БЫНАМЫН ТИГӘН
зар бынамын тигән куркәм егет ине. Ә. Хәкимов.
БЫНАМЫН ТИГӘН II (Р.: превосходно; И.: extremely well; T.: mükemmel)/л
Бик яҡшы, тейешенсә, кәрәгенсә. □ Превосходно, прекрасно, исключительно. Бынамын тигән йәшәп ятыу. ■ Ул [Алма/, ҡымыҙ әсә торғас, бынамын тигән булып таҙарып китте. Ҡ. Ибәтуллин.
БЫНАН (Р.: вот отсюда; И.: from here, from this place; T.: buradan) p.
1. Ошо ерҙән, ошо урындан. □ Вот отсюда, из этого места. Бынан мәктәпкә барып була. Бынан китеп тороғоҙ. ■ Бынан малай саҡта атаһы менән киткән, хәҙер, егет булғас, ҡайтҡан Аҙнағол. 3. Биишева. Һиңә бынан китергә кәрәк. Берәй урынға барып эшкә инергә кәрәк. Юғиһә, бында уҙеңде эт кеуек итеп ултереп китерҙәр. Д. Юлтый.
2. Ошо мәлдән. □ Отныне, с настоящего времени. Бынан ете йыл элек. ■ Был Сурағолдоң бынан һигеҙ йыл элек ташлап ҡасҡан ауылы ине. Т. Хәйбуллин. Бынан куп йыл элек Урал аша бер поезда китеп барабыҙ. Ғ. Сәләм.
БЫНАН АРЫ (йәки былай, кире, түбән, һуң) (Р: отныне; И.: from now on; T.: bundan sonra) p.
Бының аръяғында, алдағы көндә, киләсәктә. □ Отныне. Бынан ары кешене эшкә ҡарап алырға кәрәк. ■ Бынан ары тулҡын уларҙы бик тиҙ ярға сығарып ташла -ны. 3. Биишева. Бынан ары алыш купме һәм нисек барғандыр, асыҡ ҡына хәтерләмәйем. М. Кәрим.
БЫНАУ (Р: вот этот; И.: this, this here; T.: bu) курһ. a.
1. Эргәләге нәмәгә тоҫҡағанда йәки ҡулға тотоп күрһәткәндә әйтелә; бына был. □ Вот этот, вот эта, вот это. Бынау кеше. Бынау ой. ■ [Таҙ:] Хәҙер ук бынау кейеҙгә ултыр ҙа атайым менән әсәйемде, ике ағайымды алып кил. Әкиәттән. Аҡ ҡарға уйылып ҡалған бынау семәрле калуш эҙҙәре хас та атайымдыҡы кеуек. Г. Ғиззәтуллина. Уның башында тап
бынауы Хасбулат олатайҙың башындағы кеуек йондоҙло ялбыр папаха. 3. Биишева.
2. Билдәле бер нәмә тураһында хәбәр иткәндә нимәгәлер баҫым яһар өсөн ҡулланыла. □ Вот этот, вот эта, вот это.
■ [Миңлебай:] Ҡола бейә китте. Бынау Ҡотоҡ ағай арттырманы бит. Ахыры туҡһан биш һумға һаттым. Т. Йәнәби. Нимә куҙәтәһең бынау ирәуән, асыҡ дала ерҙә? Ә. Хәкимов.
БЫНАУЛАЙ (Р: вот так; И.: in this way; T.: böyle) p.
Бына ошолай, ошо рәүешле. □ Вот так, вот таким образом. Бынаулай эшлә. ■ Ул [Мансур]: «Бынаулай яман көндө лә йөрөймө икән ни?» — тип уйлай ҙа тағы ла тырышыбыраҡ атлай. Ш. Насыров.
БЫНАУЛАЙТЫП (Р: вот так, вот таким образом; И.: like this; T.: işte böyle) р.
Ошо рәүешле; ошолай итеп. □ Вот так, вот таким образом. Бынаулайтып йөрөмә.
■ Мау баш булмаҫ ерҙән мау баш булырһың, бынаулайтып хәсрәт уты йотоп ултырғас. Һ. Дәүләтшина.
БЫНАУЫНАН (Р: вот отсюда; И.: from here; T.: buradan)/?.
1. Бынау ерҙән, ошо урындан. □ Вот отсюда, из этого места. Бынауынан уҡып алып китеу. Ул бынауынан сығып китте.
2. Һуғырға янағанда әйтелә. □ Вот сейчас (употр. для выражения угрозы). ... Ҡит! Хәҙер бынауынан! М [Этҡол бай:] Ниегеҙ тағы буленмәгән? Бынауынан икегеҙҙе ике яҡҡа һалып ебәрермен. Т. Хәйбуллин.
БЫНАУЫНДА (Р: вот здесь; И.: here; T.: burada)/?.
1. Бына был ерҙә, ошо урында; ошонда. □ Вот здесь, на этом месте. Бынауында тороп тороу.
2. Бына был ергә, ошо урынға. □ Вот сюда, сюда. Әйберҙе бынауында ҡуй. Бынауында ҡара. ■ Кенәгәне Айбулат яғына бороп: «Бына бынауында ҡулыңды ҡуй», — тип уң яҡ биттең тубәнерәк бер һыҙығының өҫтөнә төрттө, һ. Дәүләтшина.
460