Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 173


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БАҺАЛАУ ҠИММӘТЕ
2. Ниҙеңдер сифатын, әһәмиәтен билдәләгән фекер. □ Оценка, отзыв. Китапҡа баһа биреу. ■ Был тәҡдим Шәмсигә көтөлмәгәндә башына кирбес менән һуғыу кеуек тәьҫир итте. Шуға курә лә ул яһалған тәҡдимгә яуап та, баһа ла бирә алманы. Ғ. Хәйри. Ассоциатив образдар, тойғолар аша әхлаҡи һығымталарҙың, баһа-критерийҙарҙың бөгөндән уткәнгә, уткәндән бөгөнгә урелә барыуы, заман куренештәрен баһалауҙа заманалар теҙмәһе тәжрибәһенә мөрәжәғәт итеу Әхиәр Хәкимов әҫәрҙәренә хас. Р. Байымов.
3. Кемдең йәки ниҙеңдер тотҡан әһәмиәте, урыны; ҡәҙер. □ Цена, ценность, значимость. Үҙеңдең баһаңды, ҡәҙереңде белеу. ■ Шаяра-көлә һөйләнеп, май бөрөштөргән куҙҙәрен уйнатып, Котлоғужа бай тәуге аяҡты уҙе йөрөтөп сыҡты. Был егеттәргә баһаны белә ине ул. Н. Мусин. Каҙнабаевты бында һәр кем белә: клиниканың персоналы, ауырыуҙар, хатта уларҙың туған-тыумасаһы ла. Шуға уҙ баһаһын белеп кенә, сөм-ҡара сәстәрен һирәк-һаяҡ ҡына һыпырғылап атланы. Д. Бүләков. • Уҡ баһаһы — атылғандан һуң, һуҙ баһаһы — әйтелгәндән һуң. Мәҡәл.
БАҺА II [боронғо төрки баса ‘һәм, тағы, һуң’]: да баһа (дә баһа), ҙа баһа (ҙә баһа), ла баһа (лә баһа), та баһа (тә баһа) (Р.: же, ведь; И.: indeed; T.: işte) киҫ.
Әйтелгән фекерҙе нығыта. □ част. усил. (употребляется с частицами да, ла) же, ведь. Кайтты ла баһа. Килде лә баһа. ■ [Тимаш баяр] яҡшылабыраҡ ҡараһа, ҡылған ту гел, ҡара айғырҙың ялы икән дә баһа. 3. Ураҡсин. [Малыбай] Бәй, Фәғилә ҡоҙағый, һин икәнһең дә баһа! Һаумы! М. Буранғолов.
БАҺА БИЛДӘЛӘҮСЕ и. ҡар. баһалаусы.
БАҺАДИР I [фарс. ‘батыр’] (Р: богатырь; И.: powerful man; T.: bahadır) и.
Көслө, ғәйрәтле, йөрәкле кеше; батыр. □ Богатырь. ■ Шулай ҙа «юлбарыҫ тиреһе ябынған баһадир» иптәштәренә ҡушылып көлмәне. М. Кәрим. [Петрик] ҡойоп ҡуйған баһадир! Тәнендәге һәр һыҙаты, һәр мус
кулы уҙенә килешле, гузәл! Р. Камал. Сатыр тәҙрәһенән тышҡа, тулҡын-тулҡын һөҙәк кенә йәшел убалар сыбарлаған киң далаға, һирпелеп утте лә Еҙукәй баһадирҙың ҡарашы, офоҡ ситендәге ниндәйҙер нөктәгә ҡаҡлығып, салт аяҙ куккә урләне. Ә. Хәкимов.
БАҺАДИР II (Р: богатырский; И.: brave; T.: kahramanca) с.
Ҡыйыу, ҡурҡыу белмәҫ, йөрәкле. □ Богатырский, геройский. Баһадир ҡанлы. Баһадир йөрәкле. ■ Әхтәм, уларҙың өндәш-мәуенә ҡыуанып, һуҙҙе бутән яҡҡа борорға тип ауыҙ асҡайны инде, аранан береһе — баһадир һынлы сибәр егет — телгә килеп, руссаны вата-һындыра һөйләй башланы. Ә. Хәкимов. Өр-яңы хәбәр ишеткәс, халыҡ ҡапыл тынысланды, атының билен һындырырҙай булып эйәрҙә ултырған баһадир кәуҙәле кешегә төбәлделәр ҙә, ауыҙ асып өнһөҙ ҡалдылар. Н. Мусин.
БАҺАЛАМА (Р: отзыв; И.: comment; Т.: mütalaa) и. ҡар.
Ниҙеңдер әһәмиәтен, сифатын билдәләгән фекер. □ Отзыв. Монографияға баһалама яҙыу. Диссертацияға баһалама биреу.
БАҺАЛАНЫУ (баһалан-) ҡ. төш. ҡар. баһалау, страд, от. баһалау.
БАҺАЛАУ (баһала-) (Р: ценить; И.: value; T.: değer biçmek) ҡ.
1. Кемделер йәки нимәнелер сифаты, әһәмиәте яғынан билдәләү. □ Ценить, оценивать. // Цена, оценка. Тауарҙы баһалау. ■ Әллә иҫәр инде. Кыҙҙы Батыр шулай баһаланы. Н. Ғәйетбаев.
2. Кемделер ҡәҙерләү йәки хөрмәт итеү, кемдең йәки намәнеңдер ҡәҙерен белеү. □ Дорожить кем-чем, ценить кого-что. Кешенең хеҙмәтен баһалау. ■ Ә. Хәкимов әҫәрҙәрендәге ошондайыраҡ ижади эҙләнеуҙәрҙе юғары баһаламай булмай. Р. Байымов. Яҡшымын тип, кукрәк киреп сыҡма, халыҡ уҙе курер, баһалар. 3. Биишева.
БАҺАЛАУ ҠИММӘТЕ (Р: оценочная стоимость; И.: assessed value; T.: vergi değeri) и.
һатыуға ҡуйылған нәмәнең иң түбәнге хаҡы. □ Оценочная стоимость. Машинаның
173