БАУЫР ҮЛӘНЕ
□ Ветреница печёночная (лат. Hepatica). Бауыр елбәгәйенең тыуған ере — Төньяҡ Америка. Бауыр елбәгәйенең сәскәләре аҡ йәки зәңгәр төҫтә була.
БАУЫРҘАУ (бауырҙа-) (Р.: пикеле-вать; И.: skin treatment; T.: asitle temizlemek) ҡ. диал.
Тирене һоло иҙелмәһендә екетеү. □ Пи-келевать шкуры в овсяном растворе. // Пикелевание. һыйыр тиреһен бауырҙау.
БАУЫРҘАШ [боронғо төрки бағыр ‘бауыр, ҡорһаҡ’] (Р.: кровный; И.: blood relation; T: kandaşlık) с.
Ҡан ҡәрҙәш. □ Кровный, родственный. Бауырҙаш ағай. Бауырҙаш кеше.
БАУЫР ҠАЛҠЫУ (бауыр ҡалҡ-) (Р: вырасти; И.: grow up; T.: büyümek) ҡ. диал.
Үҫеп етеү. □ Вырасти. Улымдың бауыры ҡалҡһа, бирешмәм дә. ■ Белә хәҙер Кукбуре: танһыҡһырап тапҡан көсөктәренең бауыры ҡалҡһа, ул ана шул урманға эйәртеп китәсәк уларҙы. Т. Ғарипова.
БАУЫРЛАНЫУ (бауырлан-) (Р: свёртываться; И.: curdle; coagulate; T.: kıvrılmak) ҡ.
Ҡуйы, ҡатҡыл хәлгә килеү (ҡан, ҡатыҡ кеуек нәмәгә ҡарата). □ Свёртываться; сгущаться. // Свёртывание, сгущение. Ҡатығы яҡшы ойоған, бауырланып тора.
БАУЫРЛАУ (бауырла-) (Р: проходить;
И.: pass along; T.: geçmek) ҡ.
1. Ер-Һыуҙы буйлау. □ Проходить, проезжать вдоль чего-л. Тау бауырлау. ■ Кук ыласын оса кул бауырлап, тибер микән кугәл өйрәкте. Халыҡ йырынан.
2. Ҡыҙырып йөрөү; гиҙеү. □ Исходить, изъездить, исколесить. Ил бауырлау. ■ Егет кенә бахыр ер бауырлай, кукрәк көсө менән мал табып. Халыҡ йырынан.
3. Эсенә ятыу; йөҙ түбән ятыу. □ Ложиться на живот; ложиться лицом вниз, ложиться ничком. ■ Сарсап килеп, ярға бауырлап, һыу эсә шай минең улҡайым. К. Кинйәбулатова.
БАУЫРЛЫҠ (бауырлығы) (Р: подбрюшник; И.: bellyband; T.: karın kuşağı) и.
1. Аттың бауыры аҫтынан үткәреп ике тәртәгә бәйләгән бау (һарҡыу тотоу өсөн). □ Подбрюшник. ■ [Бай] юрғаға бауырлыҡ ҡуймай егеп, тау төшкәндә алып ҡасты. Т. Хәйбуллин. Йөк атымын, бауырлығым ҡыҫып бәйләнгән. Тәртәләрҙән сығыу ауыр, һыртлыҡ сейәлгән. Ф. Бүләков.
2. һыуыҡта йәш малдың бауыры аҫтына бәйләй торған кейеҙ. □ Кошма, подвязываемая под брюхо мелкому скоту для тепла. ■ Елле-ямғырлы көндәр башланғас, ҡолондарға бауырлыҡ бәйләргә булдылар, ти. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
3. Ваҡытһыҙ бәрәсләү булмаһын өсөн тәкәләрҙең бауыр аҫтын бәйләп ебәрә торған кейеҙ. □ Кошма, подвязываемая под брюхо барану или козлу, чтобы не допустить несезонной случки. Бауырлыҡ бәйләу.
БАУЫРМАЛ I (Р: подаренный родителями скот; И.: gift cattle for newlyweds; T.: yeni evlilere hediye edilmiş hayvanlar) и. этн.
1. Яңы өйләнгән йәштәргә ата-әсәләре бүләк иткән мал. □ Скот, подаренный родителями молодожёнам. Бауырмал итеп бер тана буләк иттеләр.
2. Изгеләштерелгән мал, байлыҡ, муллыҡ, бәхет символы. □ Скот, символ богатства, достатка, счастья.
БАУЫРМАЛ II (Р: душевный; И.: responsive; T.: ruhsal) с.
Кеше йәнле, рәхимле. □ Душевный, отзывчивый, чуткий, сердечный. Бигерәк бауырмал кеше. • Бауырмалға дуҫ куп. Әйтем.
БАУЫР МҮКТӘРЕ (Р: печёночники; И.: lichen species; T.: ciğer otları) и. бот.
Мүктәрҙең бер төрө. □ Печёночники, печёночные мхи (лат. Marchantiophyta, Hepatophyta). Бауыр муктәре — бөтә Ер шарында таралған уҫемлектәр.
БАУЫР ҮЛӘНЕ (Р: хвощ полевой; И.: scoring rush; T.: atkuyruğu) и. диал. бот.
Шыршы үләне. □ Хвощ полевой (лат. Equisetum arvense). Бауыр уләне — дарыу уләне булып һанала.
171