: пуночка; И.: snowflake; T.: kar kiraz kuşu) и. зоол.
һоло турғайҙары ғаиләһенә ҡараған, аҡ төҫтә, һорғолт көрән ҡойроғоноң ситтәре аҡ менән ҡайылған бәләкәй генә ҡош. □ Пуночка, снежный подорожник (лат. Plec-trophenax nivalis). ■ [Аҡбаш турғайҙар] кумәкләшеп ерҙән генә йөрөйҙәр, ағастарға ҡунмайҙар. Э. Ишбирҙин.
АҠБАШ ҮЛӘН (Р.: тысячелистник; И.: achillea; T.: binyaprak) и. диал. ҡар. меңьяпраҡ.
Астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған, тет-мәкәй япраҡлы, аҡ сәскәле күп йыллыҡ үлән. □ Тысячелистник (лат. Achillea millefolium). Аҡбаш уләнен йыйыу. Аҡбаш уләне төнәтмәһе. Аҡбаш улән - төрлө сырхауҙарға дауа.
АҠ БИЛСӘН (Р.: осот огородный; И.: common sowthistle; T.: kuzugevreği) и. бот.
Ҡатмарлы сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған, сәнскәк япраҡлы, асыҡ һары сәскәле ҡый үләне. □ Осот огородный (лат. Sonchus oleraceus). Баҡсаны аҡ билсән баҫҡан. Аҡ билсәнде сапҡылап сығыу.
587