Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 84


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БАЙДАРКАСЫ
Ике башы ла ҡалаҡлы бер ишкәк менән йөрөтөлә торған ябыҡ өҫлө еңел спорт кәмәһе. □ Байдарка. / Байдарочный. Байдаркала йөрөу. Байдарка ишкәге. ■ Өфөлә уҫмерҙәр араһында уҙғарылған байдаркала ярышта Дамир Даянов .. беренсе урынды яуланы. «Йәшлек», 23 сентябрь 1999. Ысынлап та, яҡындараҡ бер нисә байдарка ярға сығарып ҡырын һалынғайны. Д. Бүләков.
БАЙДАРКАСЫ (Р.: байдарочник; И.: kayak boatsman; T.: kayıkçı) и.
Байдарка йөрөтөүсе. □ Байдарочник. Байдаркасылар ярышы. ■ Киң яурынлы, уҫлаптай кәуҙәле, ауыр һөйәкле кеше ине ул. Ҡулдары ла бит әле уҙенең, әйтерһең, баяғы байдаркасыларҙың оҙон яҫы ишкәктәре инде. Д. Бүләков.
БАЙҘА и. диал. ҡар. файҙа. Байҙаһыҙ мал булды инде.
БАЙҘАН (Р.: название родового подразделения башкир; И.: name of a Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Табын ырыуы аймағы. □ Байҙан (название родового подразделения башкир рода табын).
БАЙҘАРСА (Р: по-байски; И.: like rich man; T: beyler gibi) p.
1. Бай кешеләргә хас. □ По-байски, как бай. Байҙарса кейенеп алған. ■ Иртәнге ун берҙәр тирәһендә байҙарса кейенгән, тормоштан да, уҙҙәренән дә ҡәнәғәтлектәре йөҙҙәренә сыҡҡан ир менән ҡатын, матур арба этеп, паркка килеп инә. Г. Ғиззәтуллина.
2. Иркенләп, бай кеше булып. □ На широкую ногу, на манер богачей. Байҙарса ҡыланыш. Байҙарса йәшәй. ■ [Басариев-тың] байҙарса ҡыланышына Бикбаев ҡайһы саҡ куңеле кителеп ҡуйһа ла, бөгөн ул бик яҡын куренә, һәуетемсә генә һөйләшеп, фекер алышып ултырғы килеп китте. Р. Солтан-гәрәев. • Ятыу-тороу байҙарса, өҫтә кейем йоҡараҡ. Әйтем.
БАЙҘЫҠАЙ (Р.: название родового подразделения башкир; И.: name of a Bashkir
clanal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и.
Күл-иле-мең ырыуы аймағы. □ Байды-кай (название родового подразделения башкир рода куль-иль-мин).
БАЙКА [рус. < пол. bajka < нидерл. baai] (Р: байка; И.: thick flannelette; T: flanel taklidi pamuklu kumaş) u.
Мамыҡланып торған йомшаҡ туҡыма. □ Байка. / Байковый. Байканан тегелгән кейем.
БАЙКЕР [рус. < ингл. bike ‘мотоцикл’] (Р: байкер; И.: biker; T.: bisikletçi) и.
Мотоцикл йөрөтөргә яратыусы. □ Байкер. ■ Сараны .. байкерҙарҙың сығыштары тағы ла куркәмләндерҙе, улар ҙа Торатауҙы яҡлаусыларға теләктәшлек белдерҙе. «Тора-тау», 22 сентябрь 2011.
БАЙҠАЙЫН (Р.: одинокая кудрявая берёза; И.: solitary branchy birch tree; T: yalnız huş ağacı) и.
1. диал. Яңғыҙ бөҙрә ҡайын. □ Одинокая кудрявая берёза. Элек байҡайынға бесәнселәр әйберҙәрен, йәш бала менән бишектәрен элгән.
2. миф. Изге ырыу ағасы; ышаныуҙар буйынса, уның эйәһе була. □ Одинокая берёза; священное родовое дерево, у которого есть дух. ■ Беҙ бәләкәй саҡта ауыл осонда оло байҡайын була торғайны. Ф. Хисамитдинова.
БАЙҠАЛЫУ (байҡал ) ҡ. төш. ҡар. байҡау, страд, от байҡау. Өй эсе куҙ осо менән генә байҡалып сыҡты.
БАЙҠАНЫУ (байҡан-) ҡ. ҡайт. ҡар. байҡау, возвр. от байҡау. Егет урамға инеп байҡана башланы.
БАЙҠАП АЛЫУ (байҡап ал ) (Р: обозревать; И.: survey; T.: izlemek) ҡ.
Тикшереп, күҙҙән үткәреп алыу. □ Обозревать, осматривать; наблюдать, прочёсывать. ■ Башта ул [Вәзир] ҡарашы менән тирә-яҡты байҡап алды. М. Кәрим.
БАЙҠАП КИТЕҮ (байҡап кит-) (Р: обозревать; И.: survey; T: izlemek) ҡ.
84