БАШ
рыл ыу. □ Дать по шапке. Бер-бер хэл бу ла ҡалһа, башҡа һуғырҙар. Башка һыймаҫлыҡ {йәки һыйырлыҡ түгел) иҫ киткес хәл тураһында әйтелә. □ Уму непостижимо.
■ Көпә-көндөҙ ҡаш менән куҙ араһында дәуләт милкен юғалт, имеш! Башҡа һыйырлыҡ ту гел! Й. Солтанов. Башҡа һыймау ышанырға теләмәү. □ Не укладываться в голове (в сознании). ■ [Вәлиулла] яратҡан шағирының улемен башына һыйҙыра алмай, бер нисә көн аңҡы-тиңке йөрөгәйне. Ф. Иҫәнғолов. Башта тотоу хәтерҙә тотоу, иҫтә тотоу. □ Держать в уме кого-л., что-л. Баштан ашыу бик күп булыу; саманан артыу. □ Слишком много; вполне достаточно.
■ Ҡәмәр әбейҙең ҡыуанысы башынан ашҡан. Ғ. Дәүләтшин. [Барсынһылыу:] Батырлығың баштан ашҡан, матурлығың һыуҙай ташҡан. «Алпамыша». Баштан көлөү хыянат итеү. □ Изменять, супружеская измена. Баштан себен осороу ғәйепһеҙ булырға тырышып аҡланыу. □ Оправдываться.
■ [Шымбай — мулла хаҡында:] Мәсетте һибә итте лә башынан себен осорҙо, йәнәһе.
3. Биишева. Баштан сығарып ташлау бөтөнләй онотоу. □ Выбрасывать, выкинуть из головы. Был уйыңды бөтөнләй башыңдан сығарып ташла. Баштан сығыу онотоу. □ Вылететь из головы. ■ Китмәһә баштан был болғансыҡ томан, аһ дуҫ-иштәр, мин була алмайым әҙәм. Ш. Бабич. Баштан сыҡмау онотмау. □ Засесть гвоздём в голове. доел. Не выходить из головы. Әйткән һуҙҙәре баштан сыҡмай. Баштан үтеү кисереү, баштан үткәреү, татыу. □ Пережить, испытать. Баштан үткәреү хәтергә төшөрөү, иҫкә килтереү. □ Перебирать в уме (в памяти, в мыслях, в голове). Баштан һыйпамау кемделер яуапҡа тарттырыу, язаһыҙ ҡалдырмау. □ По головке не погладят. ■ Әсәһе лә шундай эш өсөн баштан һыйпамаҫ. Ғ. Ибраһимов. Беҙҙең ерҙәрҙе немец батшаһы баҫып алһа, уныһы башыбыҙҙан һыйпар тип беләһегеҙме ни? Д. Юлтый. [Тәуфиҡә — Мөхтәрәгә:]Кемде ҡанат аҫтына алғаныңды беләм. Бының өсөн башыңдан
һыйпамаҫтар. С. Кулибай. Баштан һыйпау яҡшы күреү, маҡтау. □ Одобрять, потакать, потворствовать, доел. Гладить по голове. Баштан һыпырыу насар ҡылыҡтары өсөн хөкөмгә тарттырмау, йомшаҡ ҡарау. □ Не подвергнуть наказанию. Беҙҙе был ҡылыҡ өсөн баштан һыпырмаҫтар. Башты ашау һәләк итеү, харап итеү. □ Губить, погубить.
■ Хас дошмандар нахаҡ бәлә ябып, ашанылар ғәзиз башымды. Халыҡ йырынан. Башты алйотҡа {йәки тилегә) һалыу юрамал ҡыланыу, һалышыу. □ Прикидываться дурачком. ■ [Юнир:] Инде, туғанҡай, етте: башыңды алйотҡа һалып маташма. Ш. Бикҡол. Башты баҫыу баш күтәрмәү, өндәшмәү. □ Делать что-л. молча, терпеливо. Башты баҫып эшләу. ■ Хәҙер баш[ты] баҫып уҡырға ла уҡырға. Ж. Кейекбаев. Башты бутау башты әйләндереү, ҡатырыу.
□ Морочить голову. ■ Юҡ инде, туған, башты бутама. М. Кәрим. Башты ҡатырыу аптыратыу, йөҙәтеү. □ Морочить голову; изводить, изматывать, мучить, изнурять. Башты ҡатырып тик йөрой. Башты ҡырҡмаға биреү ниҙелер ысын тип раҫлағанда әйтелә.
□ Давать голову на отсечение. Башты ташҡа бәреп булмау сараһыҙлыҡты белдереү өсөн әйтелә. □ Выражает безысходность положения. ■ [Уҡытыусы:] Ҡыҙғаныс та бит, ни эшләйһең инде, башты ташҡа бәреп булмай. 3. Биишева. Башты эйеү {йәки баҫыу) күңел төшөү. □ Падать духом. Башты һалыу вафат булыу. □ Умереть. Һөжум иткәндә башты һалырға тура килмәһен. Башы бар аҡылы етерлек дәрәжәлә булыу. □ Голова за плечами. Башы булыу ҡар. башы бар.
■ [Мөхәмәтулла бабай:] Йә инде, кем ҡулына ҡалдыҡ бит... Төкөрҙөм мин уның көс-ҡеуәтенә, башы булмағас... Ә. Вахитов. Башы ике түгел йәки башы икеме ни бәләле бер эшкә бармаҫты белдергәндә әйтелә. □ Не две головы {достаточно ума, чтобы совершать это действие). ■ Ундай хәбәр һөйләргә башым икелер шул... Уны-быны айырырлыҡ зиһенем бар әле. М. Тажи. Башы йәш әле йәш, тәжрибәһеҙ кеше тураһында әйтелә.
178