Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 380


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БРИГАДИРЛЫҠ
2. хәрби. Полковник менән генерал араһындағы хәрби дәрәжә һәм шул дәрәжәләге хәрби кеше. □ Бригадир. ■ Бригадир булған, һай, Салауат егерме лә ике йәшендә. Халыҡ йырынан.
БРИГАДИРЛЫҠ (бригадирлығы) (Р.: бригадирство; И.: foreman’s work; T.: ekip başı olmak) u.
Бригадир вазифаһындағы эш. □ Бригадирство. Бригадирлыҡҡа уҡырға кәрәк. Бригадирлыҡтан китеу. ■ Шунан был [Мортаза] бригадирлыҡтан китте, яңы машиналар куп килә, белемем етмәй, тип уҙе һораған, тинеләр. Р. Солтангәрәев.
БРИДЖ [рус. < ингл. bridge] (Р: бридж; И.: bridge; T.: briç) и.
Кәрт уйыны. □ Бридж.
БРИДЖИ [рус. < ингл. breeches] (Р: бриджи; И.: breeches; T.: pantolon) и.
Оҙонлоғо тубыҡтан аҫтараҡ булған ҡыҫҡа салбар. □ Бриджи. Бриджи кейеу.
БРИЗ [рус. < фр. brise] (Р: бриз; И.: breese; T.: esinti) и.
Көндөҙ диңгеҙҙән йылыраҡ ярға, төнөн ярҙан йылыраҡ диңгеҙгә табан иҫә торған әкрен ел. □ Бриз.
БРИКЕТ [рус. < фр. briquette] (Р: брикет; И.: briquet; T.: briket) и.
Артабан уңайлы файҙаланыуҙы тәьмин итеү маҡсатында күмер, торф, руда, бысҡы онтағы, үлән оно һ. б. онтаҡтарынан кирбес, плита һ. б. рәүешендә преслап ҡуйылған материал. □ Брикет. / Брикетный.
БРИКЕТЛАНЫУ (брикетлан-) ҡ. төш. ҡар. брикетлау, страд, от брикетлау. Брикетланған йәшелсәләр. Брикетланған кумер.
БРИКЕТЛАУ (брикетла-) (Р: брикетировать; И.: briquette; T.: briketlemek) ҡ.
Брикетҡа һуғыу. □ Брикетировать. // Брикетирование. Торфты брикетлау. Ку-мерҙе брикетлау.
БРИФИНГ [рус. < ингл. briefing < brief ‘ҡыҫҡа’] (Р.: брифинг, И.: briefing; Т.: brifing) и.
Ниндәйҙер бер мәсьәлә буйынса хөкүмәттең ҡарашын ҡыҫҡаса ғына еткереү өсөн рәсми кешеләрҙең журналистар менән осрашыуы. □ Брифинг.
БРИЧКА [рус. < пол. bryczka] (Р: бричка; И.: light carri age; T.: hafif gezini arabası) u.
Һыңар тәртәле, тимер арба. □ Бричка. Бричка егеу. Бричкала барыу.
БРОЙЛЕР [рус. < ингл. broil ‘утта ҡурыу’] (Р: бройлер; И.: broiler; T.: et tavuğu) и.
1. Ит өсөн үҫтерелгән себеш. □ Бройлер. Бройлерҙар һатып алыу.
2. Шул себештәрҙе үҫтереү өсөн махсус бина. □ Бройлер.
БРОКЕР [рус. < ингл. broker] (Р: брокер; И.: broker; T.: komisyoncu) и.
1. Ҡиммәтле ҡағыҙ, тауар, хеҙмәттәр буйынса килешеү төҙөгәндә аралашсы фирма йәки айырым кеше. □ Брокер.
2. Биржалағы аралашсы. □ Брокер.
БРОКЕРАЖ [рус. < ингл. brokerage] (Р: брокераж; И.: brokerage; T.: komisyonculuk) и.
Брокерға түләнгән хаҡ, әжер. □ Брокераж.
БРОККОЛИ [рус. < ит. broccolo] (Р: брокколи; И.: broccoli; T.: brokoli) и. бот.
Төҫлө кәбеҫтәнең бер төрө. □ Брокколи (лат. Brassica oleracea).
БРОМ [рус < гр. bromos ‘һаҫыҡ еҫ’] (Р.: бром; И.: bromine; T.: brom) и. хим.
1. Көслө еҫле, ҡуйы ҡыҙыл пар сығара торған шыйыҡса, химик элемент. □ Бром. / Бромовый.
2. һөйл. Бром ҡушып яһалған дарыу.
□ Лекарство с бромом.
БРОМЛЫ (Р: бромистый; И.: bromide; T.: bromli) с.
Составында бром булған. □ Бромистый. Бромлы натрий. Бромлы магний. Бромлы тоҙҙар медицинала ҡулланыла.
БРОНЕВИК (броневигы) [рус.] (Р: броневик; И.: armoured car; T: zirhli araba) и.
380