Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 92


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БАЙЫШ
зя спать, выливать грязную воду и т. д.). ■ Ҡояш байығас, бысраҡ һыу түгергә ярамай. Башҡорт мифологияһынан.
БАЙЫШ I и. ҡар. ҡояш байышы. Ҡояш байышы ҡыҙарып тора. Ҡояш байышы илдәре. ■ Ғүмер шыуыр байыш яғына. Й. Солтанов. Күк йөҙөн ҡаплаған болоттар ҡояш байышы яғынан өргән ел менән ҡайҙалыр ашығып-ашығып ағалар ине. Ғ. Дәүләтшин.
БАЙЫШ II (Р.: название родового подразделения башкир; И.: name of a Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Һарт-әйле ырыуы аймағы. □ Баиш (название родового подразделения башкир рода сарт-айле).
БАК (багы) [рус. < гол. back] (Р.: бак; И.: tank; Т.: tank) и.
1. Шыйыҡ нәмә ҡойоп ҡуя торған ҙур һауыт. □ Бак. ■ Тәнзилә һыу багын алды ла, аяҡ остары менән генә баҫып.. сығып китте. М. Тажи.
2. Судноның алғы өлөшөндә эшләнгән хәүефһеҙлек ҡоролмаһы. □ Бак.
БАКАЛАВР [рус. < лат. baccalaureus] (Р: бакалавр; И.: bachelor; T: bakalavr) и.
1. Ҡайһы бер илдәрҙә күп баҫҡыслы юғары белем системаһында тәүге ғилми дәрәжә. □ Бакалавр (первая учёная степень, присваиваемая студентам по завершении начального этапа обучения в высшем учебном заведении). Бакалавр булыу. Иҡтисад бакалавры.
2. Хәҙерге Франция л а урта мәктәпте тамамлаған һәм университетҡа инергә хоҡуғы булған уҡыусы. □ Бакалавр (во Франции человек, сдавший экзамен за курс средней школы ).
3. Бакалавр (1) дәрәжәһенә эйә булыусы кеше. □ Бакалавр (лицо, имеющее степень бакалавра ).
4. Православие руханиҙары семинарияһы уҡытыусыһы. □ Преподаватель православной духовной семинарии.
БАКАЛАВРИАТ [рус.] (Р: бакалавриат; И.: bachelor’s degree; T: bakalorya derecesi) и.
Бакалаврҙар әҙерләү системаһы һәм формаһы, күп баҫҡыслы юғары белем системаһының беренсе кимәлдәге дүрт курсын тамамлау. □ Бакалавриат. Бакалавриат системаһы.
БАКАЛЕЯ [рус. < ғәр. J^] (Р: бакалея; И.: grocery; T: bakkaliye) и.
1. Сәй, шәкәр, он, ярма кеүек ҡоро аҙыҡ-түлек. □ Бакалея. / Бакалейный. Бакалея тауарҙары. ■ Бына шул Юлай ауылында .. ҡаланан төрлө ашамлыҡтар, эсемлектәр ташый торған, шуныц менән бергә ауылда бакалея менән сауҙа итә торған Өммәтҡол ағай бар ине. Д. Юлтый.
2. Бакалея тауарҙары һатылған магазин.
□ Бакалея.
БАКАЛЕЯСЫ (Р: бакалейщик; И.: grocer; T: bakkal) и.
Бакалея тауарҙары һатыусы. □ Бакалейщик. Бакалеясы эше.
БАКАУЫШ [рус. упаковочный] (Р.: свитая верёвка; И.: package rope; T: ip) и. диал.
1. Ишкән бау; бәй. □ Свитая верёвка. Бабай бакауыш ишеп ултыра.
2. Йүкәнән эшләнгән быҙау муйынсағы.
□ Лыковый ошейник для телёнка. Быҙау муйынына бакауыш кейҙерелгән.
БАКЕН [рус. < гол. baken] (Р: бакен; И.: beacon; T: fener) и.
Йылғала, күлдәрҙә фарватерҙы һәм ҡурҡыныс урынды билдәләү өсөн якорға ҡуйылған ҡалҡыуыслы билге. □ Бакен. ■ Беҙ төн буйы бакендар яндырабыҙ. Алты фонарҙыц өсөһө ҡыҙыл, өсөһө аҡ. Капитандар тап шулар араһынан уҙырға тейештәр. Ә. Бикчәнтәев.
БАКЕНБАРД [рус. < нем. Backenbart] (Р: бакенбарды; И.: side beard; T.: favori) и.
Сикә һаҡалы. □ Бакенбарды. Бакенбард үҫтереү. ■ Үҙе [механик] харап ҡупшы күренә: ирен өҫтөндә ҡыйыҡ ҡына мыйыҡ, шаҡтай ҙур бакенбард үҫтереп ебәргән. Ә. Бикчәнтәев.
БАКЕНСЫ (Р: бакенщик; И.: buoy attendant; T.: ışık kaleci) и.
92