Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 54


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

Б
Б [бэ] (Р.: вторая буква башкирского алфавита; И.: the second letter of the Bashkir alphabet; T.: Başkurt alfabesinin ikinci harfi)
Башҡорт алфавитының икенсе хәрефе, шартлаулы яңғырау ике ирен [б] тартынҡы өнөн билдәләй. Ҙур (баш) хәреф — Б, бәләкәй б формаһында яҙыла. Нумерацияла ҡулланыла. □ Вторая буква башкирского алфавита. Б өлөшө, б) пункты. Б-ны дөрөҫ итеп яҙыу.
БА (Р: ба; И.: oh; T.: vay) ымл. диал.
Аптырау, ғәжәпләнеүҙе белдерә. □ Ба (выражает удивление). Ба, һинме ул был? ■ Кәмәһен ярға тарта биреп, ят кеше лә юғары күтәрелде. Ләкин Хәмит шунда уҡ уны танып алды. .. Теге лә: «Ба, Хәмит!» — тип ҡосағын йәйҙе. Д. Бүләков. Азамат әллә нимәһенә ярһыны ла китте. .. Ни эшләргә? Ба, ана вертолёт тора ла! Ниҙер тейәйҙәр, тимәк, базаға китергә әҙерләнәләр. Р. Сол-тангәрәев.
БАБ [ғәр. (р.: дверь; И.: gate; T.: kapı) и. иҫк. кит.
1. Ишек; ҡапҡа. □ Дверь, ворота. Бабтар асылды.
2. Китаптың, әҫәрҙең бүлеге. □ Глава, раздел. Китаптың беренсе бабы. Ҡиссаның өсөнсө бабы. М Ҡайһы бабтан һораһаң, яуабын тиҙ бирә, күпме баш мәғжүнселәргә балдан артыҡ ләззәте. Я. Юмаев. Уҡыным да китап, күрҙем бер баб. Халыҡ йырынан.
3. Эш, тормоштоң бер йүнәлеше, әлкәһе. □ Область деятельности. Игенселек бабы. Мәғрифәт бабында алға киткән. Сәйәсәт бабынан бер-ике һүҙ әйтеп китәйек. Был
бабта мин бер ни ҙә белмәйем. ■ Халыҡтың уҡыу бабында был дәрәжәгә килә башлауы — аҙмы-күпме тәртипкә һалынған мәктәптәребеҙҙең күрһәткән нәтижәһелер. М. Ғафури.
4. Мәсьәлә, тема. □ Тема (для обсуждения или разговора). Мөһим баб. Был бабты хәл итергә кәрәк. Әңгәмә мөхәббәт бабына күсте. ■ Был Фатих мыҫҡыл бабында һәм әмир, һәм хан хәҙер. Ш. Бабич.
5. Рәүеш, ҡиәфәт, һүрәт. □ Вид, облик. Төрлө бабҡа инеү. Маҡсатҡа ирешеү өсөн төрлө бабтарға кереү. ■ Йөрөмәҫе, Зыя Насир, һин төрлөсә ҡойроҡ бороп, мәғәнә сыҡмай төрлө бабтарға кереп, йүгереп йөрөп. Ш. Бабич.
6. күсм. Юл, мөмкинлек. □ Способ, возможность. Уҡырға баб асылды. Был бабтан файҙаланып ҡалырға кәрәк.
БАБА I [дөйөм төрки баба ‘атай’] (Р: почтенный старец; И.: aged man; T: baba) u.
1. Оло йәштәге хөрмәтле ир кеше. □ Почтенный старец. Йыйылышҡа ауылдың иң оло аҡһаҡалы Ишдәүләт баба ла килгән. ■ Сәлим бабай Ғәббәс мулла бабайы улмай, бөтә халыҡ бабаһы ине. Р. Фәхретдинов.
2. Нәҫел, ырыуҙың боронғо быуыны. □ Дед, предок. Бабалар рухы. Бабалар һүҙе. Бабалар заманында. ■ Шәжәрәмдең юл башын Мәмбәт бабам башлаған. «Йәншишмә», 8 июль 2009. Аҙнағоловтар шәжәрәһенең ағасы туп-тура ауылға нигеҙ һалған, XVII— XVIII быуаттар сигендә йәшәгән Күҫәпҡол бабаға барып тоташа. «Башҡортостан», 28 декабрь 2009. Борон-борондан төрки
54