Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 87


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БАЙРАМ
2. диал. ҡар. быйма. Бабай аяғына байпаҡ кейеп алған.
БАЙПАҠЛЫ (Р.: с войлочными чулками; И.: with felt socks on; T: keçe çoraplı) с.
Байпағы булған. □ С войлочными чулками. Байпаҡлы итек. ■ Әхмәт өҫ-башын систе. Аяҡтағы байпаҡлы итеген сисеп ул түргә барып ултырҙы. И. Көҫәпҡол.
БАЙПАН-БАЙПАН (Р: вперевалку; И.: waddling; T.: paytak paytak) р.
Аяҡ баҫҡан һайын ауыр итеп ян-яҡҡа сайҡалып. □ Вперевалку, вразвалку. Байпан-байпан атлап йөрөу. Байпан-байпан тороп китеу.
БАЙПАН-БАЙПАН ИТЕҮ (байпан-байпан ит-) ҡ. ҡар. байпанлау. Байпан-байпан итеп йугереп китеу.
БАЙПАН-БАЙПАН КИЛЕҮ (байпан-байпан кил-) ҡ. ҡар. байпанлау. Байпан-байпан килеп атлап йөрөу.
БАЙПАНЛАТЫУ (байпанлат-) ҡ. йөкм. ҡар. байпанлау, понуд. от байпанлау. Кәүҙә -һен байпанлатып атлап китте.
БАЙПАНЛАУ (байпанла-) (Р: ходить вразвалку; И.: waddle; T.: paytak paytak yürümek) ҡ.
Аяҡ баҫҡан һайын ауыр итеп ян-яҡҡа сайҡалып йөрөү. □ Ходить вразвалку, вперевалку. Байпанлап барыу. ■ Һағынбай Аҡсурин инде. Байпанлап килеп, [етәксе] ҡаршыһына баҫты. Яр. Вәлиев. Тәүҙә ҡыҫҡа аяҡтары менән байпанлап Сөнәғәтов, уның артынса Баныу апай килеп инде. Ғ. Ибраһимов. Ана, байпанлабыраҡ атлап Көнбикә килә, атаһының өйө яғында әсәһе — Гөлйөҙөм куренде. Н. Мусин.
БАЙРАҠ (байрағы) [дөйөм көнбайыш төрки байраҡ/байдак ‘байраҡ, ғәскәр’] (Р: знамя; И.: banner; T.: bayrak) и.
һапҡа тағылған киң туҡыма рәүешендәге рәсми билдә (дәүләт, ғәскәр йәки бер ойошмаға ҡарай). □ Знамя. Тыныслыҡ байрағы. Еңеу байрағы. Байраҡ йөрөтөусе. ■ Берлин ҡалаһы өҫтөнә еңеу байрағын эл-дек. Р. Ниғмәти. Ошо ҡулдар бығауҙарҙы өҙгән, мылтыҡ тотҡан, байраҡ кутәргән.
М. Кәрим. Пароходтар бара, пристандәр байраҡ болғап оҙатып ҡалалар. Ғ. Сәләм.
БАЙРАҠА (Р.: название родового подразделения башкир; И.: name of a Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Түңгәүер ырыуы аймағы. □ Байрака (название родового подразделения башкир рода тунгаур ).
БАЙРАҠАЙ (Р: название родового подразделения башкир; И.: name of a Bashkir clanal subdivision; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Меңле ырыуы аймағы. □ Байракай (название родового подразделения башкир рода мин).
БАЙРАҠСЫ (Р: знаменосец; И.: standard-bearer; T: bayraktar) и.
Байраҡ йөрөтөүсе. □ Знаменосец. Байраҡсылар сафы. ■ Алыштың иң ҡыҙған мәлендә сигнал биреп тороусы байраҡсылар байраҡтарын төшөрөп, ғәскәрҙә паника тыуҙыра. «Шоңҡар», № 3, 2011.
БАЙРАМ [төрки bayram ‘тантана’] (Р: праздник; И.: holiday; T.: bayram) и.
1. Йәмғиәт әһәмиәтендәге бер ваҡиғаға бағышланған тантана көнө. □ Праздник. / Праздничный. Ҡатын-ҡыҙҙар байрамы. Яңы йыл байрамы. Милли байрам. Байрам уткәреу. Байрам менән ҡотлау. ■ Май байрамы. Сәйҙелде курорт менән буләк иттеләр. Ғ. Сәләм. Ул кис бөтә өй эсе еңеу байрамы шатлығын уткәрҙе. Д. Юлтый.
2. Дини яҡтан билдәләнгән махсус көн. □ Специально отмечаемый религиозный праздник. Ҡорбан байрамы. Ураҙа байрамы. Мәулит байрамы. ■ Мәүлит байрамы көндө лә оло ҡорбан салалар. Т. Арслан.
3. Йәмғиәттең йәки айырым бер кешенең тормошондағы ҡыуаныслы ваҡиға уңайы менән ойошторолған һый һәм уйын-көлкө. □ Праздник, торжество. Ғаилә байрамы. Байрам кисәһе. Байрам итеу. ■ Байрам көндө яндыралар шәмдәрҙең иң яҡтыһын. М. Кәрим. Байрам тантанаһына килеүселәр гәзитте уҡып, шарҡылдап көлдөләр, ферма
87