Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 102


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ВИНОГРАД
итә, йәғни иттең һимеҙ сорттарынан баш тартырға, диңгеҙ балығы, күпләп йәшелсә һәм емеш, эре итеп тарттырылған ондан бешерелгән икмәк ашарға, үҫемлек майы ҡулланырға, әҙ күләмдә генә вино эсергә кәрәк. «Табын», № 9, 2012.
ВИНОГРАД [рус ] и. ҡар. йөҙөм. Виноград баҡсаһы. Виноград үҫтереү. Виноград тәлгәше. Виноград һуты. ■ Виноград — өлгөрөп кенә еткән ваҡытында ла, өлгөрмәгәндә лә, киптерелгәс тә йыш ҡулланылған емештәрҙең береһе. «Йәшлек», 28 февраль
2010.
ВИНОГРАДСЫ (Р.: виноградарь; И.: winegrower; T: bağcı) и.
Виноград үҫтереү менән шөғөлләнгән кеше. □ Виноградарь. Виноградсылар уңышты август-сентябрҙә ала.
ВИНОГРАДСЫЛЫҠ (виноградсылы-ғы) (Р: виноградарство; И.: viniculture; Т.: bağcılık) и.
1. Виноград үҫтереү, йөҙөмсөлөк. □ Виноградарство. Виноградсылыҡ менән шөғөлләнеү. Виноградсылыҡ бригадаһы.
2. Йөҙөм үҫтереү фәне. □ Виноградарство.
ВИНОГРАД ҺЫУЫ и. ҡар. шарап.
ВИНТ I [рус. < пол. gwint < нем. Gewin-de] (P: винт; И.: screw bolt; T: vida) и.
1. Бороп нығытыу өсөн ос яғы һырлы сөй, шөрөп. □ Винт. / Винтовой. Винт менән нығытыу. Беркеткес винт. Ҡыҫыу винты. Винт һыры ҡырыу станогы.
2. Самолёт йәки карап двигателенең өйрөлтмәге. □ Винт. Самолёт винты. Пароход винты. Ишеү винты.
3. Шешә япҡысы. □ Винт (пробка).
ВИНТ II [рус.] (Р: винт; И.: HDD; Т: HDD) и. инф.
Компьютерҙа ҡаты диск, винчестер. □ Винт. Винттың программаһын яңыртыу. Винтты алыштырыу.
ВИНТ III [рус.] (Р: винт; И.: card game; T: iskambil oyunu) и.
Кәрт уйыны. □ Винт.
ВИНТЛАНЫУ (винтлан-) ҡ. төш. ҡар. винтлау, страд, от винтлау.
ВИНТЛАУ (винтла-) (Р: привинчивать; И.: screw on; T: vidalamak) ҡ.
Винт (I, 1) менән нығытып ҡуйыу.
□ Привинчивать. Винтлап ҡуйыу.
ВИНТЛЫ (Р: винтовой; И.: screw; Т: vidalı) с.
Винты булған. □ Винтовой. Винтлы ултырғыс. Винтлы пароход.
ВИНТОВКА [рус.] (Р: винтовка; И.: rifle; T: tüfek) и.
Кәбәк эсе борма һырлы мылтыҡ. □ Винтовка. / Винтовочный. Бәләкәй калибрлы винтовка. Винтовканан атыу. Винтовка патроны. ■ Ерән мыйыҡлы, оло сырайлы бер һалдат винтовкаһының прикладын ергә терәгән дә затворы менән булыша. «Ағиҙел», №7, 2010.
ВИНЧЕСТЕР [рус. < ингл. Winchester rifle] (Р: винчестер; И.: Winchester rifle; T: Winchester av tüfeği) и.
1. Һунар мылтығының бер төрө. □ Винчестер.
2. инф. Мәғлүмәтте компьютерҙың тышҡы хәтеренә туплаусы ҡулайлама. □ Винчестер. Винчестер дискыһы. 4 гигабайт информация һыйған винчестер.
ВИНЬЕТКА [рус. <фр. vignette] (Р: виньетка; И.: vignette; T: kitap süsü)
Китаптың беренсе битендә, бүлек башында йә аҙағында, почта ҡағыҙында, альбом, көндәлектәр биттәрендә төшөрөлгән бәләкәй генә биҙәк йәки орнамент. □ Виньетка. Сәскә рәүешендәге виньетка.
ВИОЛА [рус. < ит. viola\ (Р: виола; И.: viol; T.: eski usul keman, viola) и. муз.
Ҙур скрипкаға оҡшаған боронғо ҡыллы музыка ҡоралы. □ Виола. Виолала башҡарыу.
ВИОЛОНЧЕЛСЕ (Р: виолончелист; И.: cellist; T.: viyolonselci) и.
Виолончелдә уйнаусы. □ Виолончелист. Виолончелсе ҡыҙ.
ВИОЛОНЧЕЛИСТ [рус.] и. ҡар. виолончелсе.
102