БАЙДАРКА
БАЙҒОРА (Р.: название родового подразделения башкир; И.: name of a Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Меңле ырыуы аймағы. □ Байгу ра (название родового подразделения башкир рода мин).
БАЙҒОШ [ҡыпсаҡ осоро һүҙе бай ҡуш] (Р: неясыть; И.: tawny owl; T: baykuş) и.
1. зоол. Өкөнөң бер төрө. □ Неясыть (вид совы) (лат. Strix). ■ Баҡса артындағы өйәңкелеккә һәр саҡ байғош хужа булды. «Торатау», 21 сентябрь 2010. Намыҫ тапар ир булһа, .. куҙе ҡалғыр байғошто төндә аулап, шат булыр. «Урал батыр». • Байғоштоң ояһын хоҙай ҡора. Мәҡәл.
2. кусм. Ҡыҙғаныс, меҫкен хәлдәге кеше. □ Бедняга, бедняжка. ■ [Аяҙғол]: Юҡ, улым, шымсы тугелмен мин, хаҡлыҡ эҙләп һеҙҙең янға килгән бер байғош. Б. Бикбай. Байғош тип, ғәҙәттә, ярлы, меҫкен йәки ғәрип кешегә әйтәләр. К. Мәргән. Ниндәйҙер сәйер генә әҙәм: ҡиәфәте лә, һөйләшеуе лә самалы. Азамат, был — йөрөгән бер байғоштор, тип, һуҙенә ышанмайыраҡ та торғайны, әммә һөйләшә башлағас, инандырғандай итте. Р. Солтангәрәев. Субай турә тап бына ошондай уйҙарға сумып, уҙенең бөгөнгө хөкөмөнән ҡәнәғәт булып ятҡан мәлдә, майҙанды ташлап китә алмаған халыҡ йыйынды башлап ебәреусе думбырасы байғоштоң көйлө әйтемдәрен йотлоғоп тыңлай ине. К. Мәргән. Купме ваҡыт хәсрәтен эсенә йомоп йәшәгәндән һуң, инде килеп эсен бушатырҙай тере йән, уҙе кеуек бәхетһеҙ бер байғош осрағанына ҡыуана-ҡыуана һөйләне бит ул [Ишмөхәмәт]. Т. Ғарипова. Куне-гелгән мөхитенән, ғаиләһенән айырылғас, өмөтөн юғалтҡан байғош ине Нурислам. Ә. Хәкимов. Быйыл ғына йәйҙең уртаһында ник һарғайҙым икән мин байғош. Халыҡ йырынан. Мин байғоштоң, әйтһәм дә, баһаһы юҡ, һуҙемдең ҡәҙере китеп өнөм осҡан. М. Аҡмулла. • Тырыш тәкә һуйыр, байғош йукә һуйыр. Мәҡәл.
3. мыҫҡ. Кешегә кәмһетеп, мыҫҡыллап әйтелә. □ Бедняга, простак.
4. миф. Мифлаштырылған ҡош, яңғыҙлыҡ, яҙмыш, үлем символы. □ Неясыть; символ одиночества, судьбы, смерти.
БАЙҒОШЛАНЫУ (байғошлан-) (Р: прибедняться; И.: feign poverty; T.: miskinleşmek) ҡ.
1. Үҙеңде ҡыҙғаныс итеп күрһәтеү, меҫкенләнеү. □ Прибедняться. Ҡайһы бер кешеләр байғошланып турәнән уныһын-быныһын һоранып йөрөй.
2. Ахмаҡланыу, ахмаҡлыҡ эшләү. □ Глупить, поступать глупо. ■ Саимәнең әсәһе Шамилға ҡырын ҡарап тормаҫмы? Уның кем икәнен белһә, ҡыҙының утыҙға етеп барған, һаман байғошланып йөрөгән кешене өйөнә эйәртеп алып ҡайтыуына асыуланмаҫмы? Н. Мусин.
БАЙҒОШЛОҠ (байғошлоғо) (Р: при-беднённость; И.: bareness; T.: yoksulluk) и.
Байғош, меҫкен булыу хәле. □ При-беднённость, убогость. ■ Әлдә ул [Мәҙинә] Ғәлимә, Саяф, Ихсанбай ишеләрҙе бер-береһен һатырға, бысратырға, берсә изге, берсә иблис ҡиәфәте алырға мәжбур иткән ваҡ-төйәктән, бахырлыҡтан һәм байғошлоҡтан һәр саҡ өҫтөн булып ҡала алды. Т. Ғарипова.
БАЙҒОШ ОКО (Р: домовой сыч; И.: kind of little owl; T.: kukumav) и. зоол.
Ябалаҡтың бер төрө. □ Домовой сыч (лат. Athene noctua). Байғош өкө ҡанаты.
БАЙҒОШ ЯБАЛАҠ (ябалағы) и. ҡар. байғош өкө. Байғош ябалаҡтар оса.
БАЙҒУРА (Р: богач; И.: wealthy peasant; T.: burjuva) и. иҫк.
Байҙар ҡатламы. □ Богачи. ■ Ауыл тирәһенән ат етерлек алыҫлыҡтағы бер генә турә-ҡара ла, байғура ла туй ниғмәтенән ауыҙ итмәй ҡалманы. Ф. Иҫәнғолов. [Ғилман:] Донъя гел ошолай ғына бармаҫ. Беҙ уны дер һелкетәсәкбеҙ! Байғураларҙан саң да туҙан ғына тороп ҡалыр. «Ағиҙел», № 7, 2010.
БАЙДАРКА [рус.] (Р: байдарка; И.: kayak; T.: kayık) и.
83