НОҠОТ СЕЛЕГЕ
(лат. Taraxacum). Мәшкәулән төнәтмәһе. Мәшкәулән сәскә атҡан. Йәш мәшкәуләнде ҡаҙҙар яратып ашай.
НОҠОТ СЕЛЕГЕ и. диал. ҡар. селек. Ноҡот селегенән һепертке бәйләу. Ноҡот селеген һындырыу.
ОҘОНЛО-ҠЫҪҠАЛЫ (Р.: разной длины; И.: of different length; T.: türlü uzunlukta) с.
Төрлө оҙонлоҡта булған. □ Разной длины. Оҙонло-ҡыҫҡалы ептәр. Оҙонло-ҡыҫҡалы юлдар. Н Ҡояш урам тәҙрәһенән өй эсенә, тәҙрә төбөндәге эреле-ваҡлы, оҙонло-ҡыҫҡалы, төрлө сәскәле гөлдәрҙең япраҡтары араһынан ҡарай. Ғ. Хәйри.
ОҘОН ШАЛҠАН (Р.: турнепс; И.: turnip; T.: hayvan pancarı) и. диал. ҡар. мал шалҡаны.
Уңдырышлы тамыры өсөн үҫтерелгән мал аҙығы. □ Турнепс (лат. Brassica гара subsp. rapirera). Оҙон шалҡан уҫтереу. Оҙон шалҡанды малға ашатыу. Оҙон шалҡанды йыйып алыу.
ОЛО СӘСӘҠ (сәсәге) (Р.: кувшинка; И.: water-lily; T.: beyaz nilüfer) и. диал. ҡар. томбойоҡ.
Ләлә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған, һыу өҫтөндә йәйелеп ятҡан эре түңәрәк япраҡлы, аҡ йәки һары төҫтәге эре сәскәле һыу үҫемлеге. □ Кувшинка (лат. Nymphaed). Аҡ төҫтәге оло сәсәк. Оло сәсәҡ япрағы.
ОШАНДАҠ (Р.: так; И.: like this; T.: şöyle) р. ҡар. ошолай.
Ошо рәүешле. □ Так, вот так, таким образом. Ошандаҡ йылы ҡаршы алыу. Ошандаҡ эшләнгән эш.
ӨСТӨУАР (Р.: сильный; И.: strong; Т.: güçlü) с. иҫк. ҡар. көслө I, 1.
Кәүҙәһе, ҡул-аяҡтары ҙур физик көскә эйә; ҡеүәтле. □ Сильный, мощный. Өстөуар көрәшсе. Өстөуар бәһлеуән. Өстөуар айғыр.
П АЙМАҠ (паймағы) (Р.: вид кожаной обуви наподобие сапога; И.: kind of foot wear like boots; T.: bir tür çizme) и. диал.
1. Итеккә оҡшаш итеп тегелгән күн аяҡ кейеме. □ Вид кожаной обуви наподобие сапога. Наймаҡ тектереу. Наймак кейеу. Наймаҡ табаны.
2. Тула ойоҡ. □ Суконные чулки. Тишек паймаҡ. Яңы паймаҡ. Наймак тегеу.
ПАЙМЫЙ (Р.: малёк; И.: fry; T.: küçük balık) и. диал. ҡар. селбәрә 1, 2.
Иң ваҡ йылға балығы. □ Малёк. Паймый сиртеуе. Паймый тотоу. Паймый көтөуе.
ПАПАБАШ (Р.: одуванчик; И.: dandelion;
T.: yabani hindiba) и. диал. ҡар. бәпембә 1.
Ҡыуыш һабаҡлы, һары суҡ сәскәле, туҙғаҡ орлоҡло ваҡ үлән. □ Одуванчик (лат. Taraxacum). Папабаш тамыры. Папа-баш сәскә атҡан ваҡыт. Папабаш осороу.
ПАПАЙ I (Р.: бука; И.: bogeyman; Т.: umacı) и. диал. ҡар. бапаҡ I, 1.
Балаларҙы ҡурҡыта торған мифик яман зат. □ Бука (существо, которым пугают детей). Папай менән малайҙы ҡурҡытыу.
ПАПАЙ II (Р.: одуванчик; И.: dandelion;
T.: yabani hindiba) и. диал. ҡар. бәпембә 1.
Ҡыуыш һабаҡлы, һары суҡ сәскәле, туҙғаҡ орлоҡло ваҡ үлән. □ Одуванчик (лат. Taraxacum). Папай сәскәһе. Туғайҙы папайҙар баҫҡан. Салатҡа папай һалыу.
ПЕШТЕК (Р .: непоседливый; И.: restless;
T.: yerinde durmaz) с. диал. ҡар. тиктормаҫ.
Тик тороп сыҙамаған; осоҡ. □ Непоседливый. Пештек бала. Пештек кеше. Пештек бесәй балаһы.
ПЕШТЕКЛӘНЕҮ (пештеклән-) (Р.: озорничать; И.: be naughty; behave outrageously; T.: yaramazlık etmek) ҡ. диал. ҡар. шуҡланыу.
Шаярыу, шуҡлыҡ күрһәтеү. □ Озорничать. Уҡыусылар пештекләнгән. Пештек-ләнеп ялҡытыу.
ПИПЕЙ (Р.: гусёнок; И.: gosling; T.: kaz yavrusu) и. диал.
1. Ҡаҙ бәпкәһе. □ Гусёнок. Пипейҙәр сыҡҡан. Инә ҡаҙ, пипейҙәрен эйәртеп, йылғаға табан китте.
2. Тауыҡтың йәки тауыҡтар ғаиләһенән булған башҡа берәй ҡоштоң бәләкәй балаһы; себеш. □ Цыплёнок. Көҙгө пипей. Тауыҡ пипейе. Пипей сығарыу. Пипей ашатыу.
3. кусм. Бәләкәй балаға ҡарата иркәләү һүҙе. □ Птенчик мой, дитятко моё, родненький мой (ласковое обращение к ребёнку).
620