Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 90


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БАЙТИРӘК
Мал дауалаусы. □ Ветеринар. Байтпар булып эшләу.
БАЙТИРӘК (байтирәге) [төрки сығанаҡлы] (Р.: одинокий тополь с густой кроной; И.: axis mundi; T.: yalnız kavak) и.
1. Ҡуйы сатырлы яңғыҙ тирәк ағасы. □ Одинокий тополь с густой кроной. Байтирәк төбөндә ҡыуыш ҡороу.
2. миф. Изге ырыу ағасы; ышаныуҙар буйынса, уның эйәһе була. □ Одинокий тополь (священное родовое дерево, у которого есть дух). ■ Байтирәк башы Тимерҡаҙыҡ йондоҙона етә, ти. Башҡорт мифологияһынан.
БАЙТУС (Р.: водящий (е детских играх); И.: host; T.: ebe) и.
Уйындағы көтөүсе. □ Водящий в детских играх. Уйында байтус булып тороу. «Байтус» тапшырыуы.
БАЙУЛЫ (Р: название родового подразделения башкир; И.: name of a Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Бөрйән, байулы-бөрйән ырыуҙары аймағы. □ Баюлы (название родового подразделения башкир родов бурзян, баюлы-бурзян). Байулы аймағы башҡорто.
БАЙУЛЫ-БӨРЙӘН (Р: название башкирского рода; И.: name of a Bashkir clan; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Бөрйән ҡәбиләһенә ингән башҡорт ырыуы. □ Баюлы-бурзян (название башкирского рода в составе племени бурзян). Байулы-бөрйән ырыуы шәжәрәһе.
БАЙҺАҠАЛ (Р: густая борода; И.: thick beard; T.: sık sakal) и.
1. Ҡуйы һаҡал. □ Густая борода.
2. миф. Муллыҡ, бәхет, байлыҡ символы булып тороусы ҡуйы һаҡал. □ Густая борода, символизирующая изобилие, счастье, богатство.
БАЙҺАРЫ (Р: название родового подразделения башкир; И.: name of a Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Бөрйән ырыуы аймағы. □ Байсары (название родового подразделения башкир рода бурзян). Был ауылда байһары аймағы бар.
БАЙҺӨЙӘК (байһөйәге) (Р: кусок мяса, даваемый каждому гостю; И.: piece of meat for every guest; T.: her misafire verilen bir lokma et) и. этн.
1. Һыйлағанда өлөшләп таратылған ит; өлөш, мөсә һөйәге. □ Кусок мяса, даваемый каждому гостю. Байһөйәк өләшеу.
2. миф. Өлөш, яҙмыш символы. □ Символ доли, судьбы.
БАЙ ҺҮҘЕ (Р: ответ отца девушки свату; И.: last word addressed to the matchmaker; T.: babanın son sözü) и. этн.
Ҡыҙ атаһының яусыға әйткән һуңғы, хәл иткес һүҙе. □ Ответ отца девушки свату. ■ [Яусы — Үмәргә:] Ҡыҙың еткән. Алла сәстәрен бәйләгән булһа, бай һуҙеңде ишетәйек. Һ. Дәүләтшина.
БАЙЫ (Р: польза; И.: benefit; T.: fayda) и.
1. Файҙа, табыш. □ Польза. Байы сығыу. Был кәсептең байы булырмы икән?
2. ҡар. бай III, 2. Төндәрен дә эшләгән байҙы иҫәпкә алып, аҡса туләһәләр ярар ине.
БАЙЫҒЫЛЫУ (байығыл-) ҡ. эйһ. ф. ҡар. байығыу, безл. ф. от байығыу. Байығылһа, һиңә ярҙам итер инем, ҡустым.
БАЙЫҒЫУ (байыҡ-) (Р: богатеть; И.: grow rich; T.: zenginleşmek) ҡ.
1. Күп мал-мөлкәткә эйә булыу, байға әйләнеү, байыу. □ Богатеть; наживаться. ■ [Шәрифулла:] Берәуһен дә саҡырмайым. Байығам. Аҡса йыям. Я. Хамматов.
2. кусм. Сифат һәм эстәлек йәһәтенән тулыланыу. □ Обогащаться. Рухи яҡтан байығыу. ■ Мин, уткәндәр менән байығып, киләсәккә ҡомһоҙ ҡарайым. Р. Ғарипов.
БАЙЫҠТЫРЫЛЫУ (байыҡтырыл-) ҡ. төш. ҡар. байыҡтырыу, страд, от байыҡтырыу.
БАЙЫҠТЫРЫУ (байыҡтыр ) (Р: обогащать; И.: enrich; T.: zenginleştirmek) ҡ.
1. Нимәнелер кәрәкле матдә менән тулыландырыу; байытыу. □ Обогащать. // Обогащение. Тупраҡты ашламаға байыҡтырыу.
90