БЫРАМАТ
БЫРАМАТ [рус. промотать} с. диал. ҡар. мөстән I. ■ [Миңлекәй еңгә:] Береһе иҫерек, икенсеһе иҫәүән, өсөнсөһө бырамат — ни ҡылайым инде шулар менән? М. Кәрим.
♦ Бырамат сабыу йәки быраматта йөрөү ваҡытты бушҡа уҙғарып йөрөү; ел ҡыуыу, эт һуғарыу. □ Слоняться без дела, бездельничать; бить баклуши.
БЫРАМАТ ЙӨРӨҮ (бырамат йөрө-) (Р.: обрядовое хождение по домам; И.: ritual rounding of houses; T.: bir örf) ҡ. йола.
Ауылсылап йөрөү. □ Обрядовое хождение по домам. Балалар бырамат йөрөп тәмле кәнфиттәр, бәлештәр йыя.
БЫРАН-ЗАРАН р. ҡар. пыран-заран.
■ Юл өҫтөндә ылау аттары, автомашиналар, немец һалдаттары быран-заран ҡыйралып ята. С. Кулибай.
БЫРАСЫЛ [рус. прасол} (Р.: прасол; И.: cattle dealer; T.: at satan kimse ) и. иҫк.
Ат менән сауҙа иткән кеше. □ Прасол. Бырасылдан ат һатып алдым.
БЫРАУ [дөйөм ҡыпсаҡ бурау < бур-гаг ‘бырау’] (Р: сверло; И.: drill; T.: matkap) и.
Бороп тишек тишә торған ҡорал. □ Сверло; бурав. Боҫ бырауы. Ер бырауы. Ҡасау бырау. Бырау менән тишеү. ■ Ауыл яғынан баҡсаға табан артына бырауҙар таҡҡан трактор килә ине. Ф. Әсәнов. Инде бырауҙы алып, бөтә көсөмдө һалып, тотонамын тишергә — ни ул малай кешегә! Ф. Рәхимғолова.
БЫРАУЛАНЫУ (быраулан-) ҡ. төш. ҡар. быраулау, страд, от быраулау. Бырауланған скважиналар.
БЫРАУЛАТЫУ (быраулат-) ҡ. йөкм. ҡар. быраулау, понуд. от быраулау. Скважина быраулатыу.
БЫРАУЛАУ (быраула-) (Р.: бурить; И.: bore; T.: sondaj etmek) ҡ.
1. Бырау менән бороу. □ Бурить. // Бурение. Быраулау станогы. Быраулау эштәре.
■ Ҡарт бер уйынсыҡ тәгәрмәсте быраулап тиште лә бағаналағы ҡаҙаҡҡа элеп ҡуйҙы. М. Тажи. Боҙҙо быраулай торғас, Еәлинурға
бында ла ярҙам кәрәк булып сыҡты. Ф. Иҫәнғолов.
2. Махсус ҡорал менән ер ҡатламдарын тишеү. □ Буравить, сверлить. // Бурение. Быраулау вышкаһы. Быраулау мастеры. ■ Нефтселәр өсөн айҙар буйы тырышып быраулаған скважиналарҙан нефть сығыуҙан да шатлыҡлы эш булырмы? А. Карнай. Шахталар ҡаҙып һәм скважиналар быраулап, кеше ер аҫтына байтаҡ ҡына үтеп ингән. Д. Бураҡаев.
БЫРАУЛАУСЫ и. ҡар. быраусы. ■ Быраулаусы Титов һәм Меркуловтың йөҙҙәрендә шатлыҡ уйнаны. Ә. Бикчәнтәев. Быраулаусылар ни тиклем тиҙерәк эшләһәләр һәм яңы ятыштарҙы күберәк асһалар, ҡара алтынды ла шул тиклем күберәк сығарырға була. Ҡ. Әхмәров.
БЫРАУЛЫЛАР (Р: сверлоносные; И.: borer insects; T: zar kanatlılar) и. зоол.
Инәләренең арт яғында йомортҡаларын башҡа нәмәләргә ҡаҙап һалыу өсөн айырым яйланмаһы булған яры ҡанат бөжәктәр; тишкеслеләр. □ Сверлоносные (лат. Теге-brantia). Быраулылар яры ҡанатлы була.
БЫРАУСЫ (Р: бурильщик; И.: driller; T: sondajcı) и.
Ер быраулау эшендә эшләгән кеше. □ Бурильщик, сверлильщик. Ер аҫтында бик тәрәндә ятҡан нефткә барып еткәнсе быраусы ауыр һәм оҙон юл үтә.
БЫР-БЫР (Р: подражание многократным звукам, возникающим при порхании птиц, при их взлёте; И.: onomatopoeic word; T: fır fır) оҡш.
Ҡабат-ҡабат быр итеү. □ Подражание многократным звукам, возникающим при порхании птиц, при их взлёте. Быр-быр итеү. Быр-быр килеү. Турғайҙар, быр-быр килеп, ағасҡа осоп ҡуна.
БЫРҒАЛЫУ (бырғал-) ҡ. төш. ҡар. бырғау, страд, от бырғау.
БЫРҒАУ (бырға-) (Р: бросать; И.: fling, cast; T: atmak) ҡ.
Теләһә нисек ташлау, атып ебәреү; бырғытыу, быраҡтырыу, ырғытыу. □ Бросать,
462