Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 379


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БРИГАДИР
Бразилияның төп халҡын тәшкил иткән милләт һәм шул милләттең бер кешеһе.
□ Бразилец. Бразил халҡы. Бразил ҡатыны.
БРАК (брагы) [рус. < нем. Brack] (Р.: брак; И.: waster; T.: ıskarta) и.
Әйберҙәге етешһеҙлек; боҙолған тауар.
□ Брак, бракованный товар. Алған әйбер-ҙәребеҙ брак булған. Бракҡа сығарыу.
БРАКОНИДА-БӨЖӘКТӘР (Р.: брако ниды; И.: braconidae; T.: braconidae) и. зоол.
Бөтә ер шарында осрай торған, башҡа бөжәктәрҙең паразиты булған ҡанатлы бөжәктәр. □ Бракониды блат. Braconidae). Браконида-бөжәктәр осоп йөрөй.
БРАКОНИДАЛАР [рус. < лат. Braconidae] и. зоол. ҡар. браконида-бөжәктәр. Бра-конидалар үрсеп киткән.
БРАКОНЬЕР [рус. < фр. braconnier] (Р: браконьер; И.: poacher; T.: kaçak avcı) и.
Тейешһеҙ урында йәки тыйылған ысул менән һунар итеүсе, балыҡ тотоусы. □ Браконьер. / Браконьерский.
БРАКОНЬЕРЛЫҠ (браконьер л ығы) (Р: браконьерство; И.: poaching; T.: kaçak avcılık) и.
Тейешһеҙ урында һәм ваҡытта йәки тыйылған ысул менән һунар итеү, балыҡ тотоу. □ Браконьерство. Браконьерлыҡ менән шөғөлләнеү.
БРАМАТ и. ҡар. мөстән I.
БРАМАТ ЙӨРӨҮ (брамат йөрө-) к. ҡар. бырамат йөрөү.
БРАМАТ САБЫУ (брамат сап-) ҡ. шул уҡ бырамат сабыу (ҡар. бырамат/
БРАМАТТА ЙӨРӨҮ (быраматта йөрө-) ҡ. шул уҡ быраматта йөрөү (ҡар. бырамат).
БРАСС [рус. < фр. brasser ‘болғау, бутау’] (Р.: брасс; И.: breast stroke; T: kurbağalama) и. спорт.
Ҡул менән аяҡты бер тигеҙ ташлап йөҙөү төрө. □ Брасс.
БРАУЗЕР [рус. < ингл. Web browser] (Р: браузер; И.: Web browser; T.: tarayıcı) и.
Интернетта сайттарҙа эҙләү һәм ҡарау өсөн эшләнгән программа. □ Браузер.
БРАУНИНГ [рус. < ингл. browning] (Р.: браунинг; И.: browning; Т: browning tabanca) и.
Ҙур булмаған автоматик пистолет.
□ Браунинг.
БРАХМАН [рус. < боронғо һинд brahma ‘маҡтау’] (Р: брахман; И.: Brahman; Т: Brahman) и.
һиндостандағы иң юғары ҡатлам кешеһе.
□ Брахман (представитель высшего сословия в Индии).
БРАХМАНИЗМ [рус.] (Р: брахманизм; И.: Brahmanism; Т.: Brahmanism) и.
Яңы эраға тиклемге VIII—IX быуаттарҙа барлыҡҡа килгән боронғо һинд дине.
□ Брахманизм.
БРЕЙК-ДАНС (Р: брейк; И.: break dance; Т: break dance) и.
Урамда башҡарылған бейеү төрө.
□ Брейк-данс. Брейк-данс студияһы. Брейк-данс оҫтаһы.
БРЕЙН-РИНГ [рус. < ингл. brain ‘мейе’ + ring ‘көрәш аренаһы] (Р: брейн-ринг; И.: brain-ring; T: breynring) и.
Эрудицияға ҡоролған уйын. □ Брейн-ринг.
БРИГ [рус. < ингл. brig] (Р: бриг; И.: brig; T: brik) и. дицг.
Ике мачталы елкәнле судно. □ Бриг.
БРИГАДА [рус. < фр. brigade] (Р: бригада; И.: brigade; T: ekip) и.
1. Билдәле бер эш башҡарған төркөм.
□ Бригада./Бригадный. Йәшелсә бригадаһы. Комплекслы бригада. Төҙөлөш бригадаһы. Бригада подряды. Поезд бригадаһы.
2. хәрби. Бер нисә полктан, батальондан, батареянан йәки бер үк төрлө бер нисә хәрби караптан торған ғәскәри берәмек.
□ Бригада. Танк бригадаһы. Артиллерия бригадаһы.
БРИГАДИР [рус. < нем. Brigadier < фр. brigade] (Р: бригадир; И.: foreman; Т.: ustabaşı) и.
1. Бригада (1) етәксеһе. □ Бригадир. / Бригадирский. Төҙөүселәр бригадиры.
379