Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 103


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ВИРУС
ВИОЛОНЧЕЛЬ [рус. < ит. violoncello] (Р.: виолончель; И.: violoncello; T.: viyolonsel) и. муз.
Ҙур скрипка рәүешендәге дүрт ҡыллы, ҡалын тауышлы музыка ҡоралы. □ Виолончель. Виолончелдә уйнаусы. Виолончель алыу.
ВИП [рус. < ингл. V.I.P. < Very Important Person] (Р: вип; И.: V.I.P.; T.: VİP) и.
Ҙур дәрәжәле, билдәле, танылған кеше (дәүләт, сәйәси эшмәкәрҙәр, сәнғәт әһелдәре һ. б. тураһында). □ Вип. Вип-пассажир.
ВИП-ПЕРСОНА [рус. < ингл. V.I.P. < Very Important Person] (Р: вип-персона; И.: VIP; T.: VlP) и.
Ҙур дәрәжәле кеше (ғәҙәттә, власть структураһында). □ Вип-персона, важная персона. Вип-персоналарҙың урыны.
ВИРА [рус. < ит. vira] (Р: вира; И.: lift!; T.: vira) ымл.
Йөк тейәүсе, крансы, төҙөүсе, моряк һ. б. телендә йөрөгән «өҫкә!», «күтәр!» тигән мәғәнәләге команда. □ Вира.
ВИРАЖ I [рус. < фр. virage] (Р: вираж; И.: turn; veer; T.: viraj) и.
1. Самолеттың, машинаның һ. б. кәйелеп боролоуы; боролош. □ Вираж. Самолёт вираждан сыҡты.
2. Юлдың бер өлөшөнөң йәки спорт юлының эскә табан янтайып боролған урыны; боролма. □ Вираж. Виражды үтеү.
ВИРАЖ II [рус. < фр. virage] (Р: вираж; И.: toner; T.: viraj) и. фото.
Фоторәсемгә билдәле бер төҫ һәм ныҡлыҡ бирә торған химик иретмә. □ Вираж. Фотоны виражда тотоу.
ВИРД [ғәр. <и] (Р: вирд; И.: curt prayer; T.: dua) и. дини.
Билдәле бер ваҡытта уҡыла торған ҡыҫҡа ғына доға. □ Вирд (краткая молитва, читаемая в определённое время). Вирд уҡыу.
ВИРТУАЛЬ [рус. <лат. virtualis ‘ихтимал булған’I (P: виртуальный; И.: virtual; T.: sanal) с.
1. Билдәле бер шартта ғына була торған нәмә. □ Виртуальный. Виртуаль ойошма.
2. Компьютер саралары менән булдырылған, компьютер экранында булған нәмә. □ Виртуальный. Виртуаль аралашыу. Виртуаль донъя. Виртуаль ысынбарлыҡ.
ВИРТУОЗ [рус. < ит. virtuoso < лат. vir-tus] (Р.: виртуоз; И.: virtuoso; T.: virtüöz) и.
1. Юғары техник оҫталыҡҡа эйә булған музыкант. □ Виртуоз. / Виртуозный. Виртуоздар сығышы. Виртуоз ҡурайсы. ■ Республикабыҙҙа ғына түгел, Рәсәйҙә, хатта бөтә донъяла билдәле ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов .. быйыл да ҙур бүләк алып ҡыуанды, «Донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы» тигән маҡтаулы исем бирелде уға. «Башҡортостан», 14 ғинуар 2012.
2. Ҙур оҫта (үҙ эшендә юғары оҫталыҡҡа өлгәшкән кеше тураһында). □ Виртуоз. Был цехта үҙ эшенең виртуоздары эшләй.
ВИРТУОЗДАРСА (Р: виртуозно; И.: in a masterly way; T.: ustaca) р.
Бик оҫта. □ Виртуозно. Виртуоздарса башҡарыу. Виртуоздарса уйнау.
ВИРТУОЗЛЫҠ (виртуозлығы) (Р: виртуозность; И.: virtuosity; T.: virtüözlük) и.
Ниндәйҙер бер эште ҙур оҫталыҡ менән башҡарыу. □ Виртуозность. Ташсының виртуозлығы. Дирижёр виртуозлығы.
ВИРУЛЕНТ (Р: вирулентный; И.: virulent; T.: virütik) с. мед.
Сир таратыусы. □ Вирулентный. Виру-лент микроб.
ВИРУЛЕНТЛЫҠ (вирулентлығы) (Р.: вирулентность; И.: virulence; T.: virülans) и. мед.
Микробтарҙың ауырыу тыуҙырыу һәләте. □ Вирулентность.
ВИРУС [рус. < лат. virus ‘ағыу’] (Р: вирус; И.: virus; T.: virüs) и.
1. Ябай микроскоп аша насар күренә йәки бөтөнләй күренмәй торған, йоғошло ауырыуҙар тыуҙырыусы бик ваҡ микроорганизм. □ Вирус. / Вирусный. Бешмә вирусы. Киҙеү вирусы. Вирус ауырыуы.
2. инф. Башҡа программаларға үҙ аллы ҡушылып, файлдарҙы боҙоу һәм юйыу һәләтенә эйә махсус компьютер програм
103