Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 174


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БАҺАЛАУСЫ
баһалау ҡиммәте. Кейемдең баһалау ҡиммәте.
БАҺАЛАУСЫ I (Р.: оценщик; И.: valuer; T.: muhammin) и.
1. Теге йәки был әйбергә хаҡ ҡуйыусы.
□ Оценщик. Профессиональ баһалаусы. Баһалаусы саҡырыу.
2. Кемдеңдер йәки нимәнеңдер сифатын, әһәмиәтен билдәләүсе. □ Ценитель. Китап баһалаусы. Сәнғәт әҫәрҙәрен баһалаусы.
БАҺАЛАУСЫ II (Р.: определительный; И.: indicating; T: gösteren) с.
Билдәләүсе. □ Определительный. ■ Беҙҙең мәктәптәрҙең эшен баһалаусы күрһәткестәр йылдан йылға күтәрелде. «Ағиҙел», № 11,2010.
БАҺАЛЫ (Р: ценный; И.: valuable; Т: kıymetli) с.
1. Хаҡы ҡуйылған, ҡиммәтле. □ Ценный, дорогой. Баһалы тауар. Баһалы әйбер.
2. Әһәмиәтле, ҡәҙерле. □ Ценный, значимый. Баһалы эш. Баһалы хеҙмәт. Баһалы мәҡәлә. ■ Үҙ халҡыңдың әҙәбиәтен, тарихын яҡшылап белмәй тороп, тулы баһалы кеше булып буламы ни?.. — ти. 3. Биишева.
БАҺАУ и. диал. ҡар. бағау.
БАҺАУЕТДИН ХУЖА и. диал. миф. ҡар. юл эйәһе. Юлға сыҡҡанда Баһауетдин хужаға «риза бул» тип хәйер бирергә кәрәк.
БАҺРАУ (Р: воспалившееся место; И.: veterinary condition; T: hayvanların ayak hastalığı) и. диал.
Малдарҙың, ҡоштарҙың аяғында була торған ауырыу. □ Воспалившееся место на ногах животных, птиц. Быҙауыма баһрау сыҡҡан.
БАҺРАУ ҺӨЙӘГЕ (Р: ключица; И.: collarbone; T: köprücük kemiği) и. анат. диал.
Умрау, умрау һөйәге. □ Ключица. Баҫҡыстан осоп төшөп, баһрау һөйәге һынған.
БАҺЫМ I р. диал. ҡар. тиҙ 1. Әйҙә, баһым булайыҡ.
БАҺЫМ II (Р: гумно; И.: threshing-floor; Т: harman (yeri) и. диал.
Ырҙын. □ Гумно. Кискә саҡлы баһымда эшләнек.
БАҺЫМДАУ (баһымда-) (Р: приближаться; И.: approach (about one’s age); T: yaklaşmak) ҡ. диал.
Яҡынлау (йәш буйынса). □ Приближаться (по возрасту). Йәше утыҙға баһымдай инде, һаман кейәүгә бармай.
БАҺЫРМА БУҘА (Р.: буза; И.: buza; Т: boza) и. диал.
Ныҡ әсегән буҙа. □ Перебродившая (кислая) буза (традиционный напиток башкир, изготовляемый из овса).
БАҺЫРЫҠ (баһырығы) (Р.: слега; И.: kind of a press log; T: baskı türü) и. диал.
Ҡыйыҡ тырансаларын баҫырып ятҡан ағас. □ Слега для придавливания дранок на крыше. Ағас баһырыҡ. Кыйыҡ баһырығы серегән.
БАҺЫУ (Р: огород; И.: vegetable garden; T.: bahçe) и. диал.
Йәшелсә баҡсаһы. □ Огород. Кыҙҙар баһыуға сыҡты.
БАШ I [боронғо төрки баш\ (Р: голова; И.: head; T.: baş) и.
1. Кеше йәки башҡа йән эйәләренең баш мейеһе урынлашҡан өлөшө. □ Голова.
■ Хисбулла мәҙрәсәнән тап-таҡыр итеп ҡырылған баш, килешһеҙ оҙон елән, килбәтһеҙ суфый ҡыланышынан башҡа бер нәмәлә алып сыҡманы. 3. Биишева. Мәликә башын эйеп атлаған ыңғайға, ниҙәндер һиҫкәнеп, артҡа ҡараны ла шып туҡтаны. Ә. Хәкимов.
2. күсм. Айырым йәки күмәк шәхес. □ Отдельная личность или коллектив. Аҡыллы баш. ■ Карсығалар кеүек ирҙәр барҙа бәлә килмәҫ илдең башына. Халыҡ йырынан. Ялтас баш, эште шуның менән бөткәнгә һанап, алдында ятҡан ҡағыҙға эйелгәйне, Аҙнаев шәп-шәп атлап килеп, уның ҡаршыһына баҫты. Н. Мусин.
3. күсм. Аҡыл, зиһен. □ Ум, разум, сообразительность, смекалка. Башы бар. Башы эшләй.
4. Аяҡтың, аяҡ кейеменең осо. □ Носок. Ойоҡ башы. Итек башы. Быйма башы.
■ Ғәлимә әбей ойоҡҡа баш һабып бирҙе. М. Ғафури.
174