БЫНАМЫН ТИГӘН
ҡуйҙы. Яҡуп шуларҙың бөтәһен дә ишетеп ятты. М. Кәрим.
6. Һөйләгән һүҙгә төрлө тойғо биреү өсөн ҡулланыла. □ Вот. ■ [Юламан:] Бына, исмаһам, минең Бураншам шундай һирәк осрай торғандарҙың береһе ине. 3. Биишева. [Ғамир:] Мин уҙем дә .. аңламайым шул бына. Б. Бикбай.
7. Берәй эш-хәлдең хәҙер йәки оҙаҡламай, тиҙ үк булырға тейешлеген белдереү өсөн ҡулланыла. □ Вот. ■ Әсәйем уны [атайымды ], бына ҡайта, бына ҡайта, тип көттө лә көттө. Ул ҡайтманы. М. Тажи.
♦ Бына ғына бик яҡында, эргәлә. □ Очень близко, тут. ■ [Фатима:] Туҡтағыҙ, мин барып киләйем, уның [Харистың] өйө бына ғына тора. Б. Бикбай. Бына инде берәй эш, хәбәргә аптырап ҡалғанда әйтелә. □ Вот тебе и на! Бына инде, ул ни тигән эш тағы. Бына нимә берәй һүҙ әйтер алдынан иғтибарҙы тартыу өсөн әйтелә. □ Вот что. ■ Улай булһа, бына нимә, — тип елкенеп китә тағы Өйрәнсек. — Һин мине уҙеңә ярҙамсы итеп алаһың. 3. Биишева. Бына тағы берәй нәмәгә аптырағанда әйтелә. □ Вот тебе и на!
■ [Муйылбикә:] Ҡуйсы, буш менән булмағыҙ, ҡарт кешене мәшәҡәтләп. [Мәғфурә:] Бына тағы! Нишләп буш булһын, һ. Дәүләтшина. Бына(мын) тигән бик яҡшы, сиктән тыш яҡшы. □ Превосходный, прекрасный, исключительный, замечательный; на все сто.
■ Кинйә улының кәләше.. ҡайныға бына тигән кулдәк тоттора: уҙе ап-аҡ, уҙе йомшаҡ, уҙе йоҡа ғына. Әкиәттән. Д. Юлтыйҙың .. бик куп бына тигән әҫәрҙәре бар. Р. Ниғмәти. Минең бик һәйбәт, бына тигән бер иптәш бар ине. С. Агиш. Үҙем эшләй башлағас та, бынамын тигән баян алып ебәрәм. Ф. Иҫәнғолов. Бына һин уны (йәки әле) ғәжәпләнеп хуплағанда йәки шелтә белдергәндә әйтелә. □ Вот оно что! Вот оно как! Ҡайһылай матур эшләнгән. Бына һин уны! Бына һиңә кешенең ҡапыл беленгән бер ҡылығына аптырағанда әйтелә. □ Вот тебе и ..! ■ Бына һиңә ипле кеше, бына һиңә турә! Б. Бикбай. Бына һиңә йоҙроҡ берәй кешенең һораған
нәмәһен асыу менән кире ҡаҡҡанда әйтелә. □ Вот тебе на (говорится при отказе). Бына (һиңә) кәрәк булһа көтөлмәгән, ғәжәп нәмә килеп сыҡҡанда әйтелә. □ Вот тебе и на!
БЫНА-БЫНА (Р.: вот-вот; И.: just about; T.: hemen)/?.
Хәҙер, ошо мәлдә; тиҙ үк. □ Вот-вот. Бына-бына китергә торам. ■ [Юламан] ваҡыт-ваҡыт хатта уҙен дә онота һымаҡ, бына-бына диңгеҙгә ҡолап төшөр ҙә, бер ҡасан да йәшәмәгән кеуек, юҡ та булыр һымаҡ. 3. Биишева. Ҡояш бына-бына килеп сығырға тейеш. Офоҡҡа алһыу шаршау һуҙылды. С. Агиш.
БЫНАҒАЙ ымл. ҡар. бынағайыш.
■ Исмәғил уға [Хөрмәткә] һоҡланып оҙаҡ ҡарап торҙо. Бынағай, була бит кешеләр. Яр. Вәлиев.
БЫНАҒАЙЫШ (Р.: вот тебе и на; И.: well, really!; T.: yapma!) ымл.
Көтөлмәгән бер нәмәгә ғәжәпләнгәндә, аптырағанда әйтелә. □ Вот тебе и на! ■ Бынағайыш, — тип аптырай Ғәйзулла бабай, -Бынау төндә ниндәй эше иреккән ҡурҡмай, өркмәй шулай йырлап йөрөр икән? Н. Мусин. Был юлы минең ҡулда ҡурай юҡ ине шул. Бынағайыш, ни эшләргә? С. Кулибай. [Майшәкәр:] Бынағайыш! Ул һине өсөнсө ай һарғайып-сабырһыҙланыпкөтә. Ғ. Әхмәтшин.
БЫНАМЫ с. ҡар. бынамын тигән I.
■ Ҡайһы урамға ғына барһаң да, ҡайҙа ғына ҡараһаң да, бынамы итеп һалынған йорттар курәһең. Ә. Вәли.
БЫНАМЫН с. ҡар. бынамын тигән I.
■ Ҡарап тороуға бынамын кеше.
БЫНАМЫН ТИГӘН I (Р: превосходный; И.: splendid, superb; T.: mükemmel) с.
Бөтә яҡтан килгән, бик яҡшы. □ Превосходный, прекрасный, исключительный, замечательный. Ҡарап тороуға бынамын тигән кеше. Бынамын тигән егет. ■ [Өм-мөгөлсөм — Закирға:]Эй-й, ҡыҙҙарҙың бынамын тигәненең башын әйләндерер сағың бит әле һинең, ҡәйнеш. 3. Биишева. Башлыҡтың башына бынамын тигән бер фекер килеп төштө. М. Кәрим. Ун һигеҙе тулғанда Ирна
459