БАЙЛЫҠ
Тикшереп, күҙҙән үткәреп китеү. □ Обозревать, осматривать; наблюдать, прочёсывать. Хәҙер яҙыусының икенсе әҫәрен байҡап китәйек.
БАЙҠАП СЫҒЫУ (байҡап сыҡ-) (Р.: обозревать; И.: survey; T.: izlemek) ҡ.
Тикшереп, күҙҙән үткәреп сығыу. □ Обозревать, осматривать; наблюдать, прочёсывать. ■ Байҡап сыҡһаң, иғтибарға лайыҡ китаптарыбыҙ куп. «Ағиҙел», № 5, 2011.
БАЙҠАП ҮТЕҮ (байҡап үт-) ҡ. ҡар. байҡап китеү.
БАЙҠАТЫУ (байҡат-) ҡ. йөкм. байҡау. понуд. от байҡау. Көсөктә эҙләтеп, малайҙан тирә-яҡты байҡаттым.
БАЙҠАУ (байҡа-) (Р: обозревать; И.: survey; T: izlemek) ҡ.
1. Тикшереп, күҙҙән үткәреү; күҙ йөрөтөү. □ Обозревать, осматривать; наблюдать, прочёсывать. // Обозревание, осмотр, обзор; наблюдение. Урманды байҡап сығыу. Йылғала балыҡтар һикерешкәнен байҡап ҡарап торҙом. ■ һәйкәл тора ярҙың иң башында, байҡай кеуек Иҙел ярҙарын. К. Кинйәбулатова. [Усман] яланды бер аҙ байҡағас, офоҡта ҡыбырлашҡан нөктәләр курҙе. Ф. Иҫәнғолов. Тағы бөгөн тауға мендем. Алтын көҙ. Ҡояш балҡый, һоҡланып туя алмай байҡайым тирә-яҡты. Б. Бикбай. Килә йоҡом, ә уйҙарым байҡай ҡитғалар өҫтөн. Н. Нәжми. Үҙ илендә табылмағас, эҙләуселәр Ирәкте иленең төп ҡорона кустеләр, .. бөтә йорт-тирмәләрҙе, кәртә-ҡураларҙы туҙҙырып байҡанылар. К. Мәргән. Салауат, япраҡһыҙ ботаҡтарға ышыҡланырға тырышып, диңгеҙ өҫтөн, яр буйын байҡаны. Б. Рафиҡов. Йыр Талморон аҡланына ғына һыймай, Куктау, Олобейек, Ҡаратау буйҙарын иңләне, әҙәмдәрҙең куңел төпкөлдәрен айҡап-сайҡап, уй ғына буйлар аҡыл-зиһендәрен байҡаны. Т. Ғарипова.
2. диал. ҡар. абайлау 3. ■ Мин уны [Ни-наны] ауыр серемгә китеп барғанда ғына байҡап ҡалдым. Д. Юлтый.
БАЙҠАШТЫРЫУ ( байҡаштыр-)
(Р: обозревать; И.: survey; T: izlemek) ҡ.
Тикшереп, күҙҙән үткәреү; күҙ йөрөтөү. □ Обозревать, осматривать; наблюдать, прочёсывать. // Обозревание, осмотр, обзор; наблюдение. ■ Дәһшәтле хәбәр куптән килеп еткән булһа ла, Сафагәрәй ғәскәре шунда уҡ килеп баҫманы. Ҡапҡаларҙы аса торҙолар, сығып байҡаштырып килә торҙолар. К. Мәргән. Ихсанбай тирә-яғын байҡаштырған арала, Мәҙинә йугереп китеп тә барҙы. Т. Ғарипова. [Ҡарт оҫта] дәу һарыҡташҡа ултыра ла ниҙер самалай, тирә-йунде ҡарашы менән һаҡ ҡына байҡаштыра. Ә. Хәкимов.
БАЙҠАШЫУ (байҡаш ) ҡ. урт. ҡар. байҡау, взаимн. от байҡау. Мин дә ҡыҙға китабын эҙләшеп, булмәне байҡаштым.
БАЙҠЫ (Р: название башкирского рода; И.: name of a Bashkir clan; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Һыуын ҡәбиләһе ырыуы. □ Байкы (название башкирского рода племени ун).
БАЙЛАР (Р: название башкирского рода; И.: name of a Bashkir clan; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Башҡорт ырыуының исеме. □ Байлар (название башкирского рода). Байлар ырыуы шәжәрәһе.
БАЙЛЫҠ (байлығы) (Р: богатство; И.: riches; T: zenginlik) и.
1. Ҡулдағы мал-мөлкәт; дәүләт. □ Богатство, состояние; достаток. Байлыҡ йыйыу. Байлыҡ ҡуныу. ■ һауаланма атаңдың байлығына, ололанма йөҙөңдөң аҡлығына. М. Аҡмулла. • Байлыҡ курке мал менән, батыр курке дан менән. Әйтем. Байлыҡ — бер айлыҡ, һаулыҡ — ҙур байлыҡ. Әйтем. Ҡыҙ байлығы — куркәм холоҡ, ир байлығы — тәуәккәллек. Мәҡәл.
2. Йорт-ҡуралағы йыһаз, ҡаралды. □ Утварь домашняя и на подворье, постельные принадлежности. Йорт байлығы. ■ Шунан алтын ҡош йәнә ҡатынға әйләнеп, алтын йомғаҡты тәгәрәтеп ебәрә — бына тигән бер йорт төҙөлә, эсе тулы булмә, булмә һайын байлыҡ. Әкиәттән. Этҡолдоң өйө әллә ҡайҙан уҙенең матурлығы, байлығы менән ауылдағы
85