БАЙЛӘР
башҡа өйҙәрҙән ала буләк булып айырылып тора. Ғ. Дәүләтшин.
3. Матди яҡтан ҡиммәтле нәмәләр. □ Материальные ценности. Ҡаҙылма байлыҡтар. Матди байлыҡтар. ■ Бына хазина, байлыҡ аяҡ аҫтында ята бит ул. Б. Бикбай.
4. кусм. Ниҙеңдер күп төрлөлөгө, бик күплеге. □ Запас. Тел байлығы. ■ Башҡорт теленең һуҙ байлығы фәнни-теоретик яҡтан быға тиклем дә өйрәнелде. Ж. Кейекбаев.
БАЙЛӘР и. ҡар. байлар. Байләр ырыуы башҡорттары.
БАЙМАБАШ (Р.: своевольный; И.: self-willed; T.: inatçı) с. диал.
Башбаштаҡ. □ Своевольный, самовольный. Баймабаш ҡатын-ҡыҙ. ■ Ҡайттым бына,.. бер баймабашты ла алып ҡайттым. Н. Мусин.
БАЙМАҠ (Р.: одинокий; И.: single; Т.: yalnız) с. диал.
Яңғыҙ. □ Одинокий. Баймаҡ булып йәшәп ятыу.
БАЙМАҠЛЫ (Р: название родового подразделения башкир; И.: name of a Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡарағай-ҡыпсаҡ ырыуы аймағы. □ Бай-маклы (название родового подразделения башкир рода карагай-кыпчак). Баймаҡлы аймағынан булам.
БАЙМАН I (Р: благополучие; И.: calm; T.: gönenç) и.
Тормоштағы ҡәнәғәтлек, тыныслыҡ, именлек. □ Покой, спокойствие, благополучие; благоденствие. Байман таба алмай йө-рөу. ■ Әммә затым аяғурә баҫҡан. Үҙ кук-рәге менән байман юллап, ҡаршы барған уҫал көстәргә. М. Ғәли. Йәше-ҡарты йоплашып, ҡанлы яуҙан тынышып, байман табып, тын алып, рәхәтләнеп ҡалған, ти. «Урал батыр». Бер төптән кутәрелеп, Урҙа ғәскәрен баҫмалатып Яйыҡ аръяғына ҡыуалай алһалар, боронғо төйәктәрендә, сәрхәт даланы иңләп, байманда йәшәр ине уҫәргән ырыуҙары. Ә. Хәкимов.
БАЙМАН II (Р: благополучный; И.: quiet; T.: huzurlu) с.
Ҡәнәғәт, тыныс, имен. □ Благополучный, спокойный, невозмутимый. Байман тормош. Байман дәуләт. ■ Үҙ йәнкәйен аяп байман ятҡан ир-егеткәй булып ҡот алмаҫ. Ғ. Хөсәйенов.
БАЙМАН III (Р: богатый природой; И.: with rich nature; T: zengin doğalı) с. диал.
Бай тәбиғәтле. □ Богатый природой.
■ Ата-бабалар һилерәк, байманыраҡ тау-лы-урманлы, йылға-кулле төбәктәргә төплә-неуҙе хәйерлерәк тапҡандар. Экспедиция материалдарынан.
БАЙМАНЛЫҠ (байманлығы) (Р: благоденствие; И.: calmness; T: refah) и.
Тыныс, имен тормош; тыныслыҡ. □ Благоденствие, покой, спокойствие. Байманлыҡта йәшәу. ■ Байманлыҡта тулләргә, тип барыһы уйлаған. «Урал батыр». [Ихсанбай] атаһы һалған әҙер донъяла, әсәһе әҙерләгән әҙер һыйҙа — барлыҡта-байман-лыҡта йәшәне. Т. Ғарипова. Иркендә, байманлыҡта йәшәп ятҡан, ти, халыҡ. «Иҙел менән Яйыҡ».
БАЙМАУЫР (Р.: слабовольный; И.: weak-willed; T: iradesi zayıf) с. диал.
Йомшаҡ характерлы. □ Слабовольный.
■ Мин, әллә йәш булғас, был баймауыр ғына-лыр инде, тип уйлай инем әле. Ж. Кейекбаев.
БАЙНА р. диал. ҡар. бая. Байна килгәйнем.
БАЙНАҘАР (Р: название родового подразделения башкир; И.: name of a Bashkir clanal subdivision; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Мең, тиләү ырыуҙары аймағы. □ Байназар (название родового подразделения башкир родов мин, тиляу).
БАЙНАҠр. диал. ҡар. бая. Байнаҡ ҡына тыштан индем.
БАЙПАҠ (байпағы) (Р: войлочный чулок; И.: felt sock; T: keçe çorap) и.
1. Ҡата, итек эсенән кейә торған кейеҙ ойоҡ. □ Войлочный чулок. Әбей байпағын кейеп алды.
86