БЫРАМ
БЫНАУЫНДАЙ (Р.: вот такой; И.: like this; T.: böyle) c.
Ошоноң кеүек, ошо рәүешле; ошондай. □ Вот такой. Бынауындай матур ҡыҙ.
■ Мөлөк ағай уйлай-уйлай башы ҡаңғырып китте, юлында бынауындай уңайһыҙлыҡ, куңелһеҙлек осрағас, асыуы ла килде. Т. Хәйбуллин. Рәхимә һаман ярһый ине: «Иллә башбаштаҡ беҙҙең был Айбулат, иллә уҙе тигәнсә йөрөп ята. Бынауындай ҡыҫтау саҡта!» Һ. Дәүләтшина.
БЫНДА (Р: здесь; И.: here; T.: burada) р.
1. Был урында, ошо ерҙә; ошонда.
□ Здесь, тут. Бында тороу. Бында эшләу.
■ Бында тауҙар, бында киң баҫыуҙар. Ҡарап торам, шул саҡ янымдан көн яғына китте цистерналар, Уралыма керҙе вагондар. Ғ. Сәләм. Йәйгенәйен бында йөйләгәйнем, ҡышҡынайын ҡайҙа ҡышлайым? Халыҡ йырынан. Гөлйыһанды бында осратырмын тип уйламағанға, ахыры, Закир, ысынлап та, ҡапыл ҡаушап ҡалған һымаҡ булды. 3. Биишева. Бында инде Шәхми ҡарт ағарынып ҡойолдо ла төштө. Т. Йәнәби.
2. Ошо урынға, ошо ергә. □ Сюда. Бында килеу. Бында ҡарау. ■ Ямал башындағы яулығын ипләштереп алды ла гармунсыға эйәк ҡаҡты: «Йә, бындараҡ, яҡыныраҡ килеп баҫ инде. Ҡурҡма, тешләмәм». М. Тажи. [Батша:] Шул ҡулы ҡаймыҡҡан кешене тотоп килтерегеҙ әле бында! Әкиәттән. Бында килгәс тә, беҙҙе иркен йорттарға урынлаштырҙылар. Д. Юлтый.
БЫНДАҒЫ (Р: здешний; И.: local; Т: yerli) с.
Был урындағы, ошо ерҙәге; ошондағы.
□ Здешний, местный. Бындағы халыҡ. Бындағы тормош. ■ Бындағы «Хөсәйениә» мәҙрәсәһенә инергә тырышып йөрөп ҡараһам да, мине алманылар. Аптырағас, ундағы Заһиҙулла хәҙрәт мәҙрәсәһенә барып индем. Т. Йәнәби. Бындағы тыныс тормош, ниңәлер, йыуашлата төштө. Д. Юлтый.
БЫНДАЙ (Р: такой; И.: such; T: böyle) курһ. а.
Ошоға оҡшаған, ошоноң кеүек; ошондай. □ Такой. Бындай матур сәскәләр беҙҙә генә уҫә. Бындай ерҙе кургәнем юҡ. ■ Йәнтимергә минең әйткән һуҙҙәремдең һәр бер өнө уҡ ине. Бындай һуҙгә нәмә тип тә яуап бирә белмәне. С. Агиш. Куптән ҡатын-ҡыҙ ауыҙынан бындай һуҙ ишетмәгәс, миңә был һуҙ бик яҡын тойолдо. Д. Юлтый.
БЫР, бырр (Р: подражание шуму, возникающему при порхании птиц; И.: onomatopoeic word; T: yansima) оҡш.
Ваҡ ҡош осоп күтәрелгәндә, өйрөлтмәк өйрөлгәндә сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ; пыр. □ Подражание шуму, возникающему при порхании птиц, при их взлёте, вращении юлы. Быр итеу. ■ Турғай бырр итеп осоп китә. Әкиәттән.
БЫРАҒЫТЫУ (бырағыт-) ҡ. диал. ҡар. быраҡтырыу. Кейемдәрҙе бырағытыу.
БЫРАҠТЫРТЫУ (быраҡтырт) ҡ. йөкм. ҡар. быраҡтырыу, понуд. от. быраҡтырыу.
БЫРАҠТЫРЫЛЫУ (быраҡтырыл-) ҡ. төш. ҡар. быраҡтырыу, страд, от быраҡтырыу. ■ Янып бөтмәгән торомбаштар ямғыр аҫтына быраҡтырылды. Тора-бара төтөн дә кәмене. Ф. Иҫәнғолов.
БЫРАҠТЫРЫУ (быраҡтыр ) (Р.: бросать; И.: fling, cast; T: bırakmak) ҡ.
Теләһә нисек ташлау, атып ебәреү; бырғау, бырғытыу, ырғытыу. □ Бросать, кидать, швырять. Быраҡтырып ебәреу. Ҡулындағы ағасын быраҡтырып ебәрҙе. ■ [Камил — Риф-ҡәткә:] Барыбыҙҙың куҙ алдында ҡулыңдағы бысаҡты кулгә алып быраҡтыр! Ф. Иҫәнғолов. Дейеуҙе Урал елтерәтеп кутәреп алды, быраҡтырып та ебәрҙе, ти. «Урал батыр». Егермеләп йәшникте һә тигәнсе һыуға быраҡтырып бөткәс, буш машинаны ярға сығарыу ҡыйын булманы. Ә. Хәкимов. Әсә һаман шик-шөбһәне еңергә, өҫтөнә ябырылған яуҙы уҙенән ситкә быраҡтырырға ынтылды. Р. Камал.
БЫРАМ и. диал. ҡар. борам. Бырам ишкәге. Бырам менән икенсе ярға сығыу.
461