БАУ
батмаҫ аҫыл йәремде оҙаҡ йылдар өмөт өҙмәй көтәм, тоғро көтәм. Г. Яҡупова. Был сығанаҡтың исеме — Беркамыт. Имеш, элекке ваҡыттарҙа берәу ошо кулгә аты, арбаһы менән батып юғалған. М. Хужин.
4. кусм. Нимәгәлер тотош бирелеү; сумыу. □ Погружаться, погрузиться; тонуть, утонуть. // Погружение. Төрлө уйҙарға батыу. Ҡайғыға батыу. Бурысҡа батыу. ■ Минең ана шулай онотолоп, хыялға бата торған ғәҙәтем бар. М. Кәрим. Беҙгә килгән ҡыҙҙар таш төҫлө бата ла ҡуя ул. Һәр береһенә иш табыла Ишемьярҙа. Р. Камал.
5. кусм. Эш, тормошта күтәрелә алмай баҫылыу. □ Тонуть. ■ Рыя, нифаҡ, вәхшәт һаҙлығында бик куп йылдар батып ятасаҡ. Ш. Бабич. [Аллай:] Бәндәләр гонаһҡа батты, инде лә аңдарына килмәҫме, хаталарын аңламаҫмы, тигән өмөттәмен — ер йөҙөнә туфан һыуы ҡалҡытыуымдың сәбәп-маҡсаты ла ошо. Ә. Әминев.
6. Офоҡ артына инеү (кук есемдәренә ҡарата)', байыу. □ Заходить, закатываться (о небесных светилах). // Закат. Ай батты. Сулпан батты. ■ Ҡояш батып, шул ваҡыт кис булды, ти. «Бабсаҡ менән Күсәк».
7. Сәнселеп, ҡаҙалып инеү. □ Впиться, впиваться. Осло тимер усҡа батты. Тырнағы тәнгә батты. ■ Атҡан уҡтың яртыһынан кубеһе кукрәгенә был йыртҡыстың батты шунда. «Бабсаҡ менән Күсәк».
8. кусм. һөйл. Юҡ булыу, ғәйеп булыу (китеп). □ Пропадать; запропаститься, сгинуть. Эшенә китә лә бата. ■ [Ҡолош — Әсҡәпкә:] Шул фермаңа барһаң, батаһың да ҡуяһың, әллә тоҙло һыу һипкәндәр инде. Б. Бикбай.
9. Ярашлы, килешле булыу; ярау. □ Подходить, годиться; идти, соответствовать. // Соответствование. ■ Мәгәр миркәһен бер уттеме, кулме эсһәң дә бата ул, — тигән ҡарт, самауыр өсөнсөгә яңыртылғас. Әкиәттән.
10. кусм. Тотош буялыу. □ Пачкаться вчем-л. Бысраҡҡа батыу. Ҡергә батыу. Саңға батыу. Ҡоромға батыу. ■ Ауылға ул [Әхмәди], атын аҡ кубеккә батырып,
ятырҙа ғына ҡайтып төштө. Ж. Кейекбаев. Шашып-шашып бейеуҙән иҙәндәр һығыла, ә уҙҙәре [егеттәр] манма тиргә бата торғайны. С. Поварисов. Ҡара тиргә батҡан, хәлдән тайған йәштәр бөтәһе бер юлы орсоҡтай өйөрөлә, ҡулдарын болғай, яурындарын уйнатып, сәстәрен туҙғытып, һындарын йыландай борғосландыра. Д. Бүләков.
11. миф. Ай, Ҡояштың аҫҡы донъяға, диңгеҙгә төшөүе, батыуы. □ Закат луны, солнца в нижнее царство.
♦ Бурысҡа батыу бурыслы булыу. □ Залезть в долги. Теш батыу булдыра алыу, белеү. □ Смочь, уметь. ■ Фатиманың да теше батмаған мәсьәләләр килеп сыҡҡылай. Б. Бикбай. Уйға батыу тәрән уйҙарға бирелеү. □ Задуматься. ■ Ҡусер аттарҙы уҙ яйына ебәрҙе, дилбегәне кузла башына ураны ла, оҙон ҡулдарын тубығына ҡуйып, уйға батты. 3. Ураҡсин.
БАУ [дөйөм төрки баау ‘бау; төргәк’] (Р: верёвка; И.: cord; T: bağ) и.
1. Ҡуша беркетеп, уратып бәйләү өсөн ишеп йәки бороп эшләнгән оҙон нәмә; бәй. □ Верёвка, бечёвка, канат, аркан; шнур, завязка. Ишек бауы. Итек бауы. ■ Алтынбай ыңғырсаҡ-ҡамыттарҙы төҙәткеләп йөрөй, ә ике куҙе .. аҡ сарафан кейгән, сәс толомдарын билендәге бауға ҡыҫтырған ҡыҙҙа.
3. Ураҡсин. Ул арала Төлкөсура атынан һикереп төштө, теҙгенен сауҡаға бәйләне, суҡмарын тап осондағы бауынан беләгенә элгән килеш әкрен атлап һеләуһен эргәһенә килде. Н. Мусин. [Батыр] ишекте асты ла бауҙа эленеп торған трико менән куртканы йолҡоп алды. Н. Ғәйетбаев.
2. Һан менән килгәндә: теҙеп бәйләп ҡуя торған нәмәләрҙең сама үлсәме. □ Вязка, связка, охапка, низка. Бер бау утын. Ике бау балан. Өс бау һуған.
3. Еп үлсәү берәмеге. □ Единица измерения пряжи. Нисә бау еп алырға?
4. миф. Башҡорт халҡының ышаныу-ҙары буйынса, юлды, яҙмышты, ғүмерҙе һ. б. символлаштырған әйбер (кире мәғә
167