Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 177


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БАШ
ҡушыу 1) берҙәмлеккә килеү, берләшеү.
□ Объединяться, присоединяться. ■ [Ҡор-мой:] Ыласын уҙ ыласынын тапмайынса, ҡауҙы менән баш ҡушамы ни? Б. Бикбай; 2) ылығыу, эйәләшеү. □ Привыкать, приручиться; примыкать. ■ [Ниғмәт:] Анау өскуҙ Сафаның һыйыры ҡасып, йөҙәтеп бөттө. Яңы алынған һыйыр, бер ҙә баш ҡушмай. Н. Ҡәрип. Баш менән сумыу ниндәйҙер эшкә тотошлай бирелеү, бирелеп китеп эшләү. □ С головой уйти (окунуться). Эшкә баш менән сумыу. Баш менән яуап биреү кемдер йәки нимәлер өсөн яуап биреү, яуапҡа тарттырылыу. □ Отвечать головой. Десятник уҙенең ҡасағы өсөн башы менән яуап бирә. Баш ороу 1) түбәнселек менән мөрәжәғәт итеү. □ Обращаться с просьбой о помощи. Турәгә баш ороу; 2) диал. ошаҡлау.
□ Доносить. Баш өҫтө иҫк. йомош ҡушҡан түрәгә ҡуштанлыҡ күрһәтеп әйтелә. □ К вашим услугам. Баш сыҡмау ниндәйҙер хәлдән ҡотола алмау. □ Никак не вырваться (из какого-л. положения). Бурыстан баш сыҡмай. Баш ташлап ярһып китеп. □ Разго-рячась. Баш ташлау башты һелтәү, баш сөйөү (атҡа ҡарата). □ Откидывать. ■ Ат дилбегә ҡаҡҡанды ла көтмәй, баш ташлап юрта. С. Агиш. Баш томаланыу асыҡ, аныҡ эш итеү һәләтен юғалтыу. □ Ум за разум заходит (зашёл). Баш түбән йөрөү шаярыу, ҡотороу. □ Ходить на голове. Баш тубән ҡолау. Баш тығыу 1) берәй эш-хәлгә ҡыҫылыу, ҡатнашыу. □ Участвовать, принимать участие; вмешиваться, соваться. Мәшәҡәтле эшкә баш тығыу; 2) барып, урын, ярҙам табыу. □ Найти приют, помощь. ■ Ҡайҙа барып баш тығырға? Тамаҡ туйҙырырлыҡ ҡына булһа ла ниндәй эш табырға? Ж. Кейекбаев. Баш тыҡҡыһыҙ буш урын булмаған ергә ҡарата әйтелә. □ Битком набито, ногой ступить негде, голову не просунешь. Баш һалыу 1) ҡорбан булыу. □ Сложить голову. ■ Аҫыл ирҙәр яуҙа баш һала. Халыҡ йырынан; 2) ризалыҡ белдереп, буйһоноу. □ Смириться, подчиниться. ■ Ихтыяран батшаға баш һалдығыҙ һеҙ [башҡорттар], рәхәт
лектә, тыныслыҡта ҡалдығыҙ һеҙ. С. Яҡшығолов; 3) диал. ҡар. мәһәр һалыу. Баш һелкеү раҫлауҙы йәки кире ҡағыуҙы белдереп баш һелкетеү. □ Качать головой. ■ Йәш егет уҙһуҙләнеп баш һелкте: — Мин йәшенмәйем. 3. Биишева. Баш һуҡҡан яҡҡа китеү теләгән яҡҡа китеү, теләһә ҡайҙа китеү.
□ Уходить куда глаза глядят. ■ Көтөуҙе may буйына алып барып һала ла [көтөусе], уҙе баш һуҡҡан яҡҡа сыға ла китә. М. Тажи. Баш юғалтыу онотолоп китеү; аңынан яҙыу, иғтибарлығын юғалтыу. □ Терять голову. ■ Беҙҙе бары һунар дәрте генә биләп алғайны. Был ваҡытта, мәғлум инде, Бибиков башын юғалтырға ла әҙер. Д. Юлтый. Баш эйеү буйһоноу, табыныу. □ Подчиняться. ■ Сала-уаттай ирҙәр баш эймәҫ, аяҡ-ҡулына бығау һалһаң да. Халыҡ йырынан. Баш әйләнеү баш буталыу; юғалып, аптырап ҡалыу. □ Голова идёт кругом. Башҡа бәлә (йәки алыу, төшөү) ҡайғы-хәсрәт күреү. □ Нажить беду. доел. Получить беду на голову. Башҡа етеү 1) харап итеү, һәләк итеү. □ Погубить. Кешенең башына етеу; 2) юҡ итеү, бөтөрөү.
□ Уничтожать, истреблять, ликвидировать, сводить на нет. Малдың башына етеу. Башҡа килеү уй, фекер тыуыу. □ Приходить на ум. Бер яҡшы ғына уй башҡа килде. Башҡа инеп тә сыҡмау уйлап та бирмәү. □ И в голову не приходит. Башка менеү (йәки менеп ултырыу) кемгәлер һалыныу. □ Садиться на голову. Башҡа сығыу башты томалау, иҫертеү.
□ Ударить в голову (например, об алкоголе). Ҡымыҙ башҡа сыҡты ла ҡуйҙы. Башҡа тай типмәгән (йәки типкәнме ни) кәрәкһеҙ, файҙаһыҙ бер эшкә тотонмаҫты белдергәндә әйтелә. □ Не дурак (об осторожном человеке). ■ [Әлхәмов:] Бөтә булған бәлә-ҡаза өсөн штраф ту ләп торорға башыма тай типмәгән. С. Кулибай. Башҡа төшөү яҙмышҡа, өлөшкә тейеү. □ Выпасть на долю. Башҡа төшкәс нимә эшләмәк кәрәк. Башҡа һеңдереү тылҡыу, башҡа (мейегә) һеңдереү.
□ Вбивать (забивать) в голову. Яңы ҡағиҙәне башыңа һеңдереп ҡуй. Башҡа һуғыу ниндәйҙер хәл өсөн яуап биреү, яуапҡа тартты-
177