БҮЛЕК
БҮЛБЕЛӘНЕҮ (бүлбелән-) (Р.: образоваться (о клубне)', И.: form tubers; T.: yumrulanmak) ҡ.
Бүлбелегә әйләнеү, бүлбеле булыу. □ Образоваться (о клубне). Картуф бүлбеләнгән.
БҮЛГЕ (Р: межклеточная перегородка; И.: intercellular septum; T.: hücrelerarası) и. анат.
Берәй эске ағзаның, ҡыуышлыҡтың ярыһы. □ Межклеточная перегородка. Йөрәктең ике яртыһы бүлге менән бүленгән.
БҮЛГЕЛӘНЕҮ (бүлгелән-) ҡ. төш. ҡар. бүлгеләү, страд, от бүлгеләү. ■ Вә-лишиндың ике ҡатлы ҙур йорто умарта кәрәҙе кеүек бүлгеләнеп, уға .. эшсе ғаиләләре килеп тулды. Ә. Хәкимов.
БҮЛГЕЛӘҮ (бүлгелә-) (Р.: разделять; И.: divide; T.: ayırmak) ҡ.
Өлөш-өлөшкә бүлеү. □ Разделять, делить. Икмәкте бүлгеләү. Бүлгеләп ҡуйыу.
■ [Йәнбикә] урындыҡҡа ашъяулыҡ йәйеп, сәй әҙерләне .. сөсө күмәс бүлгеләп һалды. һ. Дәүләтшина. Роман ылаусыларҙы дүрт-биш өйгә бүлгеләп урынлаштырҙы ла атын Торомтайҙарға табан ҡыуаланы. Н. Мусин. Аш-Һыуға оҫта Хәлимә шунда уҡ туҡмас ҡырҡты. Итте, бешеп сыҡҡас, өлөштәргә бүлгеләне. «Ағиҙел», № 9, 2010. Хәтерендә, әсәһе Хәмиҙә өй эсен шаршауҙар менән ҡороп -бүлгеләп бөтөргәйне, төптә — йәштәрҙең түшәге. Р. Камал.
БҮЛГЕС (Р.: распределитель; И.: dispenser; T.: dağıtma aracı) и. тех.
Берәй нәмәне бүлә, бүлеп оҙата торған ҡулайлама. □ Распределитель. Газ бүлгес. Бүлгес барабан. Электр энергияһын бүлгес.
БҮЛДЕРЕҮ (бүлдер-) ҡ.
1. йөкм. ҡар. бүлеү I. понуд. от. бүлеү I. Икмәкте бүлдереү. Малды бүлдереү.
■ [Шәһүрә:] Хәтерегеҙҙәлер, йыл башында лесхоз .. санитар ҡырҡыуға тип, диләнкә бүлдергәйне. Н. Мусин.
2. Берәй эш-хәлде киҫеп туҡтатыу; бүлеү. □ Прерывать. Һүҙҙе бүлдереү. Эште бүлдереү. ■ Насирҙың аты тураһындағы хәбәрен Сәхипьямал әбей ҙур диҡҡәт ме
нән, бер һүҙен дә бүлдермәй генә тыцлап бөттө, ҡабырғалары ҡайышланып бөткән көртөйө кеҫәһенән тоҡсай сығарып, шымарып ялтыраған борсаҡтай ғына йомро аҡ таштарҙы яулыҡ өҫтөнә таратып ебәрҙе.
3. Ураҡсин. Рая бер ни өндәшмәне. Уның, берҙән, егеттәргә ошо төштө бүлдергәндәре өсөн асыуы килде. Р. Солтангәрәев.
БҮЛДӘК (бүлдәге) и. диал. ҡар. быуын I, 3. Орлоғо бүлдәк-бүлдәк була ҡаҡының.
БҮЛЕК I (бүлеге) (Р: отдел; И.: department; T.: bölük) и.
1. Бөтөндөң бүленгән бер өлөшө. □ Отдел, отделение. Шкафтың бүлеге. Портфелдең бер бүлеге. ■ Биш минуттан Батыр йәшенгән урынынан сыҡты ла ҡыйыу аҙымдар менән караптың алғы бүлегенә үтте, ишекте тартҡылап ҡараны, шунан коридорға илтеүсе ишеккә йүнәлде. Н. Ғәйетбаев.
2. Китап, гәзиттең үҙенә башҡа бер йүнәлешле өлөшө; рубрика. □ Раздел, глава; рубрика. Гәзиттең яңылыҡтар бүлеге. Журналдың хроника бүлеге. Китаптың тәүге бүлеге. ■ Мәктәптән ҡайтып инеү менән, онотмаҫ борон тип, кәштәләге ҡалын дәфтәремде барып алдым, ундағы «Ауылым тарихы» тигән бүлеккә уҡытыусымдың һүҙҙәрен теркәнем дә, арыраҡ «Үҙебеҙҙең Одиссей» тип яҙып ҡуйҙым. «Ағиҙел», № 10,2010.
3. Төрлө тамашаның айырым бер өлөшө. □ Отделение. Концерттың икенсе бүлеге. Кисәнең тантана бүлеге. ■ Мәжлестең рәсми бүлеге башланды. С. Ҡудаш. Ошо ваҡыт Фатима Мырҙабаева ла Офө-лә, Башҡортостан ауыл хужалығы институтының .. залында, концерт бүлеген тыңлап, ултыра ине. Б. Бикбай.
4. Ойошма йәки хужалыҡтың айырым бер тармағы; ниндәйҙер системаның айырым бер ойошмаһы. □ Отдел, отделение. Магазиндың парфюмерия бүлеге. Фабриканың тәьминәт бүлеге. Факультеттың әҙәбиәт бүлеге. Кадрҙар бүлеге. Хаттар бүлеге. Район ер бүлеге. Милиция бүлеге. Почта бүлеге. Тел бүлеге. Әҙәбиәт бүлеге. ■ Ул
14'*
423