БАБАЙБАШ
дырҙыңмы?— тигәйне, ҡарт ҡул һелтәне. М. Тажи.
4. диал. Ҡатындың атаһы; ҡайны.
□ Тесть. Бабай бигерәк оҫта кеше ине.
5. миф. Ата-бабалар менән киләсәк быуынды бәйләп тороусы абруйлы ҡарт. □ Авторитетный дед, связывающий предков и потомков.
6. миф. Бәләкәй балаларҙы ҡурҡыта торған мифик зат. Уны, ғәҙәттә, ялбыр сәсле, алама кейемле, бәләкәй күҙле, таяҡҡа таянған ҡарт ҡиәфәтендә күҙ алдына килтерәләр. □ Мифический персонаж, старик, которым пугают детей. ■ Ышаныуҙар буйынса, бабай балаларҙың үтә ҡотороуын, шаярыуын, илауын яратмай. Шуға ла балалар артыҡ шаяра, илай башлаһа: «Ана, бабай килә! Илама, бабай алып китә!» — тип тыялар. Ф. Хисамитдинова.
7. миф. ҡар. өй эйәһе. ■ Өй эйәһен ҡурҡытмаҫ, борсомаҫ өсөн уны беҙҙә бабай тип тә әйтәләр. Башҡорт мифологияһынан.
♦ Донъя бабайы донъя көтөүгә бик әүәҫ ир. □ Хозяйственный мужчина. Әхтәм ни инде, донъя бабайы бит ул. Нужа бабай 1)ярлы, ауыр тормошҡа ҡарата әйтелә.
□ Тяготы жизни. Нужа бабай үҙенекен эшләй; 2) миф. Нужа һәм ярлылыҡ эйәһе. □ Дух нужды и бедности.
БАБАЙБАШ I и. бот. диал. ҡар. бәпембә 1. Урамда бабайбаш мамыҡтары оса.
БАБАЙБАШ II (Р: высушенное дерево; И.: dried wood; T.: kuru ağaç) и. диал.
Ҡаҡ ағас. □ Высушенное дерево, используемое в строительстве. Ҡарт бабайбашта-рын лапаҫҡа алып инеп китте.
БАБАЙ БАШЫ и. бот. диал. ҡар. бәпембә 1. Ишек алдында һап-һары бабай баштары үҫә.
БАБАЙҒОЛАҠ (бабайғолағы) (Р.: вареники; И.: curd dumpling; T: köfte) и. диал.
Сүсбәрә. □ Вареники. Бабайғолаҡ бешереү. Әминәнең бабайғолаҡтары бик тәмле килеп сыҡҡан.
БАБАЙКА [рус.] (Р.: бабайка; И.: kind of оаг; T.: kürek) и.
1. Һалдың, борамдың руле; ишкәк.
□ Бабайка (рулевое весло на плоту, пароме). ■ Йылғала сайҡала-сайҡала ағып барған һалсылар — бабайкаларын ҡуйып, ә кер сайҡаусы килендәр — керҙәрен, ауылдаштары эштәрен ташлап тынмағандар ҡурай тауышын. Т. Килмөхәмәтов, һалдың алдағы бабайкаһында бигерәк тә тәжрибәле кеше булырға тейеш. Ғ. Ғүмәр.
2. диал. Ҡаҡ, нығынған борош ағас.
□ Высохшее кривое дерево. Бабайкаларҙы киҫеп, урманды таҙартыу.
3. диал. Ҡаҙау һурғыс. □ Гвоздодёр. Егет ҡаҙауҙарҙы бабайкаһы менән һурырға тотондо.
Б АБАЙ Л АТЫУ (бабайлат-) ҡ. диал. ҡар. сөннәтләү.
БАБАЙ ҮЛӘНЕ и. бот. диал. ҡар. бәпембә 1. Тәбиғәттең матур мәле: бабай үләне һап-һары булып күҙҙең яуын алып ултыра.
БАБАЙШИК (бабайшигы) (Р: рулевой на плоту; И.: helmsman; T: dümenci) и. диал.
һалда йәки паромда ҡойроҡта тороусы.
□ Рулевой на плоту или на пароме. Бабай-шик һалға һикереп менде лә ҡуҙғалып та китте.
БАБАҠАЙ (Р: дед; И.: old man; T: dede) и. диал.
Бабай (оло ир кешегә өндәшеү һүҙе). □ Дед (обращение к пожилому мужчине). ■ Түрҙән уҙ, бабаҡай. Кем булаһың? «һәнәк», № 2,
2011. Йомро-йомро йомғаҡты күрмәнеңме, бабаҡай? Әкиәттән. Кейеҙбай ҡошто ояһына ҡуя ла ҡартҡа: «Бабаҡайым, йөҙ һум аҡса бирәм, зинһар өсөн, миңә уң күҙе янып торған ҡошоңдо бир!» — тип инәлә. Әкиәттән.
БАБА ҠАРТ и. диал. ҡар. баба II, 1. Баба ҡарт малайҙарҙы сөннәтләй. ■ Баба ҡарт йөрөнө өй беренә. Экспедиция материалдарынан.
БАБА ҠОШО (Р: пеликан; И.: pelican; T: kaşıkçı kuşu) и. зоол.
56