Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 88


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БАЙРАМБАЙ
мөдиренә күрһәттеләр. Б. Бикбай. • Иркә бала байрамы — яңы күлдәк кейгәндә, йәтим бала байрамы — ауыҙы ашҡа тейгәндә. Әйтем. Ялҡауға көн дә байрам. Әйтем. Ат үлеме эткә байрам. Әйтем.
4. Матур, ҡыуаныслы бер нәмәгә бағышлап үткәрелгән махсус көн. □ Специальный день, посвящённый торжественному событию. Уңыш байрамы. Бейеү байрамы. ■ [Ҡолтүбә — Сафияға:] Бөгөн һинең сәскә байрамың бит, ҡотларға килдем. Б. Бикбай.
♦ Байрам ашы ҡара-ҡаршы һыйға ҡаршы һый менән яуап бирергә кәрәк тигән мәғәнәлә әйтелә. □ Праздничное угощение взаимно, соотв. Долг платежом красен; как аукнется, так и откликнется. Бары менән байрам булғаны менән ҡәнәғәт икәнде белдергәндә әйтелә. □ Чем богаты, тем и рады. Әйҙәгеҙ, ауыҙ итегеҙ. Бары менән байрам. Иртәгә байрам түгел эшкә, һүҙгә әүрәп бик һуңлап киткәндә, йоҡларға өндәп әйтелә. □ Завтра не праздник (т. е. пора спать, отдыхать). Иртәгә байрам түгел, ятып йоҡларға кәрәк. Көн дә байрам, көн дә туй эшһеҙ, хәстәрһеҙ йөрөгән кешегә ҡарата хуп күрмәй әйтелә. □ Что ни день — праздник, что ни день — пиршество (о беззаботном, праздном человеке). ■ Сәлмәновҡа көн дә байрам, көн дә туй булһын уға. С. Кулибай.
БАЙРАМБАЙ (Р: человек, любящий праздновать; И.: person fond of feasting; T.: bayram sever) и. һөйл.
Байрам итергә яратыусы. □ Человек, любящий праздновать. Байрамбайға аҙнаһына ете көн байрам.
БАЙРАМ ИТЕҮ (байрам ит-) (Р: праздновать; И.: celebrate; T.: bayramı kutlamak) ҡ.
1. Байрамды билдәләү, уҙғарыу; берәй тантанала ҡатнашыу. □ Праздновать. // Празднование. ■ Инде янымдағы бөтә бала-сағамды йыйып, үҙебеҙ генә байрам итеп, ҡыуанышып ултырайыҡ, балалар.
3. Биишева.
2. Берәй байрам уңайы менән эшләмәү.
□ Праздновать. 1 Майҙа беҙ байрам итәбеҙ.
3. Берәй ваҡиғаны тантаналы билдәләү.
□ Ознаменовывать торжеством какое-либо событие. Тыуған көндө байрам итеү.
4. Берәй ваҡиға уңайы менән һый һәм уйын-көлкө ойоштороу. □ Устраивать пир, торжество по случаю какого-либо события; веселиться. Ҡаланың 1000 йыллыҡ юбилейын байрам итеү.
5. һөйл. Спиртлы эсемлектәр ҡулланып иҫереү. □ Опьянеть. Был ир бөгөн ныҡ байрам иткән, ахыры.
БАЙРАМСА (Р.: по-праздничному; И.: festively; T.: şenlikli) р.
Байрамға хас. □ По-праздничному. Байрамса кейенеү. ■ Хафиз инә. Ул байрамса кейенгән. Ҡ. Даян.
БАЙРАМСЫЛ (Р.: праздничный; И.: festive; T.: bayramlık) с.
Байрамға хас. □ Праздничный. Байрамсыл ҡиәфәт. Байрамсыл төҫ. ■ Уттар балҡышы байрамсыл .. залдарҙа кешеләргә ҡыуаныс килтереп, .. бөгөлә-һығыла бейеүен күҙ алдына килтереп, .. Зәйтүнгөл бәхетле йылмайҙы. Д. Исламов.
БАЙРАМСЫЛАУ (байрамсыла-) (Р: хождение по домам во время религиозных праздников; И.: kind of ethnographic rite; T.: dini bayram günlerinde çocukların evden eve yürüyerek hediyeler toplaması) ҡ. этн.
Байрам ашы ашау һәм күстәнәс йыйыу өсөн өйҙән өйгә йөрөү (бала-сағаға ҡарата ). □ Хождение по домам во время религиозных праздников для получения праздничных угощений (о детях). Ураҙа ғәйете етһә, балалар байрамсылап йөрөй башлай.
БАЙРАУ (байра-) (Р.: багроветь; И.: turn crimson; T.: morlaşmak) ҡ.
1. Бурлат ҡыҙыл төҫкә инеү, тонйорау (ҡояшҡа ҡарата). □ Багроветь (о солнце на закате). Кис етеп, ҡояш байраны.
2. Ялтыр төҫтә булыу, ялтырау; йылҡылдау. □ Блестеть. Сәстәре байрап тора.
БАЙРЫҠАЙ (Р.: название родового подразделения башкир; И.: name of a Bashkir
88