Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 378


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БӨХЕЛ
1. Томалау, бөтәш итеү, йүнәтеү. □ Закрывать, заделывать, чинить. // Заделка, починка. Тәҙрә ярығын бөтәштереу.
2. Йүнәтеү, төҙәтеү, шәбәйтеү (яраға ҡарата). □ Заживать, зарубцевать. Эттәр яралы ерен ялап бөтәштерә. ■ Мөғжизәле май беҙҙең урман-ҡырҙарҙа уҫкән уләндәр нигеҙендә эшләнгән һәм йәрәхәттәрҙе 3—5 көнгә иртәрәк бөтәштереу һәләтенә эйә. «Йәшлек», 14 сентябрь 2010.
3. Яңыртыу, тулыландырыу. □ Обновлять, обновить, подновить. Өҫ-башты бөтәштерергә тип ҡалаға юлландыҡ. Йорт-ҡураны бөтәштерергә тип әбейҙең улы ла ҡайтҡайны.
БӨХЕЛ [ғәр. 3=ч] (Р.: скупость; И.: stinginess; T: cimrilik) и. иҫк.
һаранлыҡ. □ Скупость, жадность.
БӘХИЛ [ғәр. JA>] (Р.: скупой; И.: miserly; T: bahil) с.
Аҡсаһын, нәмәһен бик ҡыҫып тотоусан, һаран. □ Скупой, жадный, прижимистый. Бәхил ҡарт. Бәхил ир.
БӨХИЛЛӘНЕҮ (бөхиллән-) (Р: быть скрягой; И.: be a miser; T: cimri olmak) ҡ.
Бәхил булыу, һаранланыу. □ Быть скрягой, скряжничать. Ярай инде, бөхилләнмә.
БӨХТӘ [фарс. ‘ камил’] (Р: опрят-
ный; И.: neat; T: özenli) с.
1. Донъя ҡарауға, эш-йомошҡа бик етеш, тәрбиәле; йыйнаҡлыҡ, таҙалыҡ һаҡлаусан, матур итеп эшләүсән. □ Опрятный, аккуратный; пунктуальный. Бөхтә ҡатын.
2. Тышҡы күренеше, ҡиәфәте матур күренешле; йыйнаҡ, ыҫпай. □ Опрятный, аккуратный. Бөхтә йорт. Өҫ-башы бөхтә. ■ Йәшкелт куҙле, алсаҡ йөҙлө, һарғылт сәсен артыҡ оҙон итмәйенсә, бик бөхтә итеп алдырған уртаса кәуҙәле егет Төлкөсураға оҡшай уҡ башлағайны. Н. Мусин. Эштән ҡайтҡан нефтселәр, бөхтә генә кейенешеп, йорт алдына сыҡҡан. Р. Солтангәрәев.
БӨХТӘЛЕК (бөхтәлеге) (Р: опрятность; И.: neatness; T: özenlik) и.
Таҙа, матур күренеш; йыйнаҡлыҡ, ыҫпайлыҡ. □ Опрятность, аккуратность. Кейемдең бөхтәлеге. Бөхтәлек менән айырылыу. ■ Социологтар хәҙер тормош шарттары, эш урыны бөхтәлегенең хеҙмәткә ныҡ тәьҫир итеуе тураһында юҡҡа ғына яҙмайҙарҙыр. Р. Солтангәрәев.
БӨХТӘЛӘҮ (бөхтәлә-) (Р: приводить в опрятный вид; И.: render neat; T: temizlemek) ҡ.
Бөхтә итеү. □ Приводить в опрятный вид. Өй эсе бөхтәләп йыйыштырылған. Өй бик бөхтәләп төҙөлгән. ■ Тубә таҡтаһынан аршын ярым самаһы тубәнгә төшөрөп эшләнгән урҙаға һәр төрлө кейемдәр, сепрәк-сапраҡ бик бөхтәләп теҙеп эленгән. Н. Мусин.
БӨХТӘҺЕҘЛЕК (бөхтәһеҙлеге) (Р: неопрятность; И.: untidiness; T: şapşallık) и.
Йыйнаҡһыҙлыҡ. □ Неопрятность, неаккуратность. Ошо баланың бөхтәһеҙлеге. Бөхтәһеҙлек арҡаһында эше лә бармай.
БӨШНӨК (бөшнөгө) (Р: треугольный пирог с ягодной начинкой; И.: sort of a pie; T: börek türü) и.
Өсмөйөшлө итеп эсенә еләк-емеш һалып бешерелгән ашамлыҡ. □ Треугольный пирог с ягодной начинкой. Бөшнөк бешереу. Бөшнөк ашау. Тәмле бөшнөктәр.
БӨШӨГӨҮ (бөшөк-) ҡ. диал. ҡар. күшегеү. Бөшөгөп бөтөу. Ямғыр аҫтында себештәр бөшөккән.
БРА [рус. < фр. bras ‘ҡул’] (Р: бра; И.: sconce; T: aplik) и.
Стена шәмдәле. □ Бра. Гәлсәр бра. Бра һатып алыу.
БРАВО [рус. < ит. bravo ‘шәп, ҡыйыу’] ымл. ҡар. афарин.
БРАДӘР [фарс. >'jj] (Р: брат; И.: brother; T: birader) и. иҫк. кит.
1. Ир туған. □ Брат. Брадәремә ярҙам итергә кәрәк.
2. Дуҫ, иптәш. □ Друг, товарищ. Брадә-рем менән китеп барам.
БРАЗИЛ [рус. < порт. Brasileiros] (Р: бразилец; И.: Brazilian; T: Brezilyalı) и.
378