Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 168


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БАУ АУЫРЫУЫ
нәлә лә була ала). □ Мифологизированный предмет, символизирующий дорогу, путь, судьбу, непрерывность жизни, долголетие (в отрицательном значении: путы, оковы, завязку, привязь, узы). ■ Йәш килен балаларға суҡлы бау тарата ине. Башҡорт мифологияһынан.
♦ Бау һуҡмаған мал иркендә йөрөгән мал. □ Привольно пасущийся скот.
БАУ АУЫРЫУЫ (Р.: суставной ревматизм; И.: acute rheumatism; T.: oynak romatizması) и. диал.
Ыуа. □ Суставной ревматизм. Бау ауырыуынан ыҙалана.
Б АУ Ҙ АЛ ЫП ЯТЫУ (бауҙалып ят-) (Р.: быть в бессознательном состоянии; И.: be unconscious; T: bayılmak) ҡ. диал.
Иҫһеҙ-хушһыҙ ятыу. □ Быть в бессознательном состоянии. Ҡалҡмай ҙа, бауҙалып тик ята.
БАУҠАНЙЫҠ (бауҡанйығы) (Р: название родового подразделения башкир; И.: name of a Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Әйле башҡорттарының аймаҡ исеме. □ Название родового подразделения баш-кир-айлинцев.
БАУЛАНДЫРЫУ I (бауландыр ) (Р: свешивать; И.: let hang; T.: sarkıtmak) ҡ.
Бауын һалындырыу. □ Свешивать бечёвку, шнур. // Свешивание. ■ Этҡол бауландырып бәйләп ҡуйған кулдәк яғаларын тартып йыртты. Т. Хәйбуллин.
БАУЛАНДЫРЫУ II (бауландыр-) (Р: чувствовать тяжесть; И.: feel ache; T.: kırıklık hissetmek) ҡ. диал.
Ауырыҡһындырыу. □ Чувствовать тяжесть, ломоту в теле. // Тяжесть, ломота. Бауландырып тора бөгөн.
БАУЛАНЫУ (баулан ) ҡ.
1. төш. ҡар. баулау 1. страд, от баулау 1. Бауланған һуған. Бауланған миндек.
2. Епкә, бауға эләгеп аҫылыныу. □ Висеть, виснуть. ■ Аяғынан өҙәңгегә аҫылынған казак берсә юл ситендәге ҡая ташҡа, берсә йөҙйәшәр ҡарағай ботаҡтарына бәрелә-
һуғыла аттың ҡабырғаһында бауланып йөрөй торғас, бер бөгөлдәге тарбаҡ имәнгә эләгеп, ахыры, өҙәңгенән ысҡынып, ергә ауып ҡалды. 3. Биишева.
3. Аҫылыныу. □ Повиснуть. ■ Ҡулдары бушағас, Сабир ҡыҙға ҡосағын йәйҙе, ә уныһы егеттең муйынына бауланды. Г. Яҡупова.
4. Бер-бер артлы тағылыу. □ Привязываться. ■ Был сәйер һөйләшеу ҙә, ҡуйынында йылынып йоҡлап киткән бесәй балаһының ҡыбырлап ҡуйыуы ла, уҙенең бер нисә минут элек кенә белмәгән дә, курмәгән дә кешегә бауыр баҫып бауланғандай артынан эйәргәне лә Дилбәргә кинолағы кеуек тойола. Т. Ғарипова.
5. диал. Уҡмашыу, бер-береһенә аҫылыныу. □ Свисать верёвкой, цепляясь друг за друга. Ҡорттар бауланып тора.
БАУЛАУ (баула-) [боронғо төрки ба-‘бәйләү’] (Р: нанизывать; И.: string; T: bağlamak) ҡ.
1. Бауға теҙеү; бауға аҫыу. □ Собирать, нанизывать на нитку, верёвку. // Собирание, нанизывание. Балан баулау. Һуған баулау. Балыҡтарҙы киптерергә тип баулап ҡуйҙым.
2. Бауға тағыу; бәйләү. □ Завязать. // Завязывание. Башҡа яулыҡ баулау. Билгә билбау баулау. ■ Ғәйсәр ҡапҡаға табан атланы. Табанына, әйтерһең, ҡурғаш баулағандар, атлағыһы ла килмәй. Н. Мусин.
БАУЛЫ (Р: с верёвкой; И.: tied; T: bağlı) с.
1. Бауы булған. □ С верёвкой, имеющий верёвку. ■ [Морат] ҡышҡы каникулға ҡайтҡанда инде өҫтөнә ҡыҫҡа тун (яһалма тиренән булһа ла), аяғына ҡалын табанлы сит ил ботинкаһы, иңбашына оҙон баулы ят сумка аҫҡан егет булды. Р. Солтангәрәев.
2. Бауға тағылған, бау менән бәйләнгән; бәйле. □ Нанизанный; связанный, завязанный. ■ Һиндә ебәк баулы тутыйғош бар, миндә ҡайыш баулы ҡарсыға бар. Халыҡ йырынан. Баш ябыуҙары иҫкергән ҡайһы бер өйҙәрҙең ҡабыҡтары һалынып төшөп, ел иҫкән ыңғайға шапылдап һыулыҡҡа бәре
168