Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 165


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БАТЫРҺЫНЫУ
батырайған була, йуләр. Ә. Хәкимов. Батырайып, алға ҡуҙғалдым, уҙем, тамаҡ ҡырып, тауыш биреп маташам. Н. Мусин.
БАТЫРҒЫС I (Р.: грузило; И.: plummet; T.: kurşun) и.
Ауҙы йәки ҡармаҡты һыуға батырыу өсөн тағылған ауырлыҡ. □ Грузило. Ҡармаҡ батырғысы. Һөҙгө батырғысы. ■ Ҡайыҡтар ағын тау йылғаһы буйлап тыныс аҡһын өсөн, уларҙың ҡойроғона туҡһан—йөҙ егерме ботлоҡ суйын батырғыстар аҫып ҡуйыр булғандар. Легенданан.
БАТЫРҒЫС II (Р.: кнопка; И.: press stud; T.: çıtçıt) и. диал.
Сыртлаҡ. □ Кнопка (для одежды). Кейе-менец батырғысын эләктерҙе.
БАТЫРҘАРСА I (P: героический; И.: heroically; T.: kahramanca) с.
Батырҙарға хас булған. □ Героический. ■ Егеттең оҙон буйлы, киң кукрәкле батырҙарса һыны ҡыҙға [Маянһылыуға] бик оҡшай. «Ҡуҙыйкүрпәс».
БАТЫРҘАРСА II (Р: героически; И.: heroically; T.: kahramanca) р.
Батырҙарға хас булғанса. □ Героически. Батырҙарса алышыу. Батырҙарса һәләк булыу. ■ Дошман һалдаттары менән яңғыҙы батырҙарса алышҡан Бейеш Ишкинин һәләк булғандан һуң, уның яуҙаштары өсөнсө мәртәбә сигенеп, өсөнсө мәртәбә атакаға кутәрелде. Я. Хамматов.
БАТЫРЛАНДЫРЫУ (батырландыр-) ҡ. йөкм. ҡар. батырланыу, понуд. от батырланыу.
БАТЫРЛАНЫУ (батырлан-) (Р: становиться храбрым; И.: become brave; T.: yüreklenmek) ҡ.
Батырға әйләнеү; батырайыу. □ Становиться храбрым, смелым. // Храбрость, смелость. ■ Бер көндө был ҡарт, батырланып, тышҡа кис менән уҙе генә сығып киткән. Әкиәттән. Ғәйзулла батырланыбыраҡ урындыҡтан шыуышып төштө. Я. Хамматов.
БАТЫРЛЫҠ (батырлығы) (Р: храбрость; И.: courage; T.: yiğitlik) и.
1. Ҡурҡыуһыҙлыҡ, тәүәккәллек сифаты, ҡыйыулыҡ. □ Храбрость, смелость, мужество. ■ Перовский ҡуҙғала биреп ҡуйҙы, шулай ҙа Ырыҫҡолдоң һуҙҙәрен шиккә алманы, киреһенсә, ошо батырлыҡ хаҡындағы иҫтәлек уға оҡшай биреп ҡуйҙы, тимәк, был бәндә яҡшылыҡты онота торғандарҙан ту гел, алда ла тоғро буласаҡ. 3. Ураҡсин. • Батырлыҡ телдә ту гел. Әйтем. Батырлыҡ — ярты бәхет. Әйтем. Батырлыҡ яуҙа беленер, мәргәнлек ауҙа беленер. Әйтем.
2. Хеҙмәттәге фиҙаҡәрлек. □ Трудовой героизм, геройство; подвиг. Я Башҡорт фольклорының 18 томлығы — уны төҙөуҙә һәм әҙерләуҙә ҡатнашыусыларҙың һәр береһе өсөн асылда тормош һәм ғилми хеҙмәт батырлығы, уларҙың уҙ ғумерҙәренең яҡты һәм ҡәҙерле өлөшө. Р. Шәкүр. Ошондай ҙур маҡсаты булған өсөн дә ул [Фәйзрахман ағай [ғәрип көйөнсә ысын хеҙмәт батырлығы курһәтә. Н. Мусин.
БАТЫРМАҠ (батырмағы) и. диал. ҡар. батырғыс 1.
БАТЫРМАҪ и. диал. ҡар. сыртлаҡ.
БАТЫРСЫЛЫҠ (батырсылығы) (Р: смелость; И.: boldness; T: cesaret) и.
Кеше алдындағы ҡыйыулыҡ; баҙнат. □ Смелость, решительность. ■ Дейеуҙе эҙләп табырға, уға ҡаршы һуғыш асырға бер кемдең дә батырсылығы етмәгән. Әкиәттән.
БАТЫРСЫЛЫҠ ИТЕҮ (батырсылыҡ ит-) (Р: осмеливаться; И.: venture; T: cesaret etmek) ҡ.
Ҡыйыуланыу; баҙнатсылыҡ итеү. □ Осмеливаться, отважиться, решаться на что-л. // Смелость, отвага, решимость. ■ Хатта «яратам» тип туп-тура әйтергә батырсылыҡ итә!.. 3. Биишева. Минең кеуек бәләкәйерәк малайҙар ятыу уртаһына уҡ йөҙөргә батырсылыҡ итмәй, һыу муйынға етер тирәгәсә белер-белмәҫ көйө атынып, ауыҙға тулған һыуҙы бөркә-бөркә йөҙөп хитланабыҙ ҙа туҡтап ҡалабыҙ. Н. Мусин.
БАТЫРҺЫНЫУ (батырһын ) (Р: ос меливаться; И.: resolve; T.: cüret etmek) ҡ.
165