Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 170


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БАУЫР
♦ Бауыр алышыу сит, ят булып китеү.
□ Становиться чужим, неродным, доел. Поменять печень. ■ Ете атаға еткәс, ҡыҙ бауыры алышыр. Башҡорт мифологияһынан. Бауыр баҫыу 1) һыйынып, йыуаныс табыу. □ Находить утешение в чём-л. Балаға бауыр баҫыу. ■ Үҙе белгәндән алып, Юлия ағаһы Григорийға бауыр баҫҡан, гел уның менән бергә йәшәгән, һ. Дәүләтшина. 2) диал. эйәләшеү. □ Привыкать. Бауыр бәйләү бәйләп, тотоп тороу. □ Связывать, удерживать. ■ Ысынлап та, һибәтулланың ауылда бауыр бәйләгән бер кеме лә, бер нәмәһе лә юҡ. Ш. Янбаев. Бауыр ите бик ҡәҙерле, ғәзиз кешегә ҡарата әйтелә. □ Дорогой; родной, близкий. • Бала — бауыр ите. Әйтем. Бауыр күтәреү нығынып, донъя көтөрлөк хәлгә килеү; аяҡҡа баҫыу. □ Встать на ноги, окрепнуть (о здоровье, о хозяйстве и т. п.). Бауыр кутәреп, арыу ғына йәшәй башлағанда һуғыш сығып китте. Бауыр ҡалҡыу үҫеп, эшкә ярарлыҡ булыу. □ Подрастать, взрослеть. ■ Бауыр ҡалҡа төшкәс, малайҙарын Тимерйән тимерсегә бирә. Әкиәттән. Бауыр ҡатыу 1) ҡаты күңеллегә әйләнеү. □ Стать жестоким, ожесточиться. 2) диал. быуын ҡатыу. □ Стать взрослым, самостоятельным. Бауыры ҡатмаған йәш балалар. Бауыр өҙөлөү ныҡ яфаланыу йәки әсенеү. □ Страдать. ■ Һалҡын елдәрҙән өҙөлә бауырҙар. М. Илбаев. Бауыр түшәп ятыу һуҙылып, йөҙ түбән ятыу. □ Лежать ничком. Бауыр һөйрәү тормошта аяҡҡа баҫа алмай йонсоу.
□ Утомляться, изнуряться, мучиться; испытывать недостаток, нужду. ■ [Сурағол:] Тәненә ит урмәй, йөрәгенә май ҡунмай, бауыр һөйрәп, ыҙа сиккән Кусәрбай ҡусты ла беҙҙән китте. Т. Хәйбуллин. Бауырға инеү кешенең күңеленә, эс-серҙәренә үтеп инергә тырышыу. □ соотв. Лезть в душу. Бауырға инеп бара. Бауырға таш булып ятыу ауыр хәл, ҡайғы кисереү. □ соотв. Лечь камнем на сердце. Бүре бауыр рәхимһеҙ, ҡанһыҙ кешегә ҡарата әйтелә.
□ Жестокий, злой, зловредный. ■ [Фати
ма:] Фәғилә бахырҙы буре бауыр Саҡай ни ҡара көнгә еткерҙе. Б. Бикбай. Ҡара бауыр ҡара эсле, яуыз кешегә ҡарата әйтелә.
□ Злой, зловредный, жестокий. ■ Хәмзә бутай донъяны. Кешене бер-береһенә һөсләтә, .. ҡара бауыр. Яр. Вәлиев. Таш бауыр ҡаты күңелле, рәхимһеҙ кешегә ҡарата әйтелә.
□ Жестокосердный, безжалостный, бессердечный. ■ Атаҡайым минең ай таш бауыр, мин илаған саҡта иламай. Сеңләүҙән. Ят (йәки сит) бауыр сит, ят кешегә ҡарата әйтелә. □ Неродной, чужой (о человеке). Араға ят бауырҙар инде. ■ Төшөнә кереп һаташтырған бәйге ваҡытында Ирназар ауылда уҙенең ят бауыр булыуын тамам аңлағайны. Ә. Хәкимов.
БАУЫР II (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T: bir Başkurt soyunun adı) и. этн.
Тамъян ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир-тамьян-цев.
БАУЫР III (Р.: часть ткацкого станка; И.: detail of a loom;T: dokuma tezgahının bir kısmı) и. диал.
Туҡыу станогының бер өлөшө. □ Часть ткацкого станка.
БАУЫР АҒАСЫ и. диал. ҡар. борғоса 1.
БАУЫР АҪТЫ (Р: пах; И.: groin; Т: kasık) и. анат. диал.
Кеше, хайуан һәм ҡоштарҙың ҡорһаҡ аҫты. □ П ах. Ямғырҙан һуң тәрән кисеуҙең һыуы аттың бауыр аҫтынан булды.
♦ Бауыр аҫтынан ел үтеү үҫә төшөү.
□ Подрасти.
БАУЫРҒАЛЫҠ (бауырғалығы) и. диал. ҡар. бауырлыҡ 1. ■ [Букәнбай:]Атыңды бына шунда бәйлә, — тип дөйәһенең ба-уырғалығына ымланы. Н. Мусин.
БАУЫР ЕЛБӘГӘЙЕ (Р.: ветреница печёночная; И.: liverwort; T: kızılyaprak) и. бот.
Лютиктар ғаиләһенә ҡараған күп йыллыҡ тамыр һабаҡлы үҫемлектәрҙең бер төрө.
170