Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 169


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БАУЫР
ләләр, өй ҡабырғаһына һайғау менән аҫып ҡуйылған баулы баландар, миндектәр бәүеләләр. Ж. Кейекбаев. [Миңлегөлдөң] өҫтөндә — ҡыҙыл сатин күлдәк, башында — өр-яңы шәлъяулыҡ, уның аҫтындағы ҡашмауының мәрйен баулы тәңкәләре нәфис маңлайына һалынып төшкән. Н. Мусин.
3. Бауҙан эшләнгән. □ Верёвочный. Баулы баҫҡыс.
БАУЛЫ ЯУЛЫҠ (яулығы) и. диал. ҡар. ҡушъяулыҡ.
БАУҺЫҘ (Р.: без верёвки; И.: unlinked; T.: bağsız) с.
1. Бауы булмаған. □ Без верёвки. • Ирле бисә — сирле бисә, ирһеҙ бисә — бауһыҙ уймаҡ. Әйтем.
2. Бауға тағылмаған. □ Несвязанный, не-завязанный. Өҫтәлдә бауһыҙ һарымһаҡтар ята.
3. күсм. Кәүҙәне тота алмаҫлыҡ хәлһеҙ; быуынһыҙ. □ Слабый, бессильный. Бауһыҙ булып ятыу. ■ Мин әле генә бауһыҙ йығылған Илһам хәсрәтенән һәм тән-олонома балта сабылған һайын тәрәнәйә барған ярам һыҙлауына түҙә алмайынса үкһейем. Н. Мусин.
Б АУ Ы Л АУ (бауыла-) ҡ. диал. ҡар. баулау.
БАУЫЛДАҠ (Р.: плаксивый; И.: whining; T.: ağlamalı) с.
Бауылдап гел илаған; илаҡ. □ Плаксивый, слезливый. Бауылдаҡ бала. Бауылдаҡ булыу.
БАУЫЛДАУ (бауылда-) (Р: реветь; И.: roar; T.: böğürmek) ҡ.
1. Илағанда яман тауыш менән ҡысҡырыу. □ Реветь. // Рёв. Бауылдап илау.
2. диал. Яман тауыш сығарыу, аҡырыу. □ Кричать дурным голосом, орать. // Крик, ор. Кәзәң бауылдай түгелме?
Б АУ Ы Л ЫУ (бауыл-) ҡ. диал. ҡар. мауығыу 1. Малдарға бауылып тик торам.
БАУЫР I [боронғо төрки бағыр ‘бауыр, ҡорһаҡ’] (Р: печень; И.: liver; T.: karaciğer) и. анат.
1. Кеше һәм хайуан организмында үт эшләп сығара торған эске ағза. □ Печень. Бауыр юлы. Бауыр ауырыуы. ■ Миңә араҡы ғөмүмән ярамай. Бауыр насар. Р. Солтангәрәев.
2. күсм. Кешенең хис-тойғо тупланған урыны; йөрәк. □ Душа, сердце. Бауырға инеү. Ҡаты бауыр. ■ Шул тиклем дә бөтмөр, асыҡ зиһенле балаһының артабан уҡыуҙан өмөтө киҫелеүе бауырын телә әсәнең. Ә. Хәкимов.
3. эйл. ф. бауырым. Яратып әйтеү һүҙе; бәғерем. □ Ласкательное слово. Һөйөклөм, бауырҡайым минең.
4. Йәнлек, хайуандың ҡорһағы, сандыры. □ Живот, брюхо. Мал бауырына тиклем көрт баҫҡан. ■ Яйыҡай ҙа һыуҙы аша сыҡтым аҡ бауырлы ҡара ат менән. Халыҡ йырынан.
5. Нәмәнең бөгөлгән эске яғы. □ Внутренний изгиб предмета. ■ Әҙернә лә яндың бауыры йоҡа, аҡ ебәктәр кәрәк керешкә. Халыҡ йырынан.
6. күсм. Ер-Һыуҙың буйы, эргәһе. □ Означает прилегающую к чему-л. местность. Күл бауыры. Тау бауыры.
7. күсм. Миҙгел һуҙымы, миҙгел дауамы. □ Период, сезон. Йәй бауыры ҡыҫҡа. ■ Урмандар, тауҙар, йылғалар ҡыш бауырын үткәреп, йәнә беҙгә, бөтә ергә йәм һибергә, беҙҙе туйындырырға, ҡыуандырырға әҙерләнә. Н. Мусин.
8. күсм. Нәҫел, тоҡом, зат. □ Потомство, род. ■ Ике балаһы, бауырҙары, янып үлгән ерҙән китергә мәжбүр итәһеңдер... Ә. Хәкимов. [Лидия Николаевна:] Йырҙа һыҡтаған ҡыҙ — Зөлхизә — минән мең тапҡыр бәхетлерәк. Ул ят бауыр түгел. Үҙ халҡының, үҙ еренең ҡыҙы. Т. Ғарипова. Атаҡайым мине һатып бирҙе, бауырҡайы башҡа булһын, тип. Сеңләүҙән.
9. миф. Башҡорт халҡы ышаныуҙары буйынса, кешенең йәне урынлашҡан, туғанлыҡты белдергән, мөхәббәт хистәрен йөрөткән тән ағзаһы. □ В представлениях башкир: мифологизированная часть тела, в котором сосредоточена душа, орган кровного родства и любви.
169