БАБАЙ
бабаларыбыҙ бер кускә тупланып, дошман йөрәгенә ҡурҡыу һалған. Ф. Аҡбулатова. [Мөхәмәтша:] Мин ошо бабаларымдан ҡалған ергә хужа булып ултырырға тейеш инем дә бит. «Ағиҙел», № 9, 2010. • Атаһы башҡаның бабаһы башҡа, бабаһы башҡаның доғаһы башҡа. Мәҡәл.
3. ҡар. бабай 2. Зиннәт бабамдарға барып киләм әле. ■ Сөнәғәтпкә, әлбиттә, атаһы менән бер туған Ваһап бабаһына, йәиһә Әҙһәм бабаһына туралап та ҡайтырға мөмкин ине. Ж. Кейекбаев. Эш былайға киткәс, Сәләх бабаһының Хәйбулланы эҙләргә ваҡыты иркен. Ә. Хәкимов. Быжырмәргән уҙенең бабаһына барып, яу уҡтары һорай. Әкиәттән.
БАБА II (Р.: мужчина, совершающий обряд обрезания; И.: person performing circumcision; T.: sünnetçi) и.
1. Сөннәткә ултыртыусы; бабасы. □ Мужчина, совершающий обряд обрезания. ■ [Гөлмәҙинә:] Бөгөн баба килә, имеш, тип ишеткәйнем. Шул ысынмы икән? Ысын булһа, Хәмзәне сөннәткә ултыртҡанда шәп булыр ине. Я. Хамматов. Ауылға баба килһә, малайҙар йәшенеп бөтә торғайны. Ф. Хисамитдинова. Элек ир баланы сөннәткә ултыртҡан оло кешене ихтирам менән «баба» тип йөрөткәндәр. «Йәшлек», 5 октябрь 2010.
2. Ир балаларҙың ҡаҫаһын ҡырҡыу йолаһы; сөннәт. □ Обряд обрезания. Бабаға биреу. Бабаға ултыртыу.
БАБА-БАБА (Р.: поколениями; И.: from generation to generation; T.: nesillerce) и. диол.
Нәҫел-нәҫел менән. □ Поколениями. Улар тарау булғандар баба-баба.
БАБАҒА БИРЕҮ (бабаға бир-) ҡ. ҡар. сөннәтләү. ■ Хаттан куренеуенсә,.. малайҙарын бабаға биргән ата-әсәләр бар икән. В. Ғүмәров. Ир баланы бер, өс, биш, ете йәштәрендә бабаға бирәләр. Экспедиция материалдарынан. Ир баланы бәләкәйҙән ук бабаға биреп сөннәтләндерәләр. Г. Ситдиҡова.
БАБАҒА УЛТЫРТЫУ (бабаға ултырт-) ҡ. ҡар. сөннәтләү. ■ Бабаға ултыртҡанда
әпсен әйтәләр. Экспедиция материалдарынан.
БАБАЙ (Р: пожилой мужчина; И.: old man; T.: ihtiyar) и.
1. Оло йәштәге ир кеше; ҡарт. □ Пожилой мужчина, старик. / Стариковский, дедовский. Бик ҡарт бабай. К Бер көндө Аҡбулат бабай ауырып киткән дә улдарын янына саҡырып алған, ти. Әкиәттән. Ҡояш ана-бына куренәм тигәндә генә, алыҫтан һайтылдап, Ҡашҡарын һөсләп, көтөусе бабай йылҡылар янына килде. «Ағиҙел», № 9,
2010. Боронғо бабайҙарҙың, ай, һуҙҙәре аҡ ҡағыҙға яҙған хат кеуек. Халыҡ йырынан. Өй башынан төшөрөп, һәнәкте килтереп тотторғайным, Нажар бабай уны кутәреп, кәбән башына бесән ырғытҡан кеуек хәрәкәттәр яһап ҡараны, ҡәнәғәтләнеу һәм һоҡланыуын белгертеп, башын сайҡап ҡуйҙы. Н. Мусин. Сәлим бабай ҡурай уйнаған йәки йырлаған кисәлә йәш килендәр бик рәхәт ойорҙар, куңелле төштәр курерҙәр ине. Р. Фәхретдинов.
2. Атайҙың йәки әсәйҙең ағаһы йәки уларҙан оло ир кеше һәм шул кешегә өндәшеү һүҙе. □ Дядя, старший брат отца или матери или старше их мужчина и форма обращения к нему. ■ [Урал]бер ҡартҡа тап булып: «Бабай, Тереһыу шишмәһенә юл ҡайҙа?» — тип һораны, ти. «Урал батыр». [Фәриҙә:] Боландар иректә йөрөп өйрәнгән, бабай. Артыҡ йылыла тотһаң, улар араһында төрлө сир таралырға мөмкин. Н. Мусин. Ҡалды, бабай, эшләгән әҙер тоҙаҡтарым да ҡалды, ти ҙә егет ҡалған барлыҡ тоҙаҡтарын ҡартҡа бирә лә ҡуя. Әкиәттән.
3. Өлкән йәштәге ир (ҡатынына ҡарата) һәм уға өндәшеү һүҙе. □ Пожилой мужчина (по отношению к жене) и форма обращения к нему. Бабай, әйҙә сәй эсергә. Бабайым иртә улеп китте. ■ Бибиғәйшә ҡарсыҡ та нимәлер эшләй: уҙенән-уҙе аҡҡан куҙ йәшен бабайына һиҙҙермәҫкә тырышып, бер ук табаҡ-һауытты өс-дурт тапҡыр йыуып һөрткән була. Ф. Янышев. [Сәғиҙә:] Бабай, әллә аҡса-фәләнеңде төшөрөп ҡол-
55