Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 91


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БАЙЫУ
2. кусм. Нимәнелер составы һәм эстәлек йәһәтенән тулыландырыу; төрлөләндереү. □ Пополнить что-л. по отношению состава и содержания; видоизменить. ■ Балетка шул юл менән халыҡ бейеуенең хәрәкәттәре утеп инә, халыҡ сәнғәте классик сәнғәттең реалистик һурәтләу сараларын байыҡтырыуға хеҙмәт итә. Р. Шәкүр.
3. ҡар. байытыу 1. Был кәсеп беҙҙе байыҡтырырға тейеш.
БАЙЫМ (Р.: название родового подразделения; И.: name of a Bashkir clanal subdivision; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Нуғай-бөрйән ырыуы аймағы. □ Баим (название родового подразделения башкир рода ногай-бурзян). Байым аймағы башҡорто.
БАЙЫМБАҠ (байымбағы) и. бот. диал. ҡар. бәпембә 1. Байымбаҡ орлоғо.
БАЙЫП АЛЫУ (байып ал-) (Р.: разбогатеть; И.: grow rich; T.: zenginleşmek) ҡ.
Байлыҡ туплап, хәлле булып алыу. □ Разбогатеть. ■ Малын ишәйтеп, байып алыу ниәте, бер кемдән дә бойондороҡһоҙ ил ҡороп, турә булып йәшәу ниәте башын һәр саҡ быраулай ине уның [Суртмаҡ баҫҡаҡтың]. К. Мәргән.
БАЙЫП КИТЕҮ (байып кит-) (Р: разбогатеть; И.: grow rich; T.: zenginleşmek) ҡ.
Көтмәгәндә байлыҡ килеп, хәлле булып китеү. □ Разбогатеть (внезапно). ■ Аҙаҡ һөйләп сығаралар: имеш, Дәуләтхан теге урыҫ ҡумтаһынан һанһыҙ аҡса тапҡан. Аҡса ту гел, алтын! Шуның менән байып киткән. Р. Камал.
БАЙЫРСА (Р: мыщелок; И.: condyle; Т.: kondil) и. анат.
Бот, ҡул һөйәктәренең мускулдарҙы беркетеп тотоу өсөн хеҙмәт иткән йәки һөйәктәрҙең быуынтыҡтары составына ингән тупалсаҡ башы. □ Мыщелок, мыщелка. Быуын байырсаһы.
БАЙЫТЫЛЫУ (байытыл-) ҡ. төш. ҡар. байытыу 2. страд, от байытыу 2.
БАЙЫТЫУ (байыт-) [боронғо төрки байыт-] (Р: обогащать; И.: make rich; T.: zenginleştirmek) ҡ.
1. Байға әйләндереү, бай итеү; байыҡтырыу. □ Сделать богатым, зажиточным, обогащать. Аҡсаға байытыу. Үтә байытыу.
2. ҡар. байыҡтырыу 1, 2. Әҫәрҙе байытыу. Телде яңы терминдар менән байытыу. ■ Молдаван ауылы йәштәре бейеуенең етеҙ ритмикаһы, киске уйындарҙы хәтерләткән куңелсәк куренештәр башҡорт ансамбленең һурәтләу палитраһын байытып ебәргәндәй. Р. Шәкүр.
БАЙЫУ I (байы-) [боронғо төрки байу-] (Р: богатеть; И.: grow rich; T.: zenginleşmek) ҡ.
1. Күп мал-мөлкәткә эйә булыу, байға әйләнеү. □ Богатеть, наживаться; разживаться. Үҙ көсөң менән байыу. Тир тугеп байыу. ■ Шулай купмелер ваҡыт уткәс, Һәнәрсе тағы байтаҡ көршәктәр яһағас, бик ныҡ байып, алтын-ебәккә мансылып, Өйрәнсек ҡайтып төшә. 3. Биишева.
2. кусм. Сифат һәм эстәлек йәһәтенән тулыланыу. □ Обогащаться. Тәжрибәгә байыу. ■ Тәрәнәйҙе һулыш, байыны рух, тағы ла артты йәшәу шатлығы. Ғ. Әмири.
БАЙЫУ II (байы-) [төрки] (Р: заходить; И.: go down, set; T.: batmak) ҡ.
1. Офоҡ артына төшөү (кук есемдәренә ҡарата), батыу. □ Закатываться, заходить (о небесных светилах). // Закат, заход. Ҡояш байып килә. ■ Урамдың осонан ҡояштың, ҡыҙғылт төҫкә буялып, байырға әҙерләнгәне беленә. С. Агиш. Ҡояш байый, һин дә киттең, иркәм, икегеҙ ҙә кук тау артына. М. Хәй. Май көндәренең матур сағы. Ҡояш байыр алдынан ҡаланың тынсыу һауаһы бөркөлә. Т. Йәнәби. Байып барған ҡояштың нурҙары, тәҙрәнән ҡыйылып төшөп, ҡатындарҙың йөҙҙәренә ҡунды. Б. Бикбай. Һеҙ теләп йөрөгән тормоштоң айы байыған. Т. Арслан.
2. миф. Ай менән ҡояштың һәр көн офоҡ артына инеп юғал ыу ы (был мәлдә йоҡларға, һыу тугергә ярамай). □ Заходить, закатываться (по поверьям, в это время нель-
91