Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 176


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БАШ
■ [Хан:] Эйе, мәмләкәт башында тороу еңел ту гел, йырау, — тип әңгәмәне һуҙҙы. — һинең башҡорттарың гел тиҫкәре ҡарай. Я. Хамматов.
19. Етәкселек итеүсе; башлыҡ. □ Глава, начальник, руководитель; главарь, вожак, предводитель. Хөкумәт башы. Ғәскәр башы. Баш булыу. ■ [Солтанов:] Шул ОРС магазинын ябабыҙ, Хызырҙы казёнкалағы бөтә аҙыҡ-тулеккә, бутән тауарҙарға баш итеп ебәрәбеҙ, ә уның ҡатыны Камиләне аш бешереусе итеп тәғәйенләйбеҙ. Н. Мусин.
20. миф. Өҫкә донъя, ғүмер башы, аҡыл, хакимлыҡ символы. □ Символ верхнего мира, начала жизни, ума, власти.
♦ Атаң башы! ҡар. ата I. Ауыртмаҫ (йәки ауыртмаған) башҡа тимер таяҡ ҡар. ауыртыу. Баш алмай (йәки күтәрмәй, ҡалҡытмай) эшләү тырышып туҡтамай эшләү. □ Не поднимая головы, не покладая рук. Баш аша атлау кем менәндер иҫәпләшмәй эш итеү. □ Действовать, минуя кого-л. доел. Перешагивать через голову.
■ Улай уҙ бригадирығыҙҙың башынан аша атлап йөрөмәгеҙ, тәуҙә уның менән һөйләшегеҙ. Б. Бикбай. Баш баҫып <эшләү> алһыҙ-ялһыҙ эшләү. □ Не покладая рук. Баш бирмәү бирешмәү, буйһонмау. □ Не поддаваться, не подчиняться. ■ Тайының, өркөп, ҡарышып, баш бирмәй маташыуы уға [Төлкөсураға] бурене һуғырға уңайлыраҡ яҡынлашыуға ҡамасаулай. Н. Мусин. Баш биреү буйһоноу, яйға килеү. □ Подчиниться, сдаться. Баш бирерлек бала тугел. Ат баш бирмәй ҡасты. Баш бөттө ниндәйҙер ауыр хәлдә ҡалыу. □ Пиши пропало, доел. Пропала голова. ■ И-их, бөттө минең баш, бөттө, туғанҡай. Д. Юлтый. Баш булыу 1) етәксе булыу, буйһондороу. □ Подчинять, управлять, стать главой; 2) тыйылыу. □ Сдерживаться, удерживаться. Нәфсеңә баш бул. ■ Барлыҡ эштәрҙән элек баш бул, туған, уҙ иркеңә... М. Ғафури. • Ҡойроғоң баш булһа, башың таш була. Әйтем. Баш ватыу ҡыйын бер мәсьәләне ныҡ уйлау. □ Ломать голову. ■ Беҙҙең иптәштәр хәҙергә
һуғыш тураһында баш ватмай. Ашау, эсеу, шуны әҙерләу тураһында уйлай. Д. Юлтый. Баш ебәреү башаҡҡа ултырыу (игенгә ҡарата). □ Колоситься. Баш етеү уйлап табыу (еткереү, сығарыу). □ Додуматься, догадаться. ■ А зат, ҡапҡаға барып терәлгәс тә, йугереп кереп китмәй, артына әйләнеп ҡарарға башы етте. Ә. Бикчәнтәев. Баш китеү 1) һөргөнгә китеү. □ Идти на ссылку, быть сосланным; 2) ситкә китеп олағыу, юғалыу. □ Пропасть, попасть в беду. ■ Башы китте, ҡайтмаҫ, ти буғай. Халыҡ йырынан. Баш күккә тейеү бик ныҡ шатланыу, һөйөнөү. □ Быть на седьмом небе. Баш күтәреү 1) кемгәлер ҡаршы ҡуҙғалыу, ҡаршы сығыу. □ Восставать, бунтовать; 2) арыуланыу, хәлләнеү. □ Встать на ноги; улучшать своё положение. ■ Был ғауғанан бер аҙ баш кутәрелгәс, тубый ҡашмауҙы ҡыҙ башына элгәс, ваҡыт еткәс уға йортҡа кусергә, шул ҡыҙҙар йыйыла ғәмен эсергә. М. Өмөтбаев. Баш ҡайнатыу ниндәйҙер мәсьәләне хәл итә алмай ныҡ уйлау. □ Ломать голову над чем-л. Эш тураһында баш ҡайнатыу. Баш ҡалҡытмай <эшләү> алһыҙ-ялһыҙ эшләү. □ Не покладая рук. Баш ҡалҡытыу 1) шытыу. □ Всходить. ■ Һәр яҙҙы, улән баш ҡалҡыта башлау менән, «Буләктау» колхозының һауын һыйырҙары .. йәйләугә сығарыла. Д. Исламов. Яр буйында ҡырпаҡ ҡар аҫтынан баш ҡалҡытып ҡараған сал сәсле тилбеулән, алабута баштарында боҙ тамсылары утлы ынйы булып емелдәшә. 3. Биишева; 2) арыуланыу. □ Подняться. ■ Ашар-ҙарына юҡ, ауырыуҙан баш ҡалҡыта алмайҙар, һ. Дәүләтшина; 3) көс йыйып, күтәрелеү. □ Подниматься. ■ Ҡыҙыл Армия .. яуыз дошманды баш ҡалҡыта алмаҫлыҡ итеп тар-мар итте. Б. Хәсән; 4) ниндәйҙер көскә ҡаршы күтәрелеү. □ Восставать.
■ Илбаҫарҙарға ҡаршы бөтә ил баш ҡалҡытты. Баш ҡатыу күп уйлап ауара булыу, аптырау. □ Отупеть, одуреть (от множества забот, мыслей, впечатлений).
■ [Рыҫҡол:] Ҡемгә бараһың да кемгә баш ора беләһең? Баш ҡатты инде. Б. Бикбай. Баш
176