БАША
□ соотв. Мало каши ел. Башы йәш эле әйләнергә. Башы йомро аҡыллы кеше хаҡында әйтелә. □ прост. Котелок варит. ■ Теге кешенең башы йомро. Тигенгә һорамайҙыр. Я. Хамматов. Башы каты теҙгенгә буйһонмаған малға ҡарата әйтелә.
□ Необузданный; дикий. ■ Миңә ат бирҙеләр, һары юрға... Тик башы ҡаты, ҡайһы саҡта буй бирмәҫкә итә. С. Әлибаев. Башы ла, ҡойроғо ла юҡ аңламаҫлыҡ, буталсыҡ эшкә йәки һүҙгә әйтелә. □ Нет ни начала, ни конца. ■ Әңгәмәнең башы ла, ҡойроғо ла булманы, береһе башлана, икенсеһе ташлана барҙы. Ғ. Хәйри. Башы эшләй ҡар. башы йомро. ■ «Алдаҡсы булһа ла, башы эшләй был Борһандың», — тип уйланы көнсөл Ҡорбан. С. Кулибай. Башын аҙҙырыу насар юлға баҫтырыу (төшөрөү). □ Сбить с пути, совратить. Башын әйләндереү башын бутау, аҙҙырыу. □ Вскружить голову. ■ Тоттом да Ташкент баҙарында ит сабып тороусы Чис-тай татарының башын әйләндерҙем. Д. Исламов. Башын юйыу һәләк итеү, үлтереү.
□ Погубить, убить. ■ Дошман башын юймайсы, инде килмәм ҡаршыңа. Халыҡ йырынан. Башынан аҙағына тиклем тулыһынса, бөткәнсе. □ От альфы до омеги; от корки до корки. Башынан аҙағына тиклем уҡып сығыу. Башында ел уйнай донъяға еңел ҡарашлы кеше хаҡында. □ Ветер в голове. Иҫерек баш башы эскенән сыҡмаған кешегә ҡарата әйтелә. □ Пьяница, алкоголик. Ҡара баш япа-яңғыҙ кешегә ҡарата әйтелә. □ Одинокий, несчастный (о человеке). Ҡара башы тороп ҡалды. Ҡара башыңа булғыр! ҡарғағанда әйтелә. □ Пропади ты пропадом. Ҡыу баш 1) йылҡының кибеп бөткән баш һөйәге. □ Высохший конский череп. ■ Йылҡы малы куп ауырыһа, оҙаҡ ямғыр яумаһа, ҡыу башты ситәнгә, ҡапҡаға элеп ҡуяһың. Ырымдан; 2) кусм. Япа-яңғыҙ кешегә ҡарата әйтелә. □ Одинокий. ■ [Һәубән:] Тәмле һуҙгә алданып, ҡыу баш ҡалдым донъяла. «Аҡбуҙат». Ҡыуыҡ баш аҡылға еңел кешегә ҡарата әйтелә. □ Дурак, глупец. Үҙе баш, үҙе түш 1) бер кем менән дә иҫәпләшмәй,
һәр нәмәне үҙе генә хәл итә торған кешегә ҡарата әйтелә. □ Сам себе голова. Үҙе баш, уҙе туш булып тик йөрөй; 2) үҙе генә хужа.
□ Сам, один хозяин. Серек баш башы эшләмәгән, иҫһеҙ. □ Дурак, глупец. Сепрәк (йәки сүбәк) баш уйлай белмәгән, аҡылһыҙ кешегә ҡарата әйтелә. □ Дурак, глупец. Тауыҡ баш аҡылы етмәгән, уйлай белмәгән кешегә ҡарата әйтелә. □ Дурак, глупец. Иң башта иң беренсе булып. □ С самого начала.
БАШ II [боронғо төрки баш | (Р.: первый; И.: the first; T.: ilk) с.
1. Беренсе, тәүге. □ Первый; головной, начальный. Баш бала. Баш отряд. Баш канал. Төнгө көтөу яҡшы булһа, баш һауындарҙа һөт мул сыға.
2. Урыны, вазифаһы буйынса оло.
□ Главный; генеральный. Баш инженер. Баш ҡоҙа. Баш роль. Баш бухгалтер. Баш һөйләм. ■ Шунан дуҫым, «Аманат» журналының баш мөхәррире, яҙыусы Динис Буләковтың һорауы буйынса, балалар тормошо тураһында «Беҙҙең баҡса», «һуңғы уйын» тигән повестар яҙҙым. Н. Ғәйетбай. Республиканың хирургия уҙәге иң ҙур клиникаларҙан иҫәпләнә. Ә шул ҙур клиниканың баш врачы кем инде? Ҡаҙнабаев, фән докторы. Д. Бүләков.
БАШ III (Р.: закваска; И.: ferment; Т.: maya) и. диал.
Сүпрә. □ Закваска. Ҡымыҙға баш яһау. Ҡатыҡ башы.
БАШ IV (Р: выкуп; И.: ransom; T.: başlık) и. диал.
Мәһәр. □ Выкуп за невесту. Ҡыҙ өсөн баш бирҙеләр.
БАШ V (Р: родовое подразделение башкир; И.: Bashkir tribal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun adı) и. этн.
Ҡыпсаҡ, бөрйән ырыуҙарына ҡараған башҡорт аймаҡтарының исеме. □ Родовые подразделения башкир-кипчаков, бурзян-цев.
БАША (Р: наконечник; И.: arrow head; T.: temren) и. диал.
179