СӘҮКӘ ЙЫУАҺЫ
Пипейем минең! Бирегеҙ әле пипейемде, бер яратайым.
ПИТНАЙ (Р.: пескарь; И.: gudgeon; Т.: dere kayası) и. диал. ҡар. ташбаш 1.
Ҡара сыбар төҫтәге ваҡ йылға балығы; ҡомтөртҡөс; ҡомай. □ Пескарь (лат. Gobio gobio). Питнай тотоу. Итәк менән питнай һөҙөү.
ПОДИУМ [лат. podium ‘бейек урын’] (Р.: подиум; И.: podium; T.: podyum) и.
1. Боронғо Рим храмдарының бейек нигеҙе. □ Подиум. Подиумда тороу.
2. Экспонат ҡуйыла торған бейегерәк урын. □ Подиум. Подиумға ҡуйыу. Подиум-дан алыу.
3. Күргәҙмәлә кейем өлгөләрен күрһәтеү өсөн махсус майҙансыҡ. □ Подиум. Поди-умдан үтеү. Билдәле модельер коллекцияһы подиумда күрһәтелә.
ПОРШАЙЫУ (поршай-, поршая) (Р.: дуться; И.: sulk with; T.: surat asmak) ҡ. диал. ҡар. турһайыу.
Асыу, үпкә белдереп, иренде ҡабартыу. □ Дуться. Поршайып ултырыу. Көнө буйы поршайып йөрөү.
ПОШАЛАНЫУ (пошалан ) (Р.: испытывать грусть; И.: be sad; T.: hüzünlenmek) ҡ. диал. ҡар. бошоноу.
Күңелһеҙ тойғоға бирелеү, күңелһеҙләнеү. □ Испытывать грусть, унывать. Бушҡа пошаланыу. Пошаланып ултырыу.
ПОШЫЙ (Р: лось; И.: moose; T.: sığın) и. диал. ҡар. мышы I, 1.
Боландар ғаиләһенә ҡараған оҙон аяҡлы, ҡыҫҡа ҡойроҡло, яҫы тарбаҡ мөгөҙлө ҡыр хайуаны. □ Л ось (лат. Alces alces). Ama пошый. Инә пошый. Пошый балаһы.
РИЗЫҠ ЙЫЙЫУ (ризыҡ йый-, ризыҡ йыя) (Р.: есть; И.: eat; T.: yemek) ҡ. диал. ҡар. ашау I, 1.
Туҡлыҡ өсөн аҙыҡ ҡабул итеү; аҙыҡланыу, туҡланыу, ейеү. □ Есть, кушать. Ризыҡ йыйып алыу.
САЙ VII (Р.: яма; И.: pit; T.: çukur) и. диал. ҡар. соҡор I.
Уйынҡы урын. □ Яма, ров, рытвина; углубление. Тәрән сай. Сай аҫты. Сай төбө.
САЯ III (Р.: злой; И.: evil; T.: sert) с. диал.
1. Үткер, ҡаты тәбиғәтле; уҫал. □ Злой. Сая кеше. Сая ҡатын. Сая хужа.
2. Тиҙ үпкәләп барыусан; үпкәсел. □ Обидчивый. Сая ҡыҙ. Сая күрше. Был бала бигерәк сая, үсегеп бара.
3. Үтә лә еңмеш, үҙенекен генә өҫкә сығарырға тырышҡан; үҙ һүҙле. □ Своевольный, упрямый. Сая малай. Бигерәк сая булды был кеше.
СЕБЕР ЕБӘК КҮБӘЛӘГЕ (Р.: сибир ский шелкопряд; И.: kind of nocturnal butterfly; T.: bir tür gece kelebeği) u.
Ҡанаттары һоро, алғы ҡанаттарында аҡ табы булған, төндә осоп йөрөй торған эре күбәләк. □ Сибирский шелкопряд (лат. Den-drolimus sibiricus). Себер ебәк күбәләген тотоу. Себер ебәк күбәләге осоп йөрөй.
СИРӘК (сирәге) (Р.: шина; И.: splint; T.: kirik tahtasi) и.
Имгәнеү-һыныу булғанда зарарланған урынды тыныс хәлдә ҡалдырыу өсөн файҙаланыла торған ҡулайлама; талыҡ. □ Шина. ■ Айым, иренең ай-вайына ҡуймайынса, әрһеҙләнә-әрһеҙләнә, уның йәрәхәтенә ҡуй майы һөртөп, сирәк һалды, сәй әҙерләне, үҙ ҡулы менән ҡойоп ҡымыҙ эсерҙе. Ғ. Ибраһимов. Үҫмерҙең сенсегенә ҡыу таяҡтан сирәк һалдылар ҙа, ай-вайына ҡарамай, эйәренә арҡыры һалып ҡайтыу яғына ҡуҙғалдылар. И. Ноғманов.
СЫБАР ЙЫЛАН (Р: эскулапов полоз; И.: viper; T.: bir tür yılan) и. зоол.
Туҙбаш һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған, арҡаһы һорғолт йәки һарғылт төҫтә булған, селтәр биҙәкле ағыуһыҙ йылан. □ Эскулапов полоз (лат. Zamenis longissimus). Сыбар йыланды күреү.
СӘҮКӘ ЙЫУАҺЫ (Р.: лук обманчивый; И.: wild onion species; T.: gelin soğanı) u. диал.
Өйкөм-өйкөм булып ҡая араһында үҫә торған һыңар яҫы ҡыяҡлы сөсө йыуа; ҡарға йыуаһы. □ Лук обманчивый (лат. Allium decipiens). Сәүкә йыуаһын йыйыу. Сәүкә йыуаһын ашау. Сәүкә йыуаһы үҫкән ер.
621