Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 175


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БАШ
5. Оҙон йәки һабаҡлы нәмәләрҙең тупалсыҡланып торған осо. □ Кончик, головка. Бармаҡ башы. Көнбағыш башы. Сөй башы. Шырпы башы. Һуған башы.
6. Ниҙеңдер еҫкә осо, өҫкө яғы. □ Верх, верхушка; вершина, макушка. ■ Яр башына ятып ҡыҙынабыҙ, һыңар аяҡта һикерәңләп йә таш саҡылдатып, ҡолаҡтарға тулған һыуҙы «тугәбеҙ». Н. Мусин. Кукрәктау башына менеп ҡараһаң, кук сите әллә ҡайҙа алыҫҡа кусеп китә. М. Кәрим. [Илтуған:] Бер башмағым юғалды. Шуны куҙләргә тип, анау тирәк башына менгәйнем, һине курҙем. Я. Хамматов.
7. Ниҙеңдер өҫтәге айырым өлөшө.
□ Отдельняя верхняя часть чего-л. Ишек башы. Ҡапҡа башы. Өй башы. ■ Һунарсыларҙың олорағы, ҡара мыйыҡлы, бөркөт танаулыһы, йәп-йәшел куҙҙәре мызлап янған кук бурене һырты йылҡылдап торған ҡара айғырҙың эйәр башына арҡыры һалып алған, башҡалары билдәренә икешәр-өсәр төлкө, тағы ла ниндәйҙер ваҡ йәнлек тиреләре аҫҡандар. 3. Ураҡсин. Таһир, тәҙрә башына селтәр элергә ҡаҙаҡ ҡағып бир әле, — тине Менәуәрә. Н. Мусин.
8. Ике осо булған нәмәнең бер яғы.
□ Конец, кончик, один из двух концов чего-л. Таяҡ башы. Тәртә башы. Таҫтамал башы. ■ Салауатҡай тартҡан ҡурайҙың ике башҡынаһы ҡурғашлы. Халыҡ йырынан. [Ҡарт] эргәбеҙгә килеп еткәс, алға кәксәйгән һаҡалын таяғы башына терәп, аҙ ғына һуҙһеҙ тора. Н. Мусин. [Телефондың икенсе башында ниндәйҙер тулҡынланған ир тауышы:] һаумыһығыҙ, Фәйрузә Хәсәновна! — тип ҡысҡырҙы. Д. Бүләков.
9. Ниҙеңдер осона кейҙерә торған айырым нәмә. □ Наконечник. Ҡәләм башы. Ручка башы. ■ Йөн иләп ултырғанда береһенең орсоҡ башы төшөп китте, ти. Әкиәттән.
10. Оҙонсараҡ майҙандың осо. □ Край, конец. Ер башы. Купер башы. Өҫтәл башы. ■ Ерҙең бер башынан икенсе башына сыҡҡансы, бураҙна әллә нисәгә кәкрәйә. Ғ. Хәйри.
11. Хәрәкәттә булған төркөмдөң алды.
□ Голова, передняя часть чего-л. Ылау башы.
■ [Мулла:] Төшкө намаҙҙан һуң юлға сығырбыҙ. Каруан башына һине уҙем юлыҡтырырмын, — тип Һабрауға ымланы. Я. Хамматов.
12. Йылға, юл кеүектең башланған ере.
□ Начало, исток, верховье. Шишмә башы. Ағиҙел башы. Юл башы. ■ Яйыҡ башы — Бөйөртау, Иҙел башы — Ирәмәлтау. «Заятү-ләк менән һыуһылыу».
13. Берәй нәмәнең, эш-хәрәкәт, хәл, ваҡиға йәки миҙгелдең башланған мәле.
□ Начало, начальный этап. Ай башы. Йәй башы. Эш башы. Әҫәр башы. Йыр башы.
■ Яҙ башы менән уҙйөрөшлө моторлы бесән сапҡыс алып ҡайтырға уйлағайнылар, кәрәкмәҫ, шул аҡсағыҙҙы уҙегеҙҙең кәрәк-яраҡҡа тотоноғоҙ, тип кәңәш биргәйне [Байморат ҡарт]. Ф. Янышев.
14. Әҫәр, яҙманың алға ҡуйылған исеме.
□ Заголовок, заглавие. Мәҡәлә башы. Хикәйә башы.
15. Әсетке итеп ҡалдырылған әсе ҡамыр киҫәге; икмәк башы. □ Закваска для хлеба. Камыр башы. Башы иҫке булды ахыры, икмәгем угҫманы.
16. Кешеләрҙе иҫәпләү берәмеге. □ Голова, нос (е знач. человек, каждый, всякий). Кеше башынан. Һалдат башынан. Уҡыусы башынан.
17. Йән эйәһенең йәки айырым нәмәләрҙең иҫәп берәмеге. □ Голова, головка; штука. Ике баш мал. Өс баш һарыҡ. Бер баш ҡорот. Бер баш һуған. ■ Боғара .. йөҙ илле — ике йөҙ баш һайҙаҡ йылҡы оҙатмаммы, шуның бәрәбәренә ҡорал, кейем-һалым, ҡышлыҡ он, ярма, тоҙ ҡайтартмаммы, тип ниәт ҡороп ҡуйғайны. Я. Хамматов. Назаровтың ярҙамы менән леспромхозға бер трактор, биш баш ат һатып алырлыҡ аҡса бирҙеләр биреуен, тик барыбер бурәнәләрҙе ташып өлгөрөп булмай. Н. Мусин.
18. Етәксе урын, етәкселек. □ Верхо-водство, руководство, предводительство, главенство. Ил башында тороу. Экспедиция башында булыу. Эш башына ҡуйылған.
175