БАУЫРҺАҠ
БАУЫРҺАҠ I (бауырһағы) [боронғо төрки бағарсуҡ] (Р.: баурсак; И.: boortsog; Т.: baursak) и.
1. Йомортҡаға баҫҡан ҡамырҙан ваҡ-ваҡ ҡына йомро йәки ромб формаһында ҡырҡҡылап, майға ҡайнатып бешергән ашамлыҡ. □ Баурсак {сваренные в масле кусочки теста). ■ [Ғәзимә:] Бауырһаҡты арыулап, һары майға ғына бешерегеҙ. Туң май бауырһаҡтың тәмен ала ул. һ. Дәүләтшина. Хәҙер [Юлдаш] күҙҙе ҡыҙҙырып ятҡан бауырһаҡтарҙың бер генә бөртөгөн дә алып ҡаба алмай ине. 3. Биишева.
2. Йола, байрам ашы; түллек, муллыҡ символы. □ Обрядовое, праздничное угощение; символ достатка, плодородия.
БАУЫРҺАҠ Ис. диал. ҡар. бауырмал IL БАУЫРҺАҠ БАШЫ (Р.: верхушка чак-чака; И.: ehak-ehak top; T.: çak çak) и. диал.
Сәксәк башы. □ Верхушка чак-чака. ■ Бауырһаҡ башын, иң башындағыһын ашаған кеше бәхетле була. Экспедиция материалдарынан.
БАХ-БАХ-БАХ! (Р: слово подзыва лошади; И.: interjection for calling horses; T.: atlara seslenme ünlemi) саҡ. диал.
Атты саҡырыу һүҙе. □ Слово подзыва лошади.
БАХИЛ, БАХИЛА [рус. бахилы < төрки] (Р: бахилы; И.: shoe covers; T.: galoş) и. диал.
1. Гигиеник маҡсатта аяҡ кейеме өҫтөнән кейә торған чехолдар (полиэтилендан, йомшаҡ туҡыманан). □ Бахилы. Дауаханаға бахилаһыҙ индермәйҙәр.
2. диал. Һунар итеге. □ Охотничьи сапоги. ■ Абызыйымдың бахилы була торғайны аусыларға йөрөргә. Экспедиция материалдарынан.
3. диал. Тәрән итеп үрелгән бауһыҙ сабата, ҡата. □ Глубокие лапти-галоши без оборы. Бахилы тишелгән.
4. ҡар. бышым 1. Тула бахил.
5. диал. Оҙон ҡуныслы аяҡ кейеме. □ Обувь с высоким голенищем.
БАХМИС (Р: рысак; И.: trotter; T.: tırısa alıştırılmış at) и. диал.
Арғымаҡ. □ Рысак. Бахмисты эйәрләү.
БАХЫР I [ғәр. ‘фәҡир’] (Р: бедный; И.: poor; T.: zavallı) с.
Ҡыҙғаныс, аяныс хәлдәге; меҫкен. □ Бедный, несчастный, жалкий. ■ Ҡалай уҫал икәнмен дә баһа мин,— тип аптырап та, үкенеп тә уйланды Емеш.— Өйгә ҡайтҡансы туңып бөтә бит инде, бахыр... 3. Биишева.
БАХЫР II (Р: кол; И.: sort of a post for stopping rafts; T.: kazık) и. диал.
Һалды туҡтатыр өсөн йылға уртаһына ҡағылған ағас. □ Кол, вбиваемый в середину реки для остановки плота. Йылғаның ана шул тәңгәленә бахыр ҡағылғайны.
БАХЫРҠАЙ (Р.: бедняжка; И.: poor thing; T.: zavallı) и.
Бахыр һүҙенең иркәләү-кесерәйтеү формаһы. □ Бедняжка, бедненький. ■ [Ғәлимә апай:] Сәмиғуллин ағай (үҙенән ололар ҙа уға шулай өндәшә), зинһар, төрмәлә серемәһен инде бахырҡайымдың башҡайы!.. Г. Яҡупова. [Рауза:] И-и, бахырҡайым, етемдең үлгәс тә ҡәҙере юҡ, баһымсаҡҡа баҡа ла айғыр тигәндәй, башҡа берәүҙең ҡәберен түгел, һинекен борҡота һыйыры ла... Т. Ғарипова. Илғужаны бау менән сырмап бәйләгәндәр. Ҡыймылдар ғына ла әмәле юҡ икән бахырҡайҙың. Д. Бүләков.
БАХЫРЛЫҠ (бахырлығы) (Р: прибед-нённость; И.: shabbiness; T.: sefalet) и.
Меҫкенлек. □ Жалкое состояние, прибед-нённость, убогость. ■ Ана шулай бәндә бәндәне ҡурҡытып тота инде ул, шулай яуызлыҡ ҡыла, енәйәт эшләй, беҙҙең бахырлыҡтан, ҡурҡаҡлыҡтан файҙаланалар! — Әнүәр тотош лекция уҡып ташланы. Р. Камал.
БАХЫРНИСА и. диал. ҡар. тәлмәрйен.
БАҺА I [фарс. tfrj] (Р: цена; И.: cost; Т.: fiyat) и.
1. Аҡсалата хаҡ. □ Цена, стоимость; расценка. Әйбергә баһа биреү. Баһа ҡуйыу. ■ Урал тауҙарының аҫыл ташы, баһалары — оло мал башы. Халыҡ йырынан.
172