Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 166


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БАТЫРЫЛЫУ
Үҙеңде батырға һанау, батыр итеп тойоу.
□ Осмеливаться, отваживаться, решаться. // Смелость, отвага, решимость. ■ Батырһынған егетте яу килгәндә курербеҙ. Ҡобайырҙан.
БАТЫРЫЛЫУ (батырыл-) ҡ. төш. ҡар. батырыу 1—4. страд, от батырыу 1—4.
БАТЫРЫП (Р.: от души, вдоволь; И.: whole-heartedly; T.: bol bol) р. диал.
Ихлас, еренә еткереп, бар көсөнә. □ От души, вдоволь; во всю мощь, в упор. Батырып ашау. Батырып эшләу. Батырып ҡарау. Батырып әйтеу.
БАТЫРЫУ (батыр-) (Р.: погружать; И.: sink; T.: daldırmak) ҡ.
1. Шыйыҡ, бөртөклө һәм башҡа нәмә эсенә индереү, тығыу, күмелдереү. □ Погружать, окунать. Көрткә батырыу. ■ Шулай ҙа етәксе тыныс, малайҙарҙың көрәкте нисегерәк ергә батырыуына тиклем ҡарай, ашыҡмаҫҡа ҡуша. 3. Ураҡсин. [Аттың] тупраҡҡа батырған морононан боҫланып ҡара ҡан һарҡый. Д. Бүләков.
2. Һыу төбөнә ебәреп, һәләк итеү. □ Топить, потоплять. // Потопление. Кәмәләрҙе йылғаға батырғандар. ■ Германдарҙы ҡасырҙыҡ, ҡалғандарын батырҙыҡ. Бәйеттән.
3. Һыу эсенә төшөрөп һалыу (шешен -дереу, ебетеу, серетеу өсөн). □ Погружать, окунать в воду что-л. (чтобы разбухло, размочилось и др.). // Погружение. Мискәне һыуға батырыу. Һалабаш батырыу.
4. Сәнсеп, ҡаҙап индереү. □ Впивать, впиваться. Теш-тырнаҡ батырыу. ■ Аңра! — тип екерҙе фашист эйәрсене. Бармаҡтарын бының яурынына батырып, Су-миновты тотҡондарға табан борҙо. Ә. Хәкимов. Гөлшан уның муйынына оҙон тырнаҡтарын ярайһы ғына батырып өлгөргәйне. Д. Бүләков.
5. Тотош, баштан-аяҡ буяу, мансыу.
□ Погрузить. // Погружение. Бысраҡҡа батырыу. Тиргә батырыу. Йәшкә батырыу. Кергә батырыу. Саңға батырыу. Ъ Хәбибуллин айғырын аҡ кубеккә батыра, уҙе лә арманһыҙ булып ҡайтып йығыла. Р. Камал.
Ни курәм: ресторан алдында биш егет бер-береһен ҡанға батырып һуғыша, ә теге резина таяҡ тотҡан ике егетегеҙ уларға йылмайып ҡарап торҙо-торҙо ла китеп барҙы. Д. Бүләков.
6. кусм. Баштан-аяҡ бер хәлгә төшөрөү.
□ Погрузить, погрузиться. // Погружение. Ауыр уйҙарға батырыу.
7. Ныҡ итеп төшөрөү (баш кейемен)', баҫыу. □ Надвигать низко на лоб, нахлобучивать (головной убор). // Нахлобучивание. ■ Аяғын кирә баҫып торған Сафуан Корбанов старателдең буркен маңлайына батыра кейҙереп елкәһенән тотош һелкте. Я. Хамматов. «Китергә уйлайҙармы?» — тигән уй Илғужаның эсен йылытты, ләкин кугәрсен тауышлы машина эсенән фуражка алып батырып кейҙе лә яҡын килде. Д. Бүләков.
8. кусм. Ғәйеп табып, бәләгә ҡалдырыу.
□ Топить. Эштә батырырға тырышыу.
БАТЫРЫШЫУ (батырыш-) ҡ. урт. ҡар. батырыу 1-5, 8. взаимн. от батырыу 1-5, 8. Һалабаш батырышыу. Шаярып, ҡарға батырышыу.
БАТЫУ (бат-) [дөйөм төрки бат-] (Р: тонуть; И.: sink; T.: batmak) ҡ.
1. Баҫҡан ауырлыҡты тоймай убылыу.
□ Тонуть, утонуть, завязнуть, погружаться, увязнуть. // Потопление, погружение. Ҡар бата. Карға батыу. Комға батыу.
■ Уҡытыусы ла, класташтар ҙа хафаға төштө: Тәуфиҡ ҡайҙа, әллә көрткә батып ятып ҡалдымы? Р. Камал. ■ Аҡбуҙ Уралды йәнә сойорғотоп ебәрҙе, ти. Был юлы Урал ергә тубыҡтан батты, ти. «Урал батыр».
2. Соҡорайып төшөү (куҙгә, яңаҡҡа ҡарата). □ Западать, впадать, вваливаться.
■ Ҡара Йомағолдоң ҡурҡынған куҙҙәре тағы ҡабаҡтары аҫтына инеп бата. М. Кәрим. Гимран бабай кеткелдәп көлә, төпкә батҡан сағыр куҙҙәрен алмаш-тилмәш беҙгә йөрөтөп сыға. Н. Мусин.
3. Һыу аҫтына китеү. □ Тонуть, утонуть. // Потопление, утопление. Кулгә батыу. ■ [Пенелопа:] Утта янмаҫ, һыуҙа
166