ТАҠЛАП
ТАҠЛАП (Р по-одному; И.: one by one; T.: birer) р. диал. ҡар. берәмләп.
Берәм-берәм итеп йәки берәм-берәм булып. □ По-одному, поштучно. Таҡлап өлә-шеу. Кәнфитте таҡлап биреу. Таҡлап алыу.
ТАҠЫМ БУЛЫУ (таҡым бул-) (Р.: быть недостаточным; И.: be insufficient; T.: yeterli olmamak) ҡ. диал.
Кәрәгенән әҙ, тейешенән кәм булыу; наҡыҫ булыу, етеңкерәмәү. □ Быть недостаточным. Таҡым булып ҡалыу. Аш таҡым булды.
ТАЛАЙ II (Р.: значительно; И.: considerably; T.: çok) р. диал. ҡар. байтаҡ II.
Һаны, күләме ғәҙәттәгенән күп, арыу уҡ күп, күп кенә. □ Значительно, порядочно; изрядно. Талай ултырыу. Талай йоҡлау. Талай ашау.
ТАМЫРҺАБАҠ (тамырһабағы) (Р.: корневище; И.: rhizome; T.: köksap) и. бот.
Үҫемлектең ер аҫты һабағы. □ Корневище. Керән тамырһабағы. Үлән тамырһаба-ғын ҡулланыу.
ТЕРПЕКӘЙ ҮЛӘН (Р .: мордовник обыкновенный; И.: echinops ritro; T.: topuz) и. бот.
Аҡһыл миләүшә төҫөндәге йөҙләгән ваҡ сәскә өйкөмөнән торған тумалаҡ башлы, сәнскәк япраҡлы, баллы үҫемлек. □ Мордовник обыкновенный (лат. Echinops ritro). Бал ҡорттары терпекәй уләненең татын һәм һеркәһен яратып йыялар. Терпекәй уләне бер метр бейеклеккә ҡәҙәре уҫә.
ТОРЛАҠЛАУ (торлаҡла-) (Р.: проживать; И.: live, reside, inhabit; T.: oturmak) ҡ. диал. ҡар. йәшәү 1, 2, 3.
Тереклек итеү, ғүмер үткәреү. □ Проживать, жить постоянно. Ҡалала торлаҡлау. Торлаҡлаған урыны юҡ.
ТУ Л АН (Р.: круглый; И.: round; Т.: yuvarlak) с. диал.
Йомро (ҡыярға ҡарата). □ Круглый (об огурце). Тулан ҡыяр.
ТӘУАРИХ [ғәр. i э-i] (Р.: таварих; И.: sort of Muslem geneology; T.: tevarih) и.
Урта быуат көнсығыш әҙәбиәтенең ҡәбилә, ырыу, дәүләт йәки төбәк тарихын, шулай уҡ тарихи шәхестәрҙең тормошон һәм эшмәкәрлеген сағылдырған тарихи-функциональ жанры. □ Таварих (жанр). Тәуарих жанры традициялары. М Сал быуаттарҙан беҙҙең көндәргәсә һаҡланып ҡалған башҡорт тарихи яҙмалары араһында тәуарих жанрына ҡарағандары ла осрай. М. Нәҙерғолов.
УРМАН КӨПШӘҺЕ (Р: лесной купырь; И.: cow parsley; T.: gımı) и. бот.
Бер, ике йәки күп йыллыҡ сатыр сәскәлеләр төркөмөнә ҡараған ялан көпшәһе; ҡатын-ҡыҙҙар ауырыуҙарын, шешенеү, ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарын дауалауҙа ҡулланыла. □ Лесной купырь (лат. Anthriscus sylvestris). Урман көпшәһе сатыр сәскәле. Урман көпшәһе тамырын ҡаҙып алыу. Урман көпшәһенең еҫе таралған. Урман көпшәһе дымлы урман буйҙарында уҫә.
ХӘЖӘР ӘЛ-ӘСҮӘД [ғәр. VI j~] (Р:
Чёрный камень; И.: Black Stone; T.: Hacerii’l-esved) и. дини. (баш хәреф менән)
Мәккәлә Ҡәғбә стенаһына ҡуйылған таш; Ҡара таш (ислам дине буйынса, был таш ҡасандыр ожмахта булған). □ Чёрный камень, Хаджар аль-асвад (камень яйцевидной формы, вмонтированный в одну из стен Каабы. Согласно исламскому преданию, Чёрный камень когда-то находился в раю). ■ Ҡурайыш халҡы, хәләл малдарҙан ғына иғәнә йыйып, Ҡәғбәне яңынан бина итте. Бина тамам булғас та, Хәжер әл-әсуәд (Ҡара таш) ҡуйғанда ихтилал сыҡты. Ш. Шәһәр.