Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 89


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БАЙТАР
clanal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡырҡ-өйлө-мең ырыуы аймағы. □ Бай-рыкай (название родового подразделения башкир рода кырк-уйле-мин).
БАЙСА (Р.: байса; И.: nobility sign; T.: baysa) и. иҫк.
Боронғо Сыңғыҙ дәүләтендә ҙур дәрәжә билдәһе итеп бирелгән тамға. □ Байса (знак принадлежности к высшим чинам в государстве чингизидов). • Эт муйынына алтын байса таҡһаң да, тиҙәк ейеүен ҡуймаҫ. Мәҡәл.
БАЙСАБЫ (Р.: название родового подразделения башкир; И.: name of a Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Байлар ырыуы аймағы. □ Байсабы (название родового подразделения башкир рода байлар). Байсабы башҡорто.
БАЙСАУЫЛ (Р.: одинокая берёза; И.: lone birch; T.: yalnız huş) и.
Яңғыҙ ҡайын; байҡайын. □ Одинокая берёза. ■ Йәй булһа, ҡыҙҙар байсауылға шәл сәсәге, таҫма бәйләй торғайны. Ф. Хисамитдинова.
БАЙСУРА (Р: название родового подразделения башкир; И.: name of a Bashkir clanal subdivision; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Бишәй ырыуы аймағы. □ Байсура (название родового подразделения башкир рода бишей). Байсура башҡорто.
БАЙСЫБЫ и. ҡар. байсабы. Беҙ байсы-бы аймағынан булабыҙ.
БАЙТ [рус. < ингл. byte] (Р: байт; И.: bite; T.: bayt) и.
Иҫәпләү техникаһында (компьютерҙа) 8 битҡа тигеҙ булған мәғлүмәт иҫәпләү берәмеге. □ Байт. Бер хәреф, һан йәки билдә 1 байтҡа тигеҙ.
БАЙТАҠ I [ҡыпсаҡ осоро һүҙе] (Р: изрядный; И.: considerable; T.: çok) с.
Һаны, күләме күп. □ Значительный, порядочный, изрядный. Байтаҡ аҡса тотонолған. Байтаҡ ара. Байтаҡ кеше. Байтаҡ
юл үтеү. ■ [Гаяз:] Байтаҡ һыуҙар аҡты шул, Гибадулла ағай. Н. Мусин.
БАЙТАҠ II (Р: немало; И.: considerably; T.: çok) р.
Һаны, күләме ғәҙәттәгенән күп, арыу уҡ күп, күп кенә. □ Немало, достаточно, порядочно. Байтаҡ ҡына. Байтаҡтан бирле. Минән байтаҡҡа йәш. ■ Ул [Гибад] минең был һүҙҙәремә ҡаршы өндәшмәйенсә, байтаҡ ултырҙы. Н. Мусин. Алыҫта, байтаҡ ҡына алыҫта, донъяны ҡаплап алған ап-аҡ ҡар өҫтөндә бер-ике ҡарасҡы күренде. Ғ. Дәүләтшин.
БАЙТАЛ I (Р.: кобыла; И.: mare; Т.: kısrak) и.
1. Тай йәшенән сыҡҡандан тәү ҡолонлағанға тиклемге бейә малы. □ Кобыла (не жеребившаяся). Байталды егеү. ■ Яр ҙа алыҫта ҡалды, унда һыйыҡ талға бәйләнгән турат менән байтал кинәнеп үлән йыпыра. Р. Камал. Вәлеев Нурғәли ҡарттың һары байталын туҡмап эштән сығарҙы. М. Тажи. • Ҡатын сәсән булып дан алмаҫ, байтал йүгерек булып дан алмаҫ. Мәҡәл. Байтал яманы ике айғырҙы үсләштерер. Әйтем.
2. диал. Тыу бейә. □ Яловая кобыла. Байталды тауға үлән утларға ҡыуҙыҡ.
3. миф. Ҡорбан итеп салына торған изге бейә малы. □ Не жеребившаяся кобыла, священное животное, которое использовалось в жертвоприношениях.
БАЙТАЛ II (Р: название родового подразделения башкир; И.: name of a Bashkir clanal subdivision; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Күбәләк ырыуы аймағы. □ Байтал (название родового подразделения башкир рода кубаляк). Байтал аймағы.
БАЙТАЛ III с. диал. ҡар. ярамһаҡ. Байтал хеҙмәткәр.
БАЙТАЛЛАНЫУ (байталлан-) (Р: подхалимничать; И.: be toady; T: yaltaklanmak) ҡ.
Ялағайланыу. □ Подхалимничать. Бай-талланып ярарға йөрөмәһәң тағын.
БАЙТАР [фарс. (Р; ветеринар; И.: veterinarian; T: baytar) и. иҫк.
89