Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 57


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БАББИТ
Оҙон йыуан моронло, морон аҫты тоҡсайлы эре һыу ҡошо. □ Пеликан (лат. Pelecanus). Һаҙлыҡта йөҙҙәрсә баба ҡошо ҡыймылдаша.
БАБАЛАЙ (Р.: козёл; И.: һе-goat; T.: keçi) и. диал.
Кәзә тәкәһе. □ Козёл. Бабалайҙы кәртәгә ҡыуып индерҙеләр. ■ Нәҫел өсөн ҡалдырылмағанда, кәзә бабалайҙарын бик йәшләй көйҙөрөп (бесеп) һимертергә кәрәк. Ф. Төхфәтуллин.
БАБАЛАР ЗАМАНЫ (Р.: далёкие времена; И.: days of yore; T.: eski zamanlar) и.
Боронғо заман, хан заман. □ Далёкие времена, доел. Времена предков.
БАБАЛАР РУХЫ и. диал. ҡар. әруах 2. Бабалар рухына аят уҡытыу.
БАБАЛАР ҺҮҘЕ (Р: священные слова предков; И.: forefathers’ sacred words; T.: atalar sözü) и.
Ата-бабаларҙың изге һүҙҙәре. □ Священные слова предков. Бабалар һүҙен тоторға кәрәк.
БАБАЛАТЫУ (бабалат-) ҡ. диал. ҡар. сөннәтләү. Малайҙарҙы бабалатҡандар. ■ Бабалатыу 3-5-7 йәштән, таҡ һандары булһын. Экспедиция материалдарынан.
БАБАЛАШI (Р: сова; И.: owl; T.: baykuş) и. зоол. диал.
Ябалаҡ. □ Сова, филин (лат. Bubo). Ҡапыл миңә бабалаш килеп бәрелде.
БАБАЛАШ II (Р: троюродные; И.: second cousins; T.: kuzenler) и. диал.
Ике туғандарҙың балалары. □ Троюродные (братья и сёстры). Беҙ Нәсимә инәйең менән бабалаштар.
БАБАМ ТӨҪӨ (Р: могильная земля; И.: earth on the grave; T.: mezar toprağı) и. диал.
Ҡәбер тупрағы. □ Могильная земля. доел. Память моего деда. Бер ус бабам төҫө һалып алдым.
БАБАСАР и. бот. диал. ҡар. бабасыр уты. Болонда бабасарҙар сәскә атып ултыра.
БАБАСЫ и. ҡар. баба II, 1. Малайҙы бабасыға алып барырға ваҡыт етеп килә. ■ Мал һуйып сөннәт туйы үткәрә торғайныҡ, бабасыға күлмәк йә таҫтамал бирәһең. Экспедиция материалдарынан.
БАБ АСЫ Л ЫҠ (бабасылығы) и. ҡар. сөннәтселек.
БАБАСЫР [фарс. ‘геморрой’]
(Р: глист; И.: helminth; T.: solucan) и. мед.
Тура эсәктәге ваҡ ҡына паразит ҡорт.
□ Глист, острица, власоглав. Бабасырҙан яфаланыу. Бабасырҙан дауаланыу. Бысраҡ һыуҙа бабасыр йомортҡалары тиҙ үрсей. ■ Асыҡ бассейндағы һыуҙар бигерәк тә яҙғы, йәйге осорҙа ныҡ бысрана. Ундай һыуҙа, тимәк, бабасыр йомортҡалары ла була. В. Ғүмәров.
БАБАСЫР УТЫ (Р: горечавка; И.: gentian; T.: centiyana) и. бот.
Яңғыҙ һабаҡлы, быуын-быуын сыҡҡан ҡара-ҡаршы ҡуш япраҡлы, күк сәскәле болон үләне. □ Горечавка (лат. Gentiana). Бабасыр утының тамыры менән япрағы бик әсе була.
БАБАСЫР ҮЛӘНЕ и. бот. ҡар. диал. бабасыр уты. Бабасыр үләне йыйыу.
БАБАҪЫР и. диал. ҡар. бабасыр. Ул бит бабаҫырҙан яфалана.
БАБ АТҠЫ и. диал. ҡар. битәл. Бабат-ҡыға балыҡ эләккән.
БАБАҺАР ҮЛӘНЕ и. бот. диал. ҡар. бабасыр уты. Бабаһар үләне бик әсе була ул.
БАБАҺЫР и. диал. ҡар. бабасыр. Бабаһырҙан дауаланам мин.
БАБАШ (Р: название родового подразделения башкир; И.: name of a Bashkir clanal subdivision; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ғәйнә башҡорттарының аймаҡ исеме.
□ Бабаш (название родового подразделения башкир-гайнинцев). Мин бабаш нәҫеленән булам.
БАББИТ [рус. < ингл. babbit < Babbit ‘И. Баббит (уйлап сығарыусы)’] (Р: баббит; И.: babbit; Т: babbit) и.
Аҡ ҡурғаштың баҡыр менән һөрмә ҡатышҡан иретмәһе (подшипникҡа ҡойоу өсөн
57